Оҙаҡ торҙо, атым сапманы27.04.2012
Р. Ханнанов һүҙҙәре һәм көйө

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.
Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланым.
Зәңгәр таҫмаларҙа, бәллүр бокалдарҙы,
Сихри шампандарҙы ватманым.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Сатҡы тәҙрәләрҙән ҡараны.
Ярһып атламаны, кәртәләр ватманы,
Сылбырҙар өҙмәне, һаҡланы.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.


Вернуться назад