Тыуған яҡ йырсыһы15.05.2018
Тыуған яҡ йырсыһыБелорет районының Абҙаҡ урта мәктәбендә күренекле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе булды. Сараны “Тыуған яҡ йырсыһы” тип тиккә исемләмәгән абҙаҡтар, сөнки ғүмеренең ахырынаса тыуған яғын данлап, ижадында уның шәхестәрен, башҡорт халҡының көнкүрешен, шатлыҡ-ҡайғыһын, характерын күрһәтеп, ҡәҙерле яҡташтарына дан йырлап йәшәй рәссам.


Ниндәй генә шарттарҙа ла үҫкән төбәге менән бәйләнеште өҙмәй, йыш ҡайта, халыҡ менән осраша, уларҙы артабан картиналарында һынлан­дырыр өсөн төҫ-һынын, холоҡ-фиғелен күңеленә һеңдерә. “Сафа ағай”, “Мостафа ағай”, “Механизатор”, “Ғаилә”, “Өс ҡатын” һәм башҡа бихисап картиналарында уның яҡташтары һүрәтләнгән.
Күренекле башҡорт рәссамының тыуған яҡ биргән һутлы таланты уның “Алтын көҙ”, “Ауылда байрам”, “Көтөү”, “Тәҙрә янындағы ҡарсыҡ” һәм, һис шикһеҙ, “Колхозсы Рәжәп ғаиләһе” трип­тихында айырыуса баҙыҡ асыла. Шөһрәтле рәссам талант оҫтаһы булыуы өҫтәүенә ғәжәп ябайлығы, ихласлығы, мөләйемлеге менән яҡташтары күңелендә урын алған. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул үҙенең тауҙар ҡосағында ултырған Абҙағында ғүмер кисерә, ижад итә. Ә инде баҡыйлыҡҡа күскәс, үҫкән ауылы зыяратында ерләүҙәрен үтенә. Тыуған яҡ йырсыһы теге донъяла ла яҡташтары менән йәнәш булырға теләй.
Байрамдың йомғаҡлау кисәһенән Өфөнән ошо ауылда тыуып үҫкән йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, йәш яҙыусы, Шә­йехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәү­ләт премияһы лауреаты Айгиз Бай­мөхәмәтов, рәссамдың дуҫы, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Муллайән Сөйәрғолов, туғандары ла килгәйне. Ҡунаҡтарҙы мәктәп стена­һында мәшһүр рәссамдың барельефы “Хуш килдегеҙ” тигәндәй ихлас йөҙ менән ҡаршы алды. Әйткәндәй, мәктәп 2010 йылдан арҙаҡлы шәхес исемен йөрөтә. Коллектив, уҡыусылар бындай хөрмәткә лайыҡ булыу өсөн көсөн ҡыҙғанмай. Ошо төбәктән сыҡҡан күренекле хеҙмәт батырҙары, танылған кешеләр өлгөһөндә тәрбиә эшен алып барған белем усағы районда иң өлгөлө мәктәптәрҙең береһе булараҡ билдәле. Төрлө конкурстарҙа абҙаҡ­тарҙың тәүге урындарҙы яулауы — шуның ҡыуаныслы күрһәткесе. Рәссамды иҫкә алыу көндәрендә уның Белорет ҡалаһындағы уның картиналар галереяһына сәйәхәт ойошто­ролған.
СССР-ҙың халыҡ рәссамы хөрмә­тенә мәктәптә бай музей булдырылған. Иҫтәлекле әйберҙәр, ҡомартҡылар, картиналар рәссамдың барлыҡ тормошо, ижады хаҡында күҙалларға мөмкинлек бирә.
Әхмәт Лотфулла улы 1928 йылда Әбйәлил районының Ишҡол ауылында донъяға килә, Абҙаҡта үҫә, бала сағы, үҫмер йылдары ошонда үтә.
