Үҙ яғыма ҡайтһам...18.05.2018
Үҙ яғыма ҡайтһам...Рәсүл ауылына барған саҡта осраҡлы рәүештә Нәсимә апайға тап булдым. Миңә берәү: “Афғанстанда һәләк булған Мараттың әсәһе ул”, – тине. Нәсимә апай менән танышып, иркенләп һөйләшеү теләге күптән тыуһа ла, бер ҙә мөмкинлек булманы һәм бына, Аллаға шөкөр, бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, уның менән ихлас күрешеү...

Нәсимә апай – 1936 йылда Рысай ауылында, ә тормош иптәше Ғәзимйән ағай 1932 йылда Көҙөй ауылында тыуа. Ибраһимовтар өйләнешеү менән Рәсүл ауылына күсеп килә һәм “Коммунар” колхозына эшкә урынлаша. Нәсимә апай быҙау ҡарай. Ғәзимйән ағай колхоз етәкселәре ҡайҙа ҡуша, шунда бара. Уға ла малсылыҡта эшләргә тура килә. Күберәген тракторсы, комбайнсы, тимерсе була. Татыу ғаиләлә биш малай, ике ҡыҙ үҫә. Марат, ғаиләлә дүртенсе бала булып, 1966 йылдың 3 июнендә тыуа.
Рәсүл мәктәбендә һигеҙенсене та­мамлағас, Учалы ауылындағы ауыл хужалығы профессиональ-техник учили­щеһында уҡып механизатор булып сыға. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ул данлыҡлы “Ләйсән” бейеү ансамбленә йөрөй. Матур итеп йырлай ҙа, Рәсүл мәктәбенең һәм ауылының үҙешмәкәр түңәрәгенең әүҙем ағзаһы ла була.
Нәсимә апай менән аралашҡанда, ул Мараттың уҡыу әсбаптарын күрһәтте. Ҡулыма уның башҡорт әҙәбиәтенән яҙма эш дәфтәрен алдым. “Рәсүл һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Марат Ибраһимовтың дәфтәре” тип яҙылған. Уның 22 сентябрҙә яҙған изложениеһын уҡыйым. Һүҙ хәрби летчик Михаил Девятаевтың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында бара. Немец илбаҫарҙарының концлагерынан ун хәрби әсир ҡасып, уларҙың бомбардировщиктарын урлай...
Марат матур, тигеҙ хәрефтәр менән, иң мөһиме, йәненә, тәненә инеп ултырған мәлдәрен тасуирлап яҙған бит. Бәлки, ошо изложениены яҙған сағында ул да хәрби летчик булырға хыялланғандыр...
Ә яҙмыш уға бөтөнләй икенсе һынау әҙерләгән булып сыҡты. Училищены тамамлағас та, колхозда тракторҙа эшләп йөрөгәнендә, 1984 йылдың 21 февралендә “Иртәгә һиңә хәрби хеҙмәткә” тип повестка килтереп тотторалар.
Икенсе көн ауыл советынан иҫәптән төшөп килеүенә уны оҙатырға тип тиҫтерҙәре, класташтары йыйылған була. Өйгә инеп бешкән ашты ашарға ла, сәй ҙә эсергә өлгөрмәй, призывниктарҙы тейәгән автобус килеп туҡтай.
Үҙ яғыма ҡайтһам...Автобус ҡуҙғалыуға шау-шыу бер аҙ тынып ҡала, шул мәл уның менән бер көндә армия сафына алынған Фәрит Мәхмүтов:
– Марат, әйҙә, “Үҙ яғыма ҡайтһам”ды йырла әле, – ти.
Марат инәлтмәй генә тамағын ҡырып ала, әйтерһең дә, оялыуын еңә, талғын ғына үҙенсәлекле тауыш менән И. Аб­дуллиндың һүҙҙәренә Р. Хәсәнов яҙған йырҙы башлай.
Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып
Тыңлар инем үлән үҫкәнен.
Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын,
Киске йылы елдең иҫкәнен.
Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып
Эсер инем шишмә һыуҙарын.
Әкрен генә башланған йыр көсәйгәндән-көсәйә, уның моңло тауышы һәр кемдең күңеленә үтеп инә. Егеттәрҙең апайҙары, әсәйҙәре күҙ йәштәрен һөртә. Егеттәргә ағай-энеһе Хоҙайҙан һаулыҡ, ғүмер, бәхет теләй. Нәсимә апай: “Балаҡайыма тыуған ауылына иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтырға насип булһын инде”, – тип үҙенең доғаларын уҡый.
Розалия апаһының хәтерләүенсә, Марат бүтән ҡустыларынан үҙенең тырыш­лығы, илгәҙәклеге, эшсәнлеге, тыңлау­санлығы менән айырылып торған. “Әрмегә алынғас, һәр хатҡа ентекләп яуап яҙыр ине. Уның хаттарын, утыҙ ике йыл үтһә лә, һаҡлайым, һағынған сағымда уларҙы уҡып, илап алам”, – ти.
Розалия БАМ-да төҙөлөштә эшләп ҡайтҡан, әле хаҡлы ялда. “Шуныһы үтә лә үкенесле булды: дауаханала ятыу сәбәпле, ҡустымды һуңғы юлға оҙатырға ҡайта алманым”, – ти.
Мараттың 30 апрелдә яҙған хатынан: “Афғанстандан сәләм! – тип башлаған. – Һаумыһығыҙ, апай, еҙнә! Хәлдәрегеҙ нисек? Минең һәйбәт, хеҙмәтем яйлап бара. Һауа торошо ғына ныҡ эҫе. Ашхабадта хәрби әҙерлек үткәс, самолетта Ҡабулға килдек. Унда бер көн торҙоҡ. Һуңынан йөк самолетына ултырып, бер яланға килеп төштөк. Бында ун көн тәбиғәт шарттарына күнегеү үткәс, Афғанстан менән Пакистан сигенә килтерҙеләр. Кисә көслө атыш тауыштары ишетелде. Тимәк, дошмандар эргәлә генә...”
20 июлдә яҙған хаты: “Бик оҙаҡ хат яҙа алмай киттем. Кисә ер тетрәне. Тәүгеһе улай ныҡ булманы, икенсеһе көслө булды, ер һелкенеп торҙо, хатта баш әйләнде, күңел болғанды...
Апай, һеҙ дөйә итен ашағанығыҙ бармы? Ә бына беҙ аҙашып йөрөгән дөйәне атып алдыҡ. Һуйырға, тунарға бысаҡ та, балта ла юҡ... Ҡаялар аша юғарыға менде­реү ныҡ ауыр булды... Асыҡҡанда яҡшы булып ҡалды. Аҫта бер ташландыҡ ҡышлаҡтан тәгәс, ҡалаҡ, ятып торорға әйберҙәрен, тәҙрә, ишектәрен алып мендек...
Хат яҙам да, ул ҡасан китер, конверт юҡ. Ҡасан вертолет килер?
Исмаһам, тамаҡ та туйып ҡалыр ине, туйғансы һыу эсер инек. Конверт та булыр ине. Ә, бәлки, ағай-эненән, дуҫтарҙан хат та булыр. Көн ныҡ эҫе, һыу эске килә”. 16 сентябрҙә яҙған хатында: “Һеҙҙе ныҡ һағындым, ғаилә менән фотоға төшөп һалығыҙ”, тигән. Октябрь айындағы хатында “Апай, бандеролеңде алдым, ҙур рәхмәт, тик шоколадың иреп аҡҡан. Бүтән миңә посылка һалам тип расходланып ятмағыҙ. Минең бөтәһе лә бар...” тигән.
