Рамаҙан айы менән, мосолман ҡәрҙәштәр!18.05.2018
Рамаҙан айы менән,  мосолман ҡәрҙәштәр!Кисә Изге Рамаҙан айы башланды, ул 16 июндә тамамлана. Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға Рамаҙан айында ураҙа тотоу фа­рыз. Ураҙа таң беленә башлағандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылып тороуҙан ғибәрәт. Белә-күрә әҙ генә булһа ла ризыҡ йотоу ураҙаны боҙа. Ундай осраҡта ураҙаны боҙған кешегә ҡаза һәм ҡәффәрәт тейеш.

Ҡаза ул — көнөнә көн, ә ҡәффәрәт — бер көн ҡалған ураҙа өсөн 60 көн ураҙа тотоу. Әгәр уның ҡәффәрәткә көсө етмәһә, ул алтмыш фәҡирҙе бер көн, йәки бер фәҡирҙе алтмыш көн туйғансы ашатырға тейеш. Ауыҙ асҡанда яңылыш һыу йотолоп, ураҙа боҙолһа, ҡояш байығандыр тип уйлап ауыҙ асһаң, йәки ураҙа көслөк менән боҙолһа, ҡәффәрәт тейеш түгел. Изге Рамаҙан айының 26-сы көнөнән 27-һенә ҡарай төндә үтә торған бай­рам  Ҡәҙер кисе тип атала.
Күңелдәргә шатлыҡ бирә
Изге Рамаҙан,
Оноттора бар ҡайғыны
И, изге аҙан.
Нурҙан ғына тора кеүек –
Донъялар яҡты,
Уйлана белгән кешенең
Иманы артты.

(Гүзәл Ситдыҡова).


Вернуться назад