“Ҡыҙыл әтәс” ҡотора16.05.2018
“Ҡыҙыл әтәс” ҡотораБашҡортостан Хөкүмәте 11 майҙан төбәк урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерҙе. Ул хәүефле мәл тамамланып, ошо хаҡта махсус бойороҡ сыҡҡансы дауам итәсәк.

Бойороҡҡа ярашлы, республиканың Урман хужалығы министрлығы урмандарҙа күҙәтеүҙе көсәйтергә, патруль хеҙмәтенең һө­ҙөмтәлелеген арттырырға, халыҡ ара­һында аңлатыу эше алып барырға тейеш. Шулай уҡ урманда усаҡ, сүп-сар яғыу, үлән үртәү ҙә тыйыла. Документтың үтәлешен контролдә тотоу Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедовҡа йөкмәтелгән.
Әйткәндәй, үткән ял көндәрендә республикала 36 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙа өс кеше һәләк булған, ике кеше йәрәхәт ал­ған. Ике көн эсендә янғын хеҙмәткәрҙәре 422 тапҡыр тревога буйынса күтәрелгән, шул иҫәптән 28 осраҡта – ҡоро үлән, 203 осраҡта үртәлгән сүп-сар янғынын һүндереү өсөн.
Йыл башынан төбәктә 47 урман янғыны теркәлгән. Һөҙөмтәлә 293,6 гектар “йәшел ҡалҡан” зыян күргән. Шул иҫәптән 12–13 майҙа республикала 21 янғын сығып, уларҙа 135 гектар урман әрәм булған.
– Белорет урмансылығында йыл башынан һигеҙ урман янғыны теркәлде, уларҙа 50 гектарҙан ашыу майҙан зыян күрҙе. Ишле ауылы эргәһендәге участкала хәл киҫ­кен ҡала. Утты һүндереү эше төндә лә дауам итә. Был биләмәлә 10-15 майҙа дүрт янғын сыҡты һәм 45 гектар ер тәләф­ләнде, – ти етәксе Олег Муллоджанов.
Рәсәйҙә иһә әле 66, 4 мең гектар самаһы урман яна. 13 майҙа, йәғни бер тәүлек эсендә, 60 янғын теркәлгән. “Ҡыҙыл әтәс” Амур өлкәһендә ныҡ ҡотора, 38,5 мең гектар урманды ялмап алған. Унан ҡала Байкал аръяғында 23 урында 25,6 мең гектар ер яна. Хабаровск крайында – 1,8 мең, Йәһүд автономиялы округында 73 гектар майҙан ут эсендә.



Вернуться назад