Иртәнге аҙан11.05.2018

Ауыл йоҡлай, көс-хәл туплай яңы көнгә.
Ниҙәр бирер алда ғүмер – мәғлүм кемгә?
Кеше белмәй, ләкин өҙмәй өмөт ебен:
“Йә Раббыбыҙ, бар донъябыҙ ит Һин имен!”

Һәм бер аҙҙан моңло аҙан йән тибрәтер,
Хәҡиҡәткә, салихәткә юл күрһәтер,
Мөслимдәрҙе, мөьминдәрҙе ҡуйыр сафҡа –
Изгелектәр, игелектәр өсөн һаҡҡа.

Ҡояш ҡалҡыр, сағыу балҡыр көмөш нурҙар,
Тик хаҡ булыр, ихлас булыр ғәмәл, уйҙар.
Раббыбыҙҙың ризалығын итер иғлан
Аҙандарҙан, намаҙҙарҙан һыҙылған таң.


Вернуться назад