Кейемеңдән милләтеңде танырмын18.05.2018
Кейемеңдән милләтеңде танырмынБының сере милли асылда ятамы икән инде, уныһын тулыһынса әйтеп аңлатып та бөтөп булмай, әммә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыйыулығы хаҡында оҙаҡламай төрки донъяһы ғына түгел, бөтә Ер шары таныр әле. Был фекеремде шуға бәйләп әйтәм, сөнки ниндәй генә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге сара булһын, беҙ унда милли кейемдә йөрөйбөҙ, бынан һис уңайһыҙланмайбыҙ, хатта ки үҙебеҙҙе бик иркен тоябыҙ.

Ә бит ҡашмауҙар, түшелдеректәр күләме менән еңел дә түгел. Төркиәлә саҡта, ғаиләмә нимә лә булһа алайым әле, тип милли кейемде багаждан алып, йөктө үлсәтһәм, ете килограмға кәмене. Беҙ милли кейемдәрҙе байрамдарҙа ғына кейәбеҙ, ә бит өләсәйҙәребеҙ көн дә тиерлек түшелдерек менән йөрөгән.
Әбйәлил районынан Сәрбиямал апайҙан эшләтеп алған һаҡалымды бер мәл тағып Татарстанға барырға насип итте. Татар ҡатындары ғына түгел, республиканың элекке президенты Миңтимер ағай ҙа таң ҡалды: “Башҡорт ҡыҙҙары ҡыйыу инде ул, беҙҙекеләрҙән быны таҡтырып та булмай...” – тип йылмайҙы. Бәлки, ир-ат яңылышалыр, тип тә уйлайһың, әммә шул йылы Туҡай премияһына лайыҡ булған Мәҙинә Маликова ла был фекерҙе раҫланы: “Урамға сығыу менән үк үҙебеҙҙекеләр ятып көләсәк”, – тине ул.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә депутаттар ҙа, министрҙар ҙа милли кейемде үҙ итте. Шәп тә инде. Дәүләт власына яҡын булғандарҙың был аҙымын хуплап телгә алам, сөнки баш тартҡандар ҙа юҡ түгел. Был, моғайын, кешенең эске инанысынан киләлер.
Бөгөн Сибайҙа 2020 йылда буласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған III “Сәсмәүерем, селтәрем-2018” төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестиваль-конкурсы үтеүе лә әйткәндәремә бер ҡеүәт. Сибай ҡалаһы, шәһәрҙең мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, Сибай сәнғәт колледжы, Асия Ғәйнуллинаның “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе, төбәк ағинәйҙәре ойошторған сараның маҡсаты – милли кейемде пропагандалау, йәштәрҙе был шөғөлгә йәлеп итеү, оҫталарҙан дәрестәр алыу, авторлыҡ проекттарын, ювелир изделиелары оҫталарын табыу, боронғо, заманса милли кейем өлгөләрендә зауыҡ тәрбиәләү, башҡорт милли кейемен әҙерләүселәр хаҡында мәғлүмәт туплау, фес­тиваль-конкурс нигеҙендә ғилми-ғәмәли эш башлау.
Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала: донъяның ҡайһы төбәгендә йәшәһәң дә, әгәр һиңә милли башҡорт кейеме үҙ икән, әйҙә, һынап ҡара һәләтеңде, башҡаларҙан һабаҡ ал! Ижади эштәр “Селтәр”, “Һаҡал”, “Дауат”, “Алмиҙеү”, “Ҡашмау”, “Йәш ҡыҙҙарҙың баш кейеме”, “Заманса түшелдеректәр”, “Таҡыя”, “Сәсмәүер”, “Сәс ҡабы”, “Сулпылар”, “Янсыҡ”, “Моҡсай”, “Беләҙегем, йөҙөгөм” номинацияларында ҡараласаҡ. Һәр кейемде халыҡҡа, тамашасыға күрһәтеү ҙә ойоштороласаҡ. Балалар, йәштәр кейемдәре лә айырым баһаланасаҡ.
Кейемдәрҙең эскизы, оҫталарҙың шунда уҡ эшен башҡарып күрһәтеүе лә конкурс талаптарына ярашлы барасаҡ. ХХI быуатта яңынан тергеҙелгән милли кейемдәребеҙ хаҡында ғилми яҡтан бергәләп фекер алышыр, милләттәштәребеҙ араһында киң йәйелдереп ебәрер өсөн шарттар тыуған мәлдә, бындай йәмле, рухлы саранан ситтә ҡалмағыҙ, хөрмәтле дуҫтар. Милли кейем ул бит милли паспорт һымаҡ. Бигерәк тә бөгөн, бөтә донъя этномәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған заманда, үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп, милли кейемебеҙҙе ғүмерлеккә өҫтөбөҙгә кейеп ҡуяйыҡ!


Вернуться назад