Сәнғәткә ғашиҡ, халыҡ ижадын яҡшы белгән ғаиләлә тәрбиәләнә буласаҡ рәссам. Атаһының башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуын Әхмәт күңеленә һеңдереп буй еткерә. Әсәһе әкиәттәр оҫтаһы булараҡ дан ала. Ҡурайсы ағаһынан ошо ябай ғына көпшәнән халыҡтың дәртен күтәрерҙәй көйҙәр өйрәнә.
Әхмәт Лотфуллин күп яҡлы талантлы шәхес була. Буш ваҡыттарында ул йыш ҡына ҡулына мандолинаһын алып, үҙенең генә түгел, дуҫтарының, ауылдаштарының күңелен, донъяһын йәмләй. Кем белә, бәлки, атаҡлы сәхнә кешеһе лә булып китер ине. Ғәжәп моңло йырлаған үҫмер тәүҙә музыкант булырға хыяллана бит. Һуғыш башланырҙан алда Башҡорт дәүләт филармонияһына халыҡ инструменттары ансамбленә эшкә урынлаша, радионан сығыштар яһай. Тиҙҙән Мәскәүҙә үтәсәк декадаға әҙерлек башлана, әммә ҡәһәрле һуғыш Әхмәттең генә түгел, миллионлаған совет халҡының изге пландарын өҙә, арыулана барған тормоштоң аҫтын-өҫкә килтерә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әхмәт Магнитогорск ҡалаһында токарға уҡырға инә. Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫ егет мәҙәниәт һарайындағы рәсем студияһында ла шөғөлләнә. Һынлы сәнғәт барлыҡ булмышын биләп алған егет һуңынан Ленинград һынлы сәнғәт-графика училищеһында белем ала, аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһында уҡыуын дауам итә. Вильнюс художество институтында ул профессиональ рәссам булараҡ үҫешә.
1957 йылда Әхмәт Лотфуллин республика күргәҙмәһендә “Әсә портреты”н ҡуя. Оло сәнғәт юлында уға фатиха биргән был хеҙмәте егеткә артабан киң юлдар аса. Унан һуң бер-бер артлы “Сафа”, “Мостафа ағай”, “Механизатор” тигән картиналарын яҙа. Йәш рәссам оҫталығын камиллаштыра барып, республика, төбәк, Бөтә Союз, халыҡ-ара күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Тыуған яҡ йырсыһыАбҙаҡтарҙың арҙаҡлы ауылдашының үлемһеҙ ижадына тоғро ҡалыуы, уны йәш быуындар йөрәгенә еткерергә тырышыуы асыҡ күренә. Рәссамдың юбилейы айҡанлы быйыл ижади эшмәкәрлек сиктәрен тағы ла киңәйтеп, район, республика күләмендә бер нисә конкурс ойошторғандар. Мәҫәлән, “Минең кескәй Ватаным” тигән бәйгелә 64 картина тәҡдим ителгән. Был номинацияла тәүге урындарҙы алған Мария Миронова, Альбина Бөгөнбаева, Дарья Зимина, Вика Лайшева, Азалия Байсарина, Радмир Ғибәҙуллиндар бүләкләнде.
Бөгөн башҡорт телен өйрәтеү, йәш быуынға уның әһәмиәтен һеңдереү йәһәтенән һөйләшеүҙәр ҡыҙа. Кемдер арҡыры ятҡанды буйға әйләндереп һалмаһа ла, билдәле маҡсат менән һөрән һала, икенселәр оҙон мәҡәләләр менән матбуғат биттәрен тултыра. Күптән түгел әүҙем яҙышҡан авторыбыҙ, билдәле ғалим редакцияға мәҡәлә алып килгәйне. Унан: “Балаларығыҙ башҡортса һөй­ләшәме һуң?” — тип ҡыҙыҡһынғас, “Ҡала балаларын үҙегеҙ беләһегеҙ инде” тигән яуап алдым. Килене лә рус милләтенән. Ғаиләһендә тейешле тәрбиә алып бара алмаған шәхестең бөтә халыҡҡа матбуғат аша аҡыл өйрәтеүе көлкө тойола. Был йәһәттән Абҙаҡ мәктәбенең барлыҡ мөмкинлекте киң файҙаланыуы күренде. Яҡташтарының юбилейы айҡанлы бында Белорет ҡалаһы һәм районы уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары дистанцион олимпиада ойошторған. Рәссамдың ижады буйынса үткәрелгән ярышта 13 уҡыусы ҡатнашҡан. Тәүге урынды Оло Йылға мәктәбенән Линара Ҡазбулатова яулаһа, икенсе приз Үткәлдән Айтуған Мөхәмәтдиновҡа, өсөнсө Ломовканан Дмитрий Евстиг­неевҡа бирелде.
