Бары имтихан ғына...16.05.2018
Бары имтихан ғына...Ҡәҙерле балаң мәктәптә уҡый икән, теләйһеңме-теләмәйһеңме, был теманы бер нисек тә урап үтеп булмай: йыл бизмәне яҙға ауыштымы, мәктәптәрҙә ғәжәйеп әүҙемлек күҙәтелә, Берҙәм дәүләт имтихандары уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ғына борсолоуына түгел, ата-әсәләрҙең дә “баш ауырыуына” әүерелә. Берәү ҙә битараф ҡалмай, сөнки белем менән бер рәттән психологик ныҡлыҡ, үҙ-үҙеңде тота белеү кеүек сифаттар ҙа талап иткән ҡатмарлы һынауҙы балаларыбыҙға үҙ тиреһендә тойорға тура килә. Ысынлап та, һуңғы тиҫтә йылдарҙа БДИ һәр үҫмер өлөшөнә төшкән тәҡдиргә, киләсәкте билдәләгән оло һынауға әүерелде. Әйтергә кәрәк, уның тирәләй бәхәстәр әле лә тынмай, шул уҡ ваҡытта имтиханды һәр йәһәттән камиллаштырыу ҙа туҡтағаны юҡ – йылдан-йыл яңылыҡтар өҫтәлеп тора, киләсәктә, ғөмүмән, имтихан тапшырасаҡ фәндәрҙең һанын һәм төрҙәрен арттырыу күҙаллана.


Әйтәйек, яңыраҡ ҡына Интернет селтәрен түбәндәге яңылыҡ тултырҙы: йәнәһе, тиҙҙән математика һәм рус теле менән бер рәттән география фәненән дә мотлаҡ имтихан тапшырасаҡтар. Әлбиттә, былай ҙа тынғыһыҙ осорҙа яңылыҡ йәмәғәтселек араһында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырҙы. Ниһайәт, бер нисә көндән ошо тема буйынса анығыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. Баҡһаң, Рәсәй ғалимдары киләсәк быуындың географик белемен үҫтереү концепцияһы проектын төҙөй икән. Уның ярҙамында норматив акттар ҡабул ителәсәк, аныҡ күрһәтмәләр тормошҡа ашырыласаҡ. Документты эшләүҙә Рус география берләшмәһе лә ҡатнаша. Интернеттағы хәбәрҙәрҙән һуң, йәмғиәттәге тынғыһыҙлыҡты тойоп, Рәсәй Мәғариф министрлығы рәсми мәғлүмәт тарата һалды: “Эйе, концепция әҙерләнә, әммә былар бер нисек тә мәктәп уҡыусыларына ҡағылмаясаҡ, география фәненән мотлаҡ имтихан булмаясаҡ”.
Уның ҡарауы, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: билдәле булыуынса, 2022 йылдан Рәсәй уҡыусылары сит телдән мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлаясаҡ. Әле һуң түгел: уға тиклем фән менән ныҡлы ҡыҙыҡһынып, бер нисә сит телде төплө өйрәнергә була.
Әйткәндәй, төп осор башланыр алдынан илебеҙҙә Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытынан алда тапшырыусылар өсөн ойошторола. Март-апрель айҙарында үткән сарала быйыл 23 меңдән ашыу кеше көсөн һынаған, уларҙың ике меңгә яҡыны мәктәпте былтыр тамамлаған. Аныҡлап үтәйек. БДИ-ны алдан тапшырыу хоҡуғына киске (сменалы) дөйөм белем биреү учреждениеһында уҡыусылар; хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар; халыҡ-ара йәки Рәсәй кимәлендәге спорт сараларында ҡатнашыусылар; сит илгә йәшәргә йәки уҡырға китеүселәр; БДИ ваҡытында медицина учреждениеһына дауаланыуға ебәрелеүселәр; Рәсәйҙән ситтә урынлашҡан, ҡатмарлы климат шарттарында йәшәгән граждандар һәм, әлбиттә, мәктәп тамамлағанда тейешле балды йыя алмаған йәки һөҙөмтәләрен яҡшыртырға теләгән элекке уҡыусылар эйә.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, быйыл БДИ-ны алдан тапшырыу этабында 200 тәртип боҙоусы имтихандан сығарылған. Уларҙың күбеһе сымһыҙ телефон файҙаланған йәки шпаргалка ҡулланған. “Рособрнадзор” етәксеһе Сергей Кравцов әйтеүенсә, техниканы алдау мөмкин түгел: имтихан ваҡытында барыһы ла устағылай күренеп тора, тәртип боҙоусылар шунда уҡ иғтибарға алына.
Быйыл алдан тапшырыусыларҙың күбеһе рус теленә, профилле математикаға, йәмғиәтте өйрәнеү фәненә өҫтөнлөк биргән. Биология, физика, химия буйынса тапшырыусылар ҙа күберәк булған. Имтихандар илдең 245 пунктында үткән. Быйыл май аҙағында башланасаҡ БДИ-ның төп этабында иһә 724 мең уҡыусы белемен һынаясаҡ.
Әйткәндәй, БДИ һөҙөмтәләренән тыш, юғары уҡыу йорттары шәхси ҡаҙаныштар өсөн дә өҫтәмә балл бирә. ГТО нормаларын алтын билдәгә тапшырып, мәктәпте, колледжды тик “бишле” билдәләренә йәки “ҡыҙыл диплом”ға тамамлап, ирекмәнлек менән шөғөлләнеп, унға тиклем өҫтәмә балл алырға мөмкин. Күпме икәнлеген һәр уҡыу йорто үҙе хәл итә. Шулай уҡ Рәсәй Мәғариф министрлығы тағы бер яңылыҡ тәҡдим итмәксе: 23 йәше тулмаған, бакалавриатта һәм специалитетта белем алырға ниәтләгән йәш әсәләргә тағы ла өс балл өҫтәргә ниәтләйҙәр. Әгәр ҙә документ ҡабул ителһә, киләһе йылдан ул көсөнә инәсәк. Һәр бер балдың мөһимлеген иҫәпкә алһаҡ, абитуриент өсөн был мөмкинлек – ифрат ҙур ярҙам.
Нисек кенә ҡатмарлы һәм мөһим булмаһын, имтихан барыбер ябай һынау ғына. Уның һөҙөмтәләре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, атай менән әсәй балаһын артығыраҡ йәки кәмерәк ярата башламаясаҡ, тормош та үҙ яйы менән дауам итәсәк, һәләттәрҙе ҡулланырлыҡ башҡа мөмкинлек-форсаттар килеп сығасаҡ. Һығымта бер: йәйҙең ошо ҡыҙыу осоронда балаларығыҙҙың ҡанаты, терәк-таянысы булығыҙ, күңел йылыһын, яҡшы һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең ярҙамығыҙ имтихандарҙың һөҙөмтәһендә мотлаҡ ыңғай сағылыш табасаҡ.


Вернуться назад