Пушкинда – Ҡөрьән аһәңе11.05.2018
Пушкинда – Ҡөрьән аһәңеБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән эшмәкәр Исмәғил Шәңгәрәевкә ҡунаҡҡа килгәс, актёр Владимир Коренев (күптәр уны “Человек-амфибия” фильмындағы Ихтиандр роле буйынса белә) А.С. Пушкиндың “Подражания Корану” тигән шиғырын уҡып күрһәтә. Был юлдарҙан илһамланған Исмәғил әфәнде, әҫәрҙең белгестәр иғтибарынан ситтә ҡала килгән тәрән мәғәнәһе тураһында уйланып, үҙен әҙәбиәттә һынап ҡарарға була.

– Шағирҙар араһында Пушкинды беренсе урынға ҡуйы­уығыҙҙың сәбә­бе ниҙә, Исмәғил әфәнде?
– Әңгәмәне бөйөк әҙиптең Ҡөрьәндең рухи мәғәнәһенә мөрәжәғәт итеүенә бәйләп башлау бик урынлы булыр, минеңсә. А. Пуш­кин – донъя мәҙәниәтенең бер осоро бит ул. Шағирҙың мираҫын барлау, өйрә­неү барышында бихисап асыш яһалған, әммә уларҙың күпселеге – филология, тарих йүнәлешендә. Ә әҙиптең рухи ҡиблаһы, эҙлә­неүҙәре һаман ситтә ҡала килә. Был айырыуса Пушкин ижадын­дағы Ислам темаһына, айырыуса уның киң танылған “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыуҙар” (“Подражания Корану”) шиғырына ҡағыла.
– Был шиғри әҫәр төрлөсә аңлашы­лыуы, ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙы­рыуы менән дә үҙенсәлекле...
– Эйе, ул – Пушкин ижадын­дағы анализлау, баһалау өсөн ҡатмарлы әҫәр­ҙәрҙең береһе. Әлбиттә, төрлө фекер, ҡараш бар. Көнбайыш Европа һәм урыҫ тикшеренеүселәренең күбеһе шиғырҙы анализлағанда, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, Ҡөрьәндең мәғәнә­һен, асылын тәрән төшөнөп фекер йөрөтмәй. Улар әлеге шиғыр­ҙы ғәҙәти әҫәр тип кенә ҡабул итә. Ә баһа биреүселәрҙең икенсе төркөмө – Ҡөрьәндең барлыҡ нескәлектәрен аңлаған, әммә Пушкиндың рухи эҙләнеүҙәре менән хәбәрҙар булмаған мосолман дине әһелдәре, тарихсылар. Шағирҙың рухи асылы уның фетнәселегенә генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙға ҡарата хистәренә лә бәйле бит әле. Ҡөрьән менән танышыуға этәргән тойғо-кисерештәренең сәбәпсеһе – ҡатын-ҡыҙ, йәғни Анна Гәрәй. 
– Тимәк, киң билдәле француз әйтемендәге кеүек, “ҡа­тын-ҡыҙҙы эҙләгеҙ” булып сыға?
– Өлөшләтә шулай, ләкин Пушкинды Ҡөрьән тураһында яҙырға этәргән, был темаға яҡынайтҡан сәбәп ул ғына түгел. Белеүебеҙсә, шағир һәр ваҡыт рухи эҙләнеүҙә булған. Был хаҡта XIX быуатта уҡ күп яҙылған. Шағирҙы “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыуҙар”ҙы ижад итеүгә үҙе иғтибар үҙәгенә ҡуйған сәбәп кенә этәрмәгәндер, ти ғалимдар. “Пушкин в Александровскую эпоху” (1874) китабында әҙиптең беренсе биографы Павел Анненков та шул фекерҙе еткерә.
– Ниндәй сәбәп һуң ул?
– П. Анненков, мәҫәлән, Пушкин Ҡөрьәнде үҙенең дини ҡараштарын сағылдырыу өсөн “байраҡ” итеп ҡулланған тип һанай. Унан һуңыраҡ, 1882 йылда, Александр Незеленов әлеге шиғырҙа “йылыта торған дини фекер” барлығы тура­һында яҙһа, 1898 йылда Николай Черняев: “Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, әммә Пушкиндың дини яҡтан яңырыуында, эске донъяһының үҙгәреүендә Ҡөрьәндең тәьҫире иҫ киткес ҙур булды”, – тип белдерә. Дмитрий Овсянико-Куликов­с­кийҙың “Был лириканы Тәүраттан, христиан йә иһә башҡа диндәрҙән тип әйтеп булмай. Ул бары Исламдан. Ғөмү­мән, Исламдыҡы ғына ла түгел, ә дин барлыҡҡа килгән саҡтарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең вәғәздә­рендә яңғыраған лирика ул” тигән һүҙҙәрендә лә тәрән мәғәнә ята.
