Япраҡтан да, ҡоштарҙан да һаҡланығыҙ11.05.2018
Япраҡтан да, ҡоштарҙан да һаҡланығыҙ ОСАГО ҡулда саҡта ла автомобилегеҙгә һаҡсыл ҡарашта булығыҙ. “Страховка компанияһы ни өсөн? Йүнәтерҙәр әле, эштәре шул бит...” тиеү ахмаҡлыҡҡа тиң. Төкөлгән генә түгел, хатта сыйылған йәки йәмшәйгән урынды төҙәттереү ете ҡат тиреңде сығара. Берәү ҙә, “кил, аҡсаһын ал”, тип көтөп тормай, киреһенсә, түләүҙе һуҙыу, тейешле аҡсаны мөмкин тиклем кәметеү өсөн мең сәбәп табасаҡтар.

Уның ҡарауы, элеккенән айырмалы рәүештә, хәҙер улар хаҡты саманан тыш арттырҙы, үҙ сиратында, күптәр яңы була тороп та машинаһын страховкаларға ашыҡмай.
Бер ваҡытта ла “тимер ат”ығыҙҙы ағас төбөнә ҡуйып китмәгеҙ. Дауыл ҡупмаған осраҡта ла, ботаҡ һынып төшөп, машинағыҙға зыян килтереүе ихтимал. Бынан тыш, көҙгөһөн ҡойолған япраҡтар радиатор тишектәренә һәм бүтән урынға инеп оялаусан. Йортҡа яҡын итеп тә урынлаштырмағыҙ, юғарынан нимә генә төшмәҫ. Иң уңайлыһы – гараж, әгәр ҙә ул юҡ икән, автомобилегеҙҙе рөхсәт ителгән урындарға ғына ҡалдырып китегеҙ.


Вернуться назад