Водитель танытмаһы, сит ил паспорты...15.05.2018
Ил Хөкүмәте водитель танытмаһы, сит ил паспорты алғанда дәүләт пошлинаһын арттырыу хаҡында ҡарарҙы хупланы. Әлбиттә, артабан закон проекты Дәүләт Думаһы аша үтеп, ил Президентының раҫлауын алырға тейеш.

Әле биометрик сит ил паспорты тултырыу өсөн дәүләт пошлинаһы 3,5 мең һум тора. Хәҙер 14 йәштән өлкәндәргә паспорт өсөн биш мең түләтергә йыйыналар. 14 йәштән бәләкәйҙәргә йыйым 1,5 мең һумдан 2,5-гә тиклем үҫәсәк. Водитель танытмаһы бер меңгә ҡиммәтләнә — яңы уҡып сыҡҡандарға хәҙер төп документ өсөн өс мең һумын сығарып һалырға тура киләсәк. Бынан тыш, транспорт сараларын теркәгән өсөн дә пошлина арта. Бөгөн танытма 800 һум торһа, киләсәктә 1500 буласаҡ.
Закон проектында был документтарға хаҡ күтәрелеүен заман алымдарына ярашлы эш итеүгә киткән сығымдар менән аңлаталар. Мәҫәлән, бөгөн төбәктәрҙә Күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа килде. Февраль айынан иһә “бер тәҙрә” хеҙмәте лә пәйҙә булды. Хәҙер бер үк ваҡытта бер үк ғаризала бер нисә документҡа заказ бирергә мөмкин.


Вернуться назад