Һыу баҫһа...11.05.2018
Һыу баҫһа...Башҡортостанда 12 мең йылға иҫәпләнә, шулай уҡ 2 800 тирәһе күл, быуа һәм башҡа һыу ятҡылығы бар. Ҡойма ямғырҙар ваҡытында, айырыуса яҙғы ташҡындар мәлендә улар ярҙарынан сығыусан. Кем әйтмешләй, ҡайҙа ҡасырға белмәҫһең...

Бындай һынылышлы ваҡытта иң беренсе ниндәй аҙымды яһар­ға? “Хәл-торошто тыныс ҡабул итергә кәрәк” тигән кәңәш бирә пси­хологтар. Урамға сығып, әлбит­тә, был ауылда ғүмер итеүселәргә ҡағыла, һыуҙың ҡайһы тарафтан килеүен үҙ күҙҙәрең менән күреү мөһим. Бәлки, мәсьәлә ябай ғыналыр, үҙең хәл итә торған­дар­ҙандыр. Улай икән, һеҙҙең өсөн артыҡ ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ. Шул иғтибарға лайыҡ: ямғыр арҡаһында һыу баҫыу хәүефе бар икән, һеҙгә әҙерләнергә ваҡыт бар, әммә һуҙылмағыҙ. Кәрәкле әйберҙәрҙе генә алып, тыныс яҡҡа юлланығыҙ. Әгәр инде ҡайҙандыр шарлап һыу килеүен шәйләһәгеҙ, мөмкин тиклем был урындан тиҙерәк тайыу яғын ҡарағыҙ – ҡалҡыу урынға, ҡулға эләккән әйберҙәр менән.
Шулай ҙа нимәне онотмаҫҡа? Әгәр ҙә йыйыныу өсөн бер нисә сәғәт ваҡыт бар икән, нимә алырға үҙегеҙ беләһегеҙ. Ваҡыт ҡыҫынҡы саҡта ҡайһыларына өҫтөнлөк бирергә. Беренсенән, мотлаҡ рәүештә паспортты, өй һәм машинаның документтарын, әлбиттә, аҡса алығыҙ. Бынан тыш консерва, шырпы, бысаҡ, яҡтыртҡыстың да кәрәк булыуы ихтимал. Кейем-һалымға килгәндә, “тегене кейһәм, нисегерәк булыр, быныһын кейһәм” тигән уйҙар менән буталмауығыҙ хәйерле. Ни тиһәң дә, йән ҡәҙерлерәк бит...


Вернуться назад