ШОҢҠАР ЕМТЕК АШАМАЙ, ТОЛПАР ЙЫУЫНТЫ ҺЫУ ЭСМӘЙ!15.05.2018
* * *
Һуғыш ваҡытында тылда ла еңел булмаған. 1937 йылда Инйәр төбәгенән репрессияланғандарҙың иҫәбе-һаны юҡ! Атайымдың тыуған ауылы Уҫманғәленән Хәмзә (фамилияһын хәтерләмәйем) Зәки Вәлидиҙең полк муллаһы булған. Ул байтаҡ ваҡыт шул тирәлә ҡасып йөрөгән. Уға ярҙам иткәндәр тип беҙҙең төбәк кешеләрен себен кеүек ҡырҙылар, тип һөйләй торғайны ҡәйнәм мәрхүмә. Контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләп, олатайымды ла алып киткәндәр. Ғаиләлә биш бала ҡалған. Һуғышҡа шулай ҡаҡшап килеп ингәндәр.
* * *
Һуғышҡа олатайымдың ике ҡустыһы ла алынған. “Яуҙа батырҙарса һәләк булдылар” тигән ҡара хаттар ғына килгән. Олатайым да әйләнеп ҡайтмаған инде. “Халыҡ дошманы” ғаиләһе кисергәндәрҙе Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен. Атайымдың яратҡан ҡустыһы Хәйерлезаман астан үлгән. Исеме хәйерле лә, заманы хәйерһеҙ булған шул.
* * *
Белорет металлургия заводына ҡорос ҡайнатыу өсөн бик күп күмер талап ителгән. Ағас күмере ҡулланғандар – унан ҡорос юғары сифатлы булып сыҡҡан. Инйәр төбәге тотош шул заводҡа эшләгән – ағас йыҡҡандар, күмер яндырғандар, тар колеялы тимер юл менән вагон-вагон күмер оҙатҡандар. Күп балалы йәш ирҙәрҙе бронь менән ағас ҡырҡырға алып ҡалғандар. Ҡайным да шулар араһында булған.
* * *
Ағас ҡырҡырға Башҡортостандың төрлө яҡтарынан йәш ҡыҙҙарҙы эшкә йыйып алып килгәндәр. Ул меҫкендәр ҡыштарын билдән ҡар йырып, арҡыры бысҡы менән ағас йыҡҡан. Баҫылып үлгәндәр ҙә булған. Ауыр эшкә сыҙамай, ҡаса торған булғандар, шуға күрә барактарҙы төнгөлөккә бикләп, тәҙрәләренә тимер рәшәткә ҡағып тотҡандар. Көҙйылғалағы бер баракта ҡыш төндә ут сығып, барак тулы ҡыҙҙар янып үлгән...
* * *
Гитлер ҙа “блицкриг”ка өлгәшә алмаған, беҙҙекеләрҙең дә һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙ үк еңербеҙ тигән өмөттәре аҡланмаған. Бронде лә ҡыҫҡартҡандар, ҡайнымды – биш бала атаһын – шулай уҡ һуғышҡа алғандар. Ағас ҡырҡыу нормаһы ҙур булған – көнөнә алты кубометр! Ҡәйнәм ҡайныма ярҙам итергә йөрөгән – арҡыры бысҡы менән бысып, бөхтә итеп әрҙәнәне өйөп, ботаҡтарын, сыбыҡ-сабығын йыйып ҡуйғандар: талап үтәлмәһә, норма әҙ яҙылған. Икеһенә 8-әр кубометр әрҙәнә өйә торған булғандар. Бензин бысҡыһы менән норма шулай ине леспромхоздарҙа 80-се йылдарҙа.
* * *
Ҡәйнәм икмәк алыр өсөн ағас ҡырҡырға бер үҙе йөрөй башлаған. Ялан яғынан килгән ҡыҙҙы беркеткәндәр. Ул бахыр, ағас күрмәгән бала, ҡарға йығылып китә лә, әйбере боҙланып туңа, ти. Боҙланған бейәләйе менән тотҡан балтаһы тайып әллә ҡайҙа оса икән. Йә бейәләйе ҡулынан сиселеп китә, ти. Ҡарға ултырып илай икән меҫкен. Ҡайҙан ҙур норма биреп булһын инде!
* * *
Ҡәйнәмдең һалым түләргә аҡсаһы булмай, недоимка йыйылып киткән. Һыйырын алырға килгәндәр. Ҡәйнәм өс йәшлек ҡыҙы Сәлиханы эләктереп алған да һыйыр һыртына ултыртҡан, бергә алып китегеҙ, барыбер аҡһыҙ астан үлә ул, тигән. Палнамуштары аптырап ҡалған, һыйырҙы ҡалдырып сығып киткәндәр. Аҙаҡ ниндәйҙер льгота барлығы асыҡланған, башҡаса төп туйҙырыусыға йоғонмағандар.
* * *
Колхозһыҙ беҙҙең төбәктә аслыҡ үҙәкте өҙгән. Бәрәңгеһе лә уңмаған, серегән шул йылдары. Ҡар ирер-иремәҫтән колхоз яғында баҫыуҙарҙан башаҡ эҙләргә сыҡһалар, беҙҙең яҡта бәрәңге яландарын ҡаҙа башлағандар – серегән бәрәңге ап-аҡ булып ярмаланып ята торғайны, тип һөйләй торғайны ололар. Шуны “трахмал” (крахмал тигәндән) тип йыйып алып, өшә бешергәндәр.
* * *
Күмер яндырырға ла Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡыҙҙар йыйып ебәргәндәр. Инйәрҙә булған шундай күмер мейестәре. Унда ағасты ялҡынланмай ғына яндырып, күберәк күмер килеп сыҡһын өсөн ҙур оҫталыҡ талап ителгән. Инйәрҙә әле лә бар “углежжение” тигән шул урын. Мейес урындары йылдар буйы ҡарайып күренеп ятты. Хәҙер нисектер...
* * *
Ҡәйнәм өс балаһын бер юлы имеҙеп, ас үлемдән һаҡлап ҡалған. Үҙе иһә асығыуҙан йығылып китә торған булған. Бер мәл оло улы Ғәзиз астан шешенгәс, һыйырҙы һуйҙыртырға булып киткән. Улы, үҫмер генә булһа ла, ололарса ҡаты һүҙен әйткән: һыйырһыҙ ҡалһаң, барығыҙ ҙа астан үлерһегеҙ. Ә былай – мин генә... Ни мөғжизә менән шул мәлдә кемдер бер түтәрәм икмәк биреп киткән. Ғәзиз ағай, шөкөр, әле лә иҫән.
* * *
Ҡайным 17 апрель ҡайтып төшкән. Ул йылы яҙ иртә килгән. Ғәзиз ағай шуны ишеткәс, Аҡбейә тигән алыҫ ҡына тауҙан яланаяҡ, бер туҡтамай йүгереп ҡайтҡан. Ә атаһы киткәндә имсәк бала булып ҡалған Мөхәммәт улы, атаһы урамға сығып барғанда: “Апа, шинелеңде оноттоң!” – тип ҡысҡырып, барыһын да шаңҡытҡан (апа – оло ир кешегә өндәшеү).
* * *
Ҡәйнәмдең теленән “Шөкөр итегеҙ!” тигән һүҙ төшмәне.