Был уның һуңғы хаты була. Ул 1985 йылдың 20 октябрендә ҡаты яралана, ноябрь башында Ғәзимйән ағай менән Нәсимә апай аяҡтан йығырҙай хәбәр ала: “Улығыҙ Ташкентта хәрби госпиталдә ята, килегеҙ”.
Ибраһимовтар нимә уйларға белмәй, ашығып колхоз идараһынан аҡса яҙҙырып ала ла Ташкентҡа самолетта оса.
Госпиталде эҙләп тапҡансы арманһыҙ була атай менән әсәй. Тынсыу палатаға барып ингән әсәнең тубыҡтары бушап, ҡалтыранып барып төшә яҙғанында, әлеге минутта берҙән-бер таянысы булған Ғәзимйән ағай тотоп ҡала.
Иҫһеҙ ятҡан Маратты тәүҙә улар танымай. Маңлайындағы яранан ҙур булып шешек сыҡҡан... Әсәй менән атай ғәзиз балаҡайының ҡулдарынан тотоп байтаҡ һыҡтап ултыра. Шунда йөрөгән бер шәфҡәт туташы уларға сәй эсереп, йәндәрен иретерлек һүҙҙәр табып, госпиталдән йыраҡ булмаған бер мәрйәгә урынлаштыра. Икенсе көн ҡара таңдан тороп, әсә йөрәген ярып сыҡҡан балаһына ғүмер ялғарҙай теләктәр менән һурпа әҙерләй. Атай менән әсәй ғәзиздәренең асыҡ күҙҙәрен күреп: “Хоҙайыма мең рәхмәт, балаҡайыбыҙ тере”, – тип шатлыҡлы күҙ йәштәрен һөртә. Ҡашыҡлап, алмашлап аш ашаталар, йыуындыралар. Шунда ғына уның аяҡ-ҡулдары йөрөмәгә­нен, телһеҙ ҡалғанлығын аңлайҙар.
Бер нисә көн шулай дауам итә. Ғәзимйән ағай палатанан сыҡҡан арала, әсә улының битенән һөйә, шул саҡ Марат: “Инәй, алып ҡайт мине?!” – ти. Әйтерһең дә, әсәне ток һуға, ултырған урынынан ырғып тороп, ирен эҙләп таба:
– Марат иҫенә килде. Ғәзимйән, ишетәһеңме, инәй, алып ҡайт мине, ти бит, әйҙә, алып ҡайтайыҡ балаҡайымды.
Йүгереп палатаға инһәләр, яралы ҡәҙимге хәлендә ята. Уғаса врачтар уны алып сығып, маңлайындағы яраһын ярып, таҙартып бәйләп, кире килтереп һала. Шул саҡ ҡына Нәсимә апай күрше койкалағыларҙың ҡысҡырышып, яралары һыҙлауҙан әрнеп, ыуаланып ятыуына иғтибар итә: уларҙың ҡайһыһының ҡулы, аяғы юҡ, хатта берәүҙең ике күҙе лә һуҡыр. Ҡысҡырып ятҡандарға шәфҡәт туташы:
– Ниңә шулай ҡысҡыраһығыҙ?! Ана, Ибраһимов бер ҙә ҡысҡырмай, шып-шым ғына ята, – ти. Уға яуап итеп яралыларҙың береһе:
– Әмәлкәйҙәре булһа, ҡысҡырыр ине лә... – ти.
Ун көн ваҡыт “һә” тигәнсә үтеп тә китә. Маратты дауалаған табип Ғәзимйән ағайҙы үҙ бүлмәһенә саҡырып ала ла:
– Ныҡ булығыҙ, улығыҙҙың хәле насар, әҙәм булмаҫ, ауылығыҙға ҡайтығыҙ. Үҙегеҙҙе бөтөрмәгеҙ, – ти.
