Бил яҙып алыу файҙаға11.05.2018
Бил яҙып алыу файҙағаХәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Ғалимдар аңлатыуынса, аҙнаһына өс сәғәт физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгән йәки көн дә ун биш минут билен яҙып алғандар сәләмәтлеге өсөн артыҡ хәүефләнмәһә лә ярай.

Был тәңгәлдә төрлө алымдар ҡулланырға мөмкин. Иртән йоҡонан уянғас та шунда уҡ тороп китергә ашыҡмағыҙ. Ҡул һәм аяҡты түшәктә килеш тә хәрәкәтләндерергә була. Иртә торһаң – ит, һуң торһаң бит бешә, тигәндәй, бының өсөн биш-ун минут алдан уянырға кәрәк.
Эшкә йәйәү атлап барыуҙы бер нимә лә алмаштырмай. Өйҙән сыҡҡас та автобусҡа ултыр, эштә көн буйы ултыр, кис тағы шул уҡ хәл ҡабатланһа... Ә һаулығын хәстәрләүселәр ысынында йәйәү йөрөүгә өҫтөнлөк бирә һәм дөрөҫ йәшәү ысулын һайлай.
Хәрәкәтләнеп алыуҙың файҙаһын һанап бөтөрөрлөк түгел. Әүҙемлек эске ағзаларҙа төрлө төйөрҙәр барлыҡҡа килеүен кәметә, тип аңлатма бирә табиптар.
Хәҙер скандинав таяғы менән йөрөүселәр артҡандан-арта, ауылдарҙа ла ундайҙар йыш осрай.
Ғөмүмән, спорт менән дуҫ булған кеше һирәгерәк ауырый. Әүҙем тормош алып барыу ҡартайғансы үҙ аҡылыңда, яҡшы хәтерле булыу мөмкинлеген арттыра.


Вернуться назад