Халҡыбыҙҙа төрлө ырымға ышанып, ҡурҡыу, шомланыу, хәүефләнеү күренештәре йыш осрай. Һөҙөмтәлә күңелгә “саң” ҡуныуы, тормошҡа зыян килеүе ихтимал.Мәҫәлән, бәғзе көндәргә “ҡоро” тигән мөһөр баҫып ҡуялар. Атҡан һәр таң – Аллаһ Тәғәләнең бүләге. Ә ваҡытты нисек үткәреүең – үҙеңдең намыҫыңда. Ҡыл да ҡыбырлатмай ултыраһың икән, әлбиттә, был көн һинең өсөн файҙаһыҙ, “ҡоро” буласаҡ. Икенсе берәү иһә йүгереп йөрөп эштәрен бөтөрһә – бәрәкәт арта.
“Май айында өйләнешергә ярамай” тигән яңылыш фекер ҙә яңғырап ҡуя ҡайһы саҡта. Шундай матур мәлдә, тәбиғәттең яңы һулыш алған миҙгелендә ғаилә ҡороуҙың ниндәй насарлығы булыуы ихтимал? Быйылғыһына килгәндә, ошо айырма ғына бар: Рамаҙан осорона бәйле, никах көндөҙ уҡытылған хәлдә лә, аш-һыу мәжлесен ифтар ваҡытынан алда үткәрергә ярамай, ҡояш байығанын көтөү зарур.
Бәпес көткәндә бәйләргә, сигергә, сәс ҡырҡтырырға ярамай, балаға кәрәк-яраҡты алдан алыу – насарға... Ниңәлер буласаҡ әсәйҙәрҙе шулайтып тыялар, ҡурҡыталар.
Тап шул бәйләү, сигеү, тегеү ҡатын-ҡыҙҙың наҙлы, гүзәл эше түгелме һуң?! Йөрәк аҫтыңда бала яралып үҫешкән мәлдә, уй-хистәрең менән әсәй булырға әҙерләнгән мәлдә нисек матурлыҡ тыуҙырмай ултырмаҡ кәрәк?! Үҙе бер ял, йәм бит ул! Әлеге шөғөл кәйефте күтәрә, күңелгә илһам өҫтәй, тимәк, тирә-йүн йәнә лә күркәмләнә. Әгәр был эш ауырлы ҡатынға ауырлыҡ килтермәй, хәлен бөтөрмәй икән, ниңә уның менән булышмаҫҡа ти?
Йөклө саҡта, әлеге лә баяғы ырымдарға бәйләп, физик күнекмәләрҙең хәүеф менән янауы тураһында ла имеш-мимеш ишеттереп ҡуялар. Әлбиттә, был төрлө кешенең хәленә ҡарап билдәләнәлер. Шулай ҙа, мәҫәлән, бер аҙ булһа ла йәйәү йөрөүҙең зыяны юҡтыр. Саф һауа һулап, ҡоштарҙың иртәнге йырын тыңлап үтеү күңелгә күпме көс, аһәң өҫтәй! Йәнгә ләззәт, тәнгә сихәт биргән илаһи мәл бит ул!
Әйткәндәй, мәғлүм ки, ауырлы саҡтағы һәр көн өсөн көнө буйы ураҙа тотҡан, төн дауамында ғибәҙәт ҡылған күләмдә сауап яҙыла. Тулғаҡ мәлендәге ауыртыныуҙарға күпме “бүләк” әҙерләнгәне хатта ерҙәге һәм күктәге фәрештәләргә лә билгеле түгел... Бала тыуғас иһә, уға имеҙгән һәр йотом һөт өсөн дә сауап яҙыла. Аллаһтың ошондай йомартлығы хаҡында уйлағанда, күҙҙәргә шатлыҡ йәштәре төйөлә, йөрәк дөпөлдәп тибә башлай... Ырымдарға түгел, Раббыбыҙға ғына ышанып, Уның ҡушҡандарын еренә еткереп эшләп йәшәүҙең ни ҡәҙәр оло бәхет, ырыҫ-бәрәкәт икәнен һәр саҡ иҫебеҙҙә тотһаҡ ине.
Әҙәм балаһы яңылыш юлдан китмәһен, хаҡ йәшәһен өсөн Аллаһ Тәғәлә динен биргән. Изге ҡанун тормош асылын төшөндөрә, ғәҙел тормошҡа өйрәтә. Ислам шомланырға, шикләнергә рөхсәт итмәй. Мәҫәлән, көҙгө ватылһа, тәҙрә сатнаһа – насарға юрау, ҡара бесәй осраһа, йә буш күнәкле кеше тап булһа, өйҙән сығыр мәлдә төймә өҙөлөп төшһә, юл уңмаҫ тип кире боролоу динебеҙгә бөтөнләй тап килмәй. Ырымға ышанып, бөгөн башҡарыр мөһим эште һуңға ҡалдырырғамы ни? Алда бит ни булыры билдәһеҙ. “Бөгөн башҡарыр эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Динебеҙ өйрәткәнсә, әҙәм балалары һәр ваҡыт күркәм уйлы, матур һүҙле булырға, бер-береһен рухландырып, яҡшы кәңәш биреп, ярҙамлашып йәшәргә тейеш. Ә төрлө ырымдарҙың тормошҡа, күңелгә зыян килтереүе, кешене тура юлдан яҙҙырыуы ихтимал. Һәр көндө Аллаһ Тәғәләнең ихтыярына тапшырып, ҡөҙрәтенә инанып, хәләл көсөңдө һалып үткәрергә кәрәк, тиелә динебеҙҙә. Ошо ҡағиҙәгә таянып, ваҡытыбыҙҙы тик изге ғәмәлдәргә бүлеп, нур өләшеп, гелән яҡты ниәттәр менән йәшәһәк ине.