Ғәзимйән ағай балаһының көндән-көн шиңгәнен йәне-тәне менән тойһа ла, улының үлеренә ышанмай, йәш кеше терелер тип көтә. Әммә врачтың һүҙе уны шаңҡыта. Ауа-түнә аэропортҡа барып билет алып килеүенә врач тағы ла ҡаршы осрай. Ул Ғәзимйән ағайҙың ҡулында бер генә билет күреп:
– Мин һеҙгә әйттем бит, икегеҙ ҙә ҡайтығыҙ тип. Әбейеңде бында ҡалдырып, ике мәйет алып ҡайтырға итәһеңме? – тип дорфа ғына бәрелә. Күҙенә йәш алған атай кеше яңынан аэропортҡа барып ҡатынына ла билет алып килә.
Ҡайғынан ҡаңғырған Ғәзимйән ағай юлға ҡайтырға тип һалып ҡуйған аҡсаһын да шунда юғалта. Өфөгә тиклем ҡайтырҙар ҙа ул, ә Өфөнән Учалыға нимә эшләрҙәр? Донъяла изге күңелле кешеләр бар бит ул! Ғүмерҙә лә күрмәгән-белмәгән бер мәрйә, уларҙың хәлен аңлап, үҙ аҡсаһы менән Учалыға тиклем түләп алып ҡайта. Ғәзимйән ағай менән Нәсимә апайҙың был ҡатынға рәхмәттәре ҙур була, бурыс­тарын түләһәләр ҙә, уны онотмай, гел изгелектәр генә теләйҙәр. Улар ҡайтып күп тә үтмәй, 22 декабрь көнө 13 декабрҙә яҡты донъя менән хушлашҡан Маратты цинк табутта килтерәләр.
Яңы ғына ун туғыҙы тулған егетте мәңгелек донъяһына оҙатырға бөтә ауыл халҡы, олоһо ла, кесеһе лә сыға. Нәсимә апайҙың ары китһә лә, бире барһа ла, ауыҙында бер генә һүҙ була: “Инәй, алып ҡайт мине?!” Әсә, оло ҡайғыны күтәрә алмай, дауаханаға барып эләгә. Ғәзимйән ағай ҙа улының үлеменә, ҡатынының ауырып китеүенә ныҡ ҡайғыра. Илле һигеҙ йыл татыу, матур ғүмер иткәндән һуң, ул гүр эйәһе булып ҡуя.
1988 йылдың 28 декабрендә, үлгәндән һуң өс йыл үткәс, яугир-интернацио­на­лисҡа СССР-ҙың Юғары Советы Прези­диумының Почет грамотаһы ебәрелә.
Марат Ибраһимовтың иҫтәлегенә уҡыған мәктәбендә мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған. Ибраһимовтар ғаиләһенән икенсе ҡыҙҙары Миңзәлә лә армия хеҙмәтендә була, улдары Фәнүз һәм Мирхәт тә үҙҙәренең изге бурысын үтәй. Тик Мараттың ҡустылары Рәмүз менән Рәмил хеҙмәткә барырға теләһә лә, атай-әсәй рөхсәтен ала алмай.
Афғанстанда ғына күпме Рәсәй халҡы башын һалды. Күпме техника ҡырылды. Ил иҡтисадына күпме зыян килде. Хәйер, хәрби һуғыш хәрәкәте беҙҙең Рәсәй өсөн туҡтағаны булдымы икән? Тарих битенә күҙ һалһаң, 1918 – 1922 йылдарҙағы Граждандар һуғышы, 1920 йылғы Совет-поляк һуғышы, 1936 – 1939 йылдарҙағы Испания, 1939 – 1940 йылдарҙа – финдар менән, Ҡытай, Венгрия, Дамански утрауында, Жаланашколь күле буйында, Алжирҙа, Мысырҙа, Йәмәндә, Вьетнамда, Сирияла, Анголала, Мозамбикта... 1941–1945 йылдарҙағы тарихта булмағанса дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы был теҙмәлә айырым урынды алып тора.

Учалы районы,
Сәфәр ауылы.


Вернуться назад