Ауырғазылар өлгө күрһәтә15.05.2018
Ауырғазылар өлгө күрһәтәЯҙғы сәсеү республикабыҙҙа ойошҡан башланып китте. Йылдамлыҡтың һәм етеҙлектең сере ябай ғына. Оҙайлы ҡыш миҙгелендә яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнгәс, техника ремонтланғас, орлоҡ ҡайтарылғас, әле бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар юҡ. Шулай уҡ Ауырғазы районы хужалыҡтары ла ең һыҙғанып эшкә тотондо. Иң мөһиме, крәҫтиәндең күңеле тыныс. Көндәр генә аяҙ тороуын теләй һәр кем. 

Төбәк әллә ни ҙур майҙанды биләмәй, уның ҡарауы, ыҡсым ғына урынлашҡан. “Дружба” ауыл хужалығы етеш­тереү кооперативының үҙәге Сәмәндә урынлашҡан. Хужалыҡ элиталылар рәтенә инә, бында ике тиҫтә йылдан ашыу бойҙай һәм арпаның иң юғары сорттарын үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Быйыл аш­лыҡтың уңырына ҙур өмөт бағлайҙар. Хәйер, йыл да гектарынан уртаса 35 центнер уңыш алғас, былай тиергә тулы нигеҙ бар. Шул уҡ ваҡытта ужым культуралары тигеҙ шытҡан. Әле сәсеүҙә тиҫтәгә яҡын агрегат эшләй.
Шул иғтибарға лайыҡ, хужалыҡ барлыҡ ер эштәрен дә үҙҙәренең көсө менән башҡара, ситтән берәүҙе лә йәлеп итмәйҙәр. “Дуҫлыҡ”тың заманса тиҫтәгә яҡын комбайны барлығын белгәс, быға тулыһынса инандыҡ.
“Дружба” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зиләүер Мәҡсүтов белдереүенсә, йыл һайын тигәндәй өр-яңы техника һатып алалар. Заманса орлоҡ киптергес, ырҙын табағы, келәттәр — барыһы ла төҙөк, ҡараулы. “500 ферма” программаһы сиктәрендә һөтсөлөк фермалары ла заманса йыһазландырылған. Ҡеүәтле һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. 
Хужалыҡ етәкселеге һыйыр малын яңыртып тора, шуларҙың күбеһе – һауын һыйыры. Тоҡом­солоҡ репродукторы булараҡ симменталь тоҡомло таналар, үгеҙҙәр ҙә үрсетеп һаталар.
Ер эшкәртеүҙең ни тиклем мәшәҡәтле булыуын белеү өсөн һорау бирҙек, ошо хаҡта бына нимә тине хужалыҡ рәйесе:
— Бер уңыш та еңел бирелмәй, күп көс, тырышлыҡ һалырға кәрәк. Хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың эш шарттарына иғтибарлы булыу ҙа мөһим роль уйнай. Кредит ҡулланмайбыҙ, тик үҙебеҙҙең аҡсаға йәшәйбеҙ. Эш хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ, коллектив ағзаларын шифаханаға ла ялға ебәрәбеҙ.

***
Фермер булыу өсөн тырышлыҡ һәм йүнселлек сифаттарына эйә булыу зарур. Усман ауылынан Илдар Ҡотлоюлов иһә Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙер Башҡортостан дәүләт аграр университеты) уҡып йөрөгәндә үк яҙмышын ауыл менән бәйләргә ҡарар итә. Тыуған яғына ҡайтып, “Путь Ленина” колхозында агроном булып эшкә урынлаша.
Ун йылға яҡын ошо хужалыҡта эшләгәндән һуң, ҡатыны Фәриҙә, туғандары менән кәңәшләшеп, Усманда йәшәргә хәл итәләр. Ауыл осонда йорт һалып сығалар. Илдар мәктәптә географиянан һәм музыканан уҡыта. Әммә ауыл мөхитен үҙ иткән, ерһеҙ-малһыҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән егет крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Атаһы ла, бер туған ҡустылары ла ер эшен яҡшы белгәс, егеттең башланғысын хуплайҙар. Тәүҙә ҡатыны менән үҙенең пай ерен берләштереп, иген сәсәләр. Тәүге осоро техника юҡлығы, тәжрибәһеҙлек, әлбиттә, бәкәлгә һуға. Фермерға “Өршәк” колхозы ла ҙур ярҙам күрһәтә, техника бирә, эштең асылына төшөндөрәләр. Тәүге йылдарҙа фермер бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Эше яйлап юлға һалынғас, ауылдаштарын эш менән тәьмин итә. Хеҙмәттәре өсөн аҡсаһын да түләй, шәкәрен дә бирә. Һуңынан хужалыҡты алып барыу өсөн трактор, комбайн, ер эшкәртеү ҡорамалдары һатып ала.
– Ул осорҙо иҫкә төшөрһәң, күңелгә нисектер болоҡһоу булып китә. Әммә ныҡыш, түҙемле булыуыбыҙ ғына эште артабан уңышлы алып барырға булышлыҡ иткәндер, моғайын. Бөгөн донъям түңәрәк, яратҡан эшем дә бар. Балаларҙың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, – ти Илдар Миңләсҡәт улы.


Вернуться назад