Ҡәрҙәштәребеҙ ярҙамға мохтаж11.05.2018
Әҙәм балаһының яҙмышы – Аллаһтың ихтыярында. Раббыбыҙ беҙҙе һәр яҡлап, шул иҫәптән бәлә-ҡаза аша һынап тора.

Баймаҡ районының Үрге Таһир ауылында йәшәгән Биктимеровтар әле тормошонда ҙур ауырлыҡ кисерә: алты балалы ишле ғаилә янғындан зыян күргән. Ут бар мөлкәттәрен юҡҡа сығарған. Балалары береһенән-бере бәләкәй – 1 – 14 йәшлек.
Бер ниһеҙ ҡалған ишле ғаилә ҙур ярҙамға мохтаж. Уларға тормош көтөү өсөн талап ителгән бөтөн нәмә, кейем-һалым кәрәк. Аҡсаны Һаҡлыҡ банкындағы ошо иҫәпкә күсерергә мөмкин: 4276060026757479 (Рәсүл Әхмәтғәзи улы Биктимеров). Ҡатыны Данияның телефон һаны: 8 9625396194.
Ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итергә ашыҡһаҡсы, хөрмәтле йәмәғәт. Имен тормоштоң нигеҙе – изгелек, берҙәмлек, киң күңеллелек, мәрхәмәтлек. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән Ҡөрьәндә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Изгелеккә, ихласлыҡҡа, йомарт­лыҡҡа, берҙәм, татыу йәшәүгә Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.


Вернуться назад