Утҡа кәртә юҡ11.05.2018
Утҡа кәртә юҡҒүмер шул тиклем ҡыҫҡа һәм уның ниндәй йүнәлеш алырын бер кем дә алдан белмәй. Хатта бөтә төр һаҡлыҡ сараларын үтәгән осраҡта ла, һис уйламағанда хәүеф-хәтәр менән осрашыуың ихтимал. Шуға күрә лә төрлө хәл-ваҡиғаға һәр саҡ әҙер булыу зарур.

Мәҫәлән, шәхси йортта янғын ваҡытында нимә эшләргә? Был осраҡта тиҙ эш итә белергә кәрәк. Һыу, ҡом, ут һүндергесте файҙаланырға. Төтөн тулған бинанан мөмкин тиклем тиҙерәк сығып ҡасыу яғын ҡарағыҙ. Уның өсөн тынды тота белегеҙ, дымлы сепрәк менән танауығыҙҙы ҡаплағыҙ. Ҡуйы төтөнлө урынды шыуышып сығыу отошло, сөнки иҙәнгә яҡын урында таҙа һауа оҙағыраҡ һаҡлана. Йәнә бүтәндәрҙе иҫкәртеү һәм ҡотҡарыу тураһында ла онотмағыҙ. Әгәр ҙә кемдеңдер кейеменең яныуын шәйләһәгеҙ, тиҙ генә систереп ташлағыҙ йәки ҡулығыҙға эләккән одеял, бүтән әйбер менән ҡаплағыҙ. Һауа үтеп инмәһә, ут үҙенән-үҙе туҡтаясаҡ.
Янғынды сауҙа-күңел асыу комплексы кеүек ҙур урындарҙа күрһәгеҙ, шунда уҡ “01” йәки кеҫә телефонынан “112” һандарына шылтыратығыҙ. Һеҙ дөрөҫ итеп адресты әйтергә бурыслыһығыҙ. Һөйләгәндә ашыҡмағыҙ һәм үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ.


Вернуться назад