Ашығабыҙ, тегендә өлгөрөргә, бында ваҡытында барып етергә тырышабыҙ. “Өлгөр бул, әммә ашыҡма” тигән әйтемде ниңәлер онотабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙгә аҡ-ҡара күренмәй йүгереү һәләкәткә килтерә.Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы биргән мәғлүмәттәр ҡот осҡос. Йәйәүлеләр өсөн эшләнгән “зебра”нан сығыу урынына автомобилдәр гөжләп йөрөп торған урынды һайлау дөрөҫ түгел. Улай ғынамы, күрәләтә ҡыҙыл светофорға ынтылабыҙ, бының да аҙағы күп осраҡта насар тамамланыусан.
Әгәр ҙә һәр беребеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәк, бер ниндәй ҙә бәлә-ҡазаға тарымаясаҡбыҙ.