Пушкиндың Исламға ынтылышы бул­ғанмы был, әллә шағир­ҙың “асылыуымы”? Был йәһәттән оҙаҡ фекер алышырға, бәхәс­ләшергә мөмкин. Әммә иң мө­һиме шул: Пушкин традицион Ислам нигеҙҙәрен халыҡҡа боҙ­майынса, шикле, урынһыҙ аңлат­малар ҡулланмайынса еткерә алған.
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында ҡайһы бер мосолман республикалары һәм Мәскәү баҫма­ларында “Ҡөрьән аяттарына оҡша­тыуҙар” шиғыры Пуш­киндың яңы сюжетлы ижад емеше булыуҙан бигерәк Ислам ҡим­мәттәрен үҙ иткәнен күрһәтә торған мө­һим әҫәр икәнлеген билдәләгән яҙмалар күп ине. Асылда, урыҫ даирәһендә, правос­лавие динендәгеләр араһында ул Ҡөрьән­дең тәрән мәғәнәһенә беренселәрҙән булып мөрәжәғәт итә бит!
– Ошо илаһилыҡты эҙләү бары­шындағы ашҡыныу хисе менән яҙыл­ған әҫәрме?
– Эйе, ашҡынып, хисләнеп һәм илһам­ланып яҙылған шиғыр. 1824 йылдың ноябрендә яңы ғына һөргөндән ҡайтҡан Пушкин Петербургтағы Лев исемле ҡусты­һына яҙған хатында “мин Ҡөрьән даны өсөн хеҙмәт ҡуям” ти. Танылған ағаһының октябрҙә үҙенсәлекле шиғыр ижад итә башлағанын белгән Лев һүҙҙең ни тура­һында барғанын шунда уҡ аңлай, әлбиттә.
– Шағирҙың китапхана­һын­да Ҡөрь­ән­дең ул йылдарҙағы тәржемәләре лә булған. Пушкин, нигеҙҙә, уларҙың фран­цуз теленән ауҙарылғанын уҡы­ған, тиҙәр...
– Минең белеүемсә, шиғыр яҙыл­ған ваҡытта әҙиптең өҫтә­лендә француз те­ле­нән Михаил Верёвкин тәржемә иткән Ҡөрьән китабы ятҡан. Уның теүәл бирел­мәгән урындары бар. Шулай ҙа, нисек ке­нә булмаһын, М. Верёвкин, ихлас кү­ңел­дән тырышып, Ҡөрьәндең илаһи шиғри­леген еткерергә тырышҡан. Әйткәндәй, һуңыраҡ Ҡазан ҡалаһынан Көнсығышты өйрәнеүсе Гордей Саблуков тәржемәһендә лә оҡшаш хаталар ҡабатлана.
Әлеге әңгәмәгә әҙерләнеү барышында мин М. Верёвкиндың инеш һүҙенән бер нисә юлды яҙып алғайным. “Слог Аль-Корана, – тиелгән унда, – везде прекрасен и текуч, паче же на местах подражательных речениям пророческим и стихам библейским: впрочем, есть сжатый, нередко же и темный, украшенный риторическими фигурами по вкусу народов восточных; но приманчив по изражениям замысловатым и много значащим. Где же пишется о величии божием, божественных его свойствах, высок и великолепен, хотя и сочинен прозою. Наречия важные оканчиваются рифмами, для коих иногда прерываем или переносим бывает смысл от строки в другую и подает поводы ко многим повторениям того же самого, весьма неприятным в переложении на чужой какой-либо язык. Посему-то трудно разуметь Аль-Коран… Чудные происходят действия искусства от выбора слов и оных расположения, ибо оным, подобно музыке, как бы очаровывается слух”.
Тәржемәсенең Ҡөрьәнгә бындай ҡарашта булыуы – бик ыңғай күренеш. Һүҙ ҙә юҡ, Верёвкиндың һоҡланыуҙары Ҡөрьән менән эш иткән Пушкинға ниндәйҙер метафизик йүнәлеш биргән. Шул рәүешле әҙип аяттарҙы һайлап, үҙенең тойомлауы буйынса оҫта итеп билдәле тәртипкә теҙә алған. Был – Ҡөрьәндең үҙенсәлекле уҡы­лышы, ҡабул ителеше, Ислам­дың юғары мәғәнәһен халыҡ­ҡа Пушкинса еткереү алымы.
Ә инде ҡайһы берәүҙәрҙең әлеге шиғырҙы шиғриәт музаһы­ның бүләге рәүе­шендә генә ҡабул итеүен, шағирҙы дини, мистик хис-тойғонан азат тип һанауын XVIII – ХХ быуаттарҙағы йәмәғәт­селектең Аллаһты танымауы менән аңлатып булалыр.