Әхмәт Лотфуллин киң яҡлы шәхес була, күп уҡый, яҙыуына кешеләр һоҡ­ланған. Тап шуға ла конкурста “Иң аҡыл­лы” тигән номинацияла ярыш үткәрелгән. Наилә Йомағужина, Зарина Шаһбазова, Александр Николаев, Гөлиә Хәйруллина, Айһылыу Мансурова, Лилиә Тимербаева, Дауыт Дауытов, Евгений Николаев, Фәнзилә Бикҡужина ошо йүнәлештә махсус бүләктәргә эйә булды.
Әйтеүебеҙсә, бала сағы ауыр йылдарға тура килеп, һуғыштың барлыҡ халыҡ елкәһенә ҙур афәт булып ятыуын үҙе татып үҫә Әхмәт. Ул йылдарҙың михнәтен онотоп буламы! Тыуған яғына ҡайтҡан, ауылдаштары менән осрашҡан һайын рәссам ошо хаҡта йыш иҫенә төшөрә, хәтирәләргә бирелә. Ә инде үҙенең “Көтөү”, “Хушлашыу”, “Фронтҡа оҙатыу” тигән картиналарында аяныслы осор хаҡында сағылдыра.
Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған шиғыр һөйләү конкурсында Аделина Ғүмәрова, Арина Хажина, Радмир Әбүзәров, Илдар Хилалов, Наилә Хилалова, Розалия Зыкрина иң шәптәре тип билдәләнде. Бынан тыш, Х класс уҡыусыһы Айнур Шәйхетдинов “Әхмәт Лотфуллиндың тормошо һәм ижады”, Фәнзилә Бикҡужинаның Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы буйынса әҙерләнгән ғилми эштәре иң яҡшылары тип танылған.
Спорт — һау-сәләмәт тормоштоң төп нигеҙе. Спорт менән дуҫ булған кеше генә башҡа өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшә, сөнки шәхестә түҙемлек, сабырлыҡ тәрбиәләй ул. Лотфуллин кубогына саңғы ярышында Азамат Төхвәтуллинға етеүсе булмаһа, шахмат турнирында иһә Фидан Ноғоманов, Зариф Зарипов, Илназ Ишмырҙин, Вилнур Әхмәтйәнов, Радмир Хызыров, Илгиз Ғизетдинов иң таһыллы булып танылған...
Роза Аҡкучукова тантанала ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе моңло йырҙары менән сәләмләһә, Муллайән Сөйәрғолов Әхмәт Лотфуллин менән яҡындан аралашып йәшәүе, уның алсаҡ кеше булыуы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Мәктәп директоры Гөлшат Йома­ғужина, фәһемле сараны йомғаҡлап:
— Мәктәпкә килгәндә лә, ҡайтырға сыҡҡанда ла оло шәхесебеҙ, ауыл­дашыбыҙ беҙҙе ҡарашы менән оҙатып ҡала. Беҙҙең насар уҡырға, насар эшләргә хаҡыбыҙ юҡ. Ул һәр эшебеҙгә фатиха биреп тора, — тине.

Белорет районы.


Вернуться назад