Халыҡ күңеленең көҙгөһө16.05.2018
Ысынлап та, һәр әҙәби әҫәргә уның ижадсыһы үҙенең хис-тойғоһон, уй-фекерҙәрен, күңелен һала. Яҙыусының бөтә аҡылы, тормош тәжрибәһен туплаған көс ул һүҙ сәнғәте. Илһам минуттарында улар шиғыр ҙа, хикәйә лә, роман да булып түгел, ә ижадсының рух тулҡындарында елпенгән аҡ елкәнле карап рәүешендә хис-тойғо даръяларын йырып сыға. Яҙыусының ҡайғы-хәсрәте лә, шатлыҡ-ҡыуанысы ла мөғжизәле нәфис һүҙгә төрөлөп уҡыусы күңеленә барып етә. Һәм меңәрләгән күңел көҙгөләре ҡанатлы һүҙҙәрҙе бер-береһендә сағылдырып, әҙәбиәт тигән сағыу йондоҙлоҡто бергә балҡыта. Халыҡ күңеленең нуры булып тыуа һүҙ сәнғәте.
Эйе, әҙәбиәт – халыҡ күңеленең көҙгөһө. Ер сатнаһа, шағир йөрәге аша үтә. Замананың тетрәнеүҙәрен тойған, аһ-зарҙарын, бөйөк мәлдәрен йырлаған ижадсылар ҡараңғы төндә киләсәккә саҡырған, юлсылар һуҡмағын яҡтыртҡан маяҡ кеүек. Уларҙа – тормош асылы, дәүер һулышы, халыҡ йәшәйеше.
Бүздәк районының мәҙәниәт йортонда үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған “Шиғри тамсылар” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Сара Ирек Саҡаев һүҙҙәренә ижад ителгән Гүзәл Әхмәтова башҡарыуындағы “Бүздәгем сейәләре” йырына Регина Шәйхәйҙәрова етәкселегендәге “Өмөт” халыҡ бейеү ансамбле сығышы менән күтәренке рухта башланып китте. Алып барыусылар – китапханасы Гөлнара Хәбирова менән Нурлан Ғәниев, бәрәкәтле Бүздәк ерлегендә ҡәләм тирбәтеүселәрҙе сәләмләп, Ирек Саҡаевтың, Фәнирә Мансапованың, Асия Саҡаеваның, Ғәмилә Мәсәлимованың, Фларит Сәйфетдиновтың, Марат Моратовтың, Рәйсә Яҡупованың, Нур Ахуновтың һәм Элина Исхаҡованың шиғырҙарын сәнғәтле, күңелдәргә үтеп керерлек оҫталыҡ менән уҡып ишеттерҙе.
Мөхәббәт, бала саҡ, тыуған яҡ, тәбиғәт, әсә, йәшәү мәғәнәһе, йәшлек, бәхет, һуғыш ауырлыҡтары, Бөйөк Еңеү тураһында береһенән-береһе тәрән мәғәнәле шиғри юлдар яңғырағанда залда хатта тын алған тауыш та ишетелмәне. Һәр бер шиғырҙы иғтибар менән хисләнеп тыңлап ултырған тамашасы көслө алҡыштарын йәлләмәне. Ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән махсус видеояҙмалар ижадсылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға ярҙам итте. Зал тулы шиғриәт һөйөүселәр булыуы һоҡландырҙы. Йылы хис-тойғоға күмелгән байрам сәхнәһенән шиғри әҫәрҙәр менән бергә йыр-моң да ағылды. Популяр йырсылар Гүзәл Әхмәтова, Гөлназ һәм Элмир Ғәзизуллиндар, Илдар Шәрипов, Резеда Бүләкова, Ришат Ғәлиханов һәм Бүздәктең йәш йырсыһы Айнур Кинйәкәев башҡарыуындағы йыр-моңдоң күпселеге ижадсыларҙың һүҙҙәренә яҙылғайны. Ҡәләм тирбәтеүселәрҙең әйтер һүҙҙәре йөрәктәрҙән йөрәктәргә етеп, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылды.
Бүздәк районы,
Иҫке Боғаҙы ауылы.