Әҫәрҙә Пушкин мосолман Көн­сығы­шының тарихи һәм мәҙәни темаларына мөрәжәғәт итә, Ислам ҡиммәттәренә йөҙ менән борола, йәғни уның рухи “хажы” башлана. Ҡөрьәндең Мәккәгә изге сәфәр ҡылыу тураһында мотивтары шулай яңғырай:
Ҡайғы-күҙ йәш өсөн һәр кемгә
Күк үҙенән рәхмәт индерә:
Һөйөнөс Мәккә күргән фәҡиргә
Ҡартлығының моңло көнөндә.
Берәү данлы Дунай ярында
Шәһит булһа, һөйөнөс күрәсәк;
Дәртле көлөмһөрәп, алдына
Ожмах хуры осоп киләсәк. 
(Н. Иҫәнбәт тәржемәһе).
– Александр Пушкиндың “ожмах хуры” кем инде ул?
– “Баҡсаһарай фонтаны”н уҡыған һәм ша­ғирҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡ­һынған кеше уны, һис икеләнмәйенсә, “Анна Ивановна Гәрәй” тиер.
– Пушкиндың әлеге серле музаһы тураһында беҙгә ни­ҙәр мәғлүм? 
– Уның Шаһин Гәрәй хандың ейәнсәре икәнлеге, 1820 йылда Александр Пушкин һәм Николай Раевский ғаиләһе менән Ҡырымға сәйәхәткә барған мосолман ҡыҙы булыуы кеүек дәлилдәр генә билдәле. Һүҙ уңайынан шуны ла әйтеп үтәйем: беҙ­ҙең йыраҡ тамырҙарыбыҙ данлыҡлы Гә­рәй­ҙәр нәҫеленә барып тоташа. Тимәк, Ан­на беҙгә туған тейешле кеше булып сыға.
Шағирҙың һөйгән йәре һәм серле мөхәб­бәтенең нәҡ Анна икәнлеге бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Ул – күп шиғыр­ҙарының музаһы: “Кавказ әсире”ндәге черкес ҡыҙы ла, күпмелер дәрәжәлә Татьяна Ларина ла. Пушкин тик уға ғына аҡыҡ ҡашлы йөҙөк бүләк итә. Анна Гәрәй үҙенсәлекле яҙмышлы кеше булған, шуға күрәме икән, үҙен күптәр ыңғай баһалаған. Галина Римская ла, Раевскийҙарҙың яҡтылыҡ һәм нур бөркөлөп торған йортон тасуирлап, Аннаның ғәжәйеп сибәр, һөйкөмлө, һоҡланғыс зат икән­леген бәйән ҡылған.
“Рисунки Пушкина как графический дневник” тигән китабында документтарҙы ентекле өйрәнгән Любовь Краваль шағир­ҙың Анна­ға ҡарата бик етди мөнәсәбәттә булыуы, уға өйләнергә йыйыныуы хаҡында яҙа. “Пушкин беренсе тапҡыр үҙенә бер ҡасан да хыянат итмәйәсәк һәм хатта был турала уйларға урын да ҡалдыр­маясаҡ ҡатын-ҡыҙҙы осратты”, – тип белдерә ул. Пушкин быны үҙенең фажиғәле яҙмышын белгән йәки күҙаллаған хәлдә аңлаған тиерһең... Дуҫтары алдында мөхәббәт өлкәһендәге “еңеүҙәре” менән маҡтанырға яратҡан шағир Анна тураһында бер һүҙ өндәшмәй! Нәҡ бына шундай көслө мөхәббәт тәьҫи­рендә рухи үҫеш кисерә, яңыра, асыла ла инде кешеләр. Пушкин шиғриәтенә Ислам темаһы ошо рәүешле килеп инә һәм “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыуҙар”ға юл асыла. 
– Шағир Исламда нимә эҙләгән икән? 
– Был бары тик Аллаһ Тәғәләгә генә билдәле. Беҙ бит, нигеҙҙә, шағирҙың биографияһындағы түгел, ә ижадындағы мәғлүмәттәр аша фекер йөрөтәбеҙ. “Баҡса­һарай фонтаны”ндағы дәртле һәм көнсөл Зарема образын да күптәр әҙиптең һөйөклөһө, шундай уҡ сифаттарға эйә Анна Гәрәйгә оҡшата.
Ҡустыһына яҙған хатында Пушкин тәрән кисерештәре менән уртаҡлаша: “Туманский (граф Воронцов хеҙмәтендәге чиновник) бында… Мин уға “Баҡса­һарай фонтаны”нан өҙөк уҡып күрһәттем, һәм “Был шиғырҙың күп урындары мин бик күп йылдар мәжнүндәрсә ғашиҡ булып йөрөгән ