Гөлһөйәр Сәғитова Асҡын ауылында йәшәй. Ул үҙенсәлекле шөғөлдө үҙ иткән – ҡайын туҙына һүрәт төшөрә. Нигеҙҙә, ауыл халҡына яҡын булған тәбиғәт, йыл миҙгелдәре күренештәрен яһай. Туҙға төшөрөлгән ҡыш һүрәттәре айырыуса күркәм килеп сыға. Йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы ла күрергә мөмкин картиналарында. Әйткәндәй, 2004 йылдан ҡыҙы Гүзәл дә ошо эшкә тотонған.Гөлһөйәр Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлаған. Артабан 25 йыл Асҡындың 2-се урта мәктәбендә эшләгән, һынлы сәнғәт һәм һыҙма дәрестәренән уҡытҡан. Бер үк ваҡытта оҫтахананың да эшен яйға һалған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, башкөллө һынлы сәнғәт донъяһына сумған.
Ҡайын туҙын ҡыҙы менән бергәләп май-июнь айҙарында, утынға ағас ҡырҡҡанда әҙерләйҙәр. Туҙҙы 1,5-2 йыл самаһы киптерәләр. Артабан инде эшкә әҙерлек башлана – оҫтабикәләр туҙҙың өҫкө ҡатламын алып ташлайҙар. Был еңелдән түгел, бөтә эш ҡулдан башҡарыла. Әйткәндәй, туҙҙың бөтә фактураһы – ҡытыршы, тигеҙ булмаған урындары – һаҡлап ҡалына.
– Йыш ҡына картинала нимә һүрәтләнәсәген материал үҙе үк әйтеп бирә, – ти Гөлһөйәр. – Ҡайһы саҡта йылға яры, тауҙар, ҡайындар күҙ алдына баҫа. Туҙҙың күләме лә төрлө була. Әлегә иң ҙур картинабыҙҙың оҙонлоғо – 1,5, киңлеге иһә – бер метр. Унда аттар һүрәтләнгән. Был һүрәт Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромы музейында һаҡлана. Тағы ла ике ҙур картинаны Борай ауылындағы күргәҙмәләр комплексына алып барҙыҡ. Унда халыҡ кәсептәренә бәйле төбәк күргәҙмәһе ойошторола. Заказ булһа, туҙҙа өс метрлыҡ картина ла яһай алабыҙ, сөнки ағастан 3,5 метрлыҡ туҙ алыу әллә ни ҡыйын түгел.
– Һүрәтте, ғәҙәттә, нимә менән төшөрәһегеҙ?
– Нигеҙҙә, темпера буяуҙарын ҡулланабыҙ. Улар һыуҙан ҡурҡмай, картиналарҙы һыу менән сылатырға ла мөмкин. Әлбиттә, йыш түгел, йылына бер тапҡыр. Туҙ – күләмле, фактуралы материал, сығып торған урындарына туҙан ултыра. Кран аҫтына ҡуйып йыуһағыҙ ҙа бер нимә лә булмаясаҡ.
– Белеүебеҙсә, картиналарҙы тәбиғи материалдан яһалған рамға ҡуяһығыҙ.
– Эйе, элегерәк ағас рам ҡуллана торғайныҡ, күптән түгел беҙгә ҡамыштан үреп бирҙеләр. Төҫө лә бигерәк матур – асыҡ һорғолттан алып йәшкелткә тиклем. Экологик яҡтан таҙа материалдан йылылыҡ, тәбиғәттең көс-ҡеүәте бөркөлгәндәй.
– Картиналар өсөн яратҡан темаларығыҙ бармы?
– Торналарҙы төшөрөргә яратам. Улар һөйөүҙе, тоғролоҡто, ғаиләне кәүҙәләндерә. Шулай уҡ бәхет ағасы сакураны, яңы тормошто сағылдырған ҡалҡып килгән ҡояшты яһайым. Тауҙар иһә – эштәге уңыштың символы. Әйткәндәй, торналар төшөрөлгән картиналар бик популяр, уларҙы йыш ҡына туйға бүләккә алалар.
Гөлһөйәр Сәғитованың оҫтаханаһы үҙенсәлекле бинала – 1880 йылда төҙөлгән сауҙагәр Шевкуновтың йортонда урынлашҡан. Граждандар һуғышы йылдарында бында Иван Кашириндың партизан отряды штабы булған.
– 1932 – 2000 йылдарҙа бында район дарыуханаһы була торғайны. Хәтеремдә, дарыу алырға ошонда килә инем, – ти Гөлһөйәр. – Артабан 2004 йылға тиклем бында мәсет һәм мәҙрәсә урынлашты. Яңы мәсет асылғас, әлеге бинаны башта ҡуртымға, унан һуң һатып алдыҡ. Әкренләп төҙөкләндереү эше менән дә шөғөлләнәбеҙ – ҡыйыҡты яңынан яптыҡ, иҙән таҡталарын алмаштырҙыҡ. Хәҙер иһә ҡунаҡтар ҡабул итеүҙән дә тартынмайбыҙ.