Был хәл 2011 йылдың июнендә булды. Көн эҫе. Ауыл халҡы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан өйҙәренә ҡайта ине. Көн кискә ауыша. Шул ваҡыт Хәлил ауылының ҡап уртаһында бер йорт яна башлай. Тиҙ арала ялҡын уны ялмап та ала. Бөтөн халыҡ, кемдең ҡулында нимәһе бар, шуның менән ут һүндерергә йүгерә.
Район үҙәгенән янғын һүндереү машинаһы ла килеп етә. Өй эсендә кеше барлығын бер кем дә белмәй әле. Шул ваҡыт Магнитогорск ҡалаһынан килгән ҡунаҡ егет Руслан Ғәлин менән Руслан Ибраһимов өҫтәренә берәр биҙрә һыу ҡоя ла ут эсенә инеп китә. Төтөн араһында тауыш ишетеп, улар 80 йәшлек өй хужаһы Мортаза Төрөкмәновты ҡотҡара. Руслан Ғәлин тағы ла ут эсенә инеп юғала. Ул ауырыу әсәһен алып сыға алмай маташҡан Ирнат Төрөкмәновты ла ҡотҡара. Руслан үҙе лә йәрәхәтләнә. Ирнат иһә: “Эстә әсәйем ҡалды”, — тип кире ут эсенә инеп китә. Шул ваҡыт түбә таҡтаһы емерелеп, Мәрйәм Төрөкмәнова менән улы Ирнат фажиғәле һәләк була. Мортаза Төрөкмәнов та иҫән ҡала алмай, егеттәр алып сыҡҡанда яртылаш янған була. Был турала Башҡортостан, Мәскәү телевидениеһы һөйләне. Минеңсә, ошо янғында үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып ут эсендә йөрөгән Руслан Ғәлин менән Руслан Ибраһимовтың ҡыйыулығы республикабыҙ етәкселеге тарафынан иғтибарға алынһа, һәйбәт булыр ине. Ут эсенән алып сыҡҡан кешеләр йәшәй алмаһа ла, егеттәр батырлыҡ күрһәтте бит.
Закир НИҒМӘТУЛЛИН.
Әбйәлил районы,
Хәлил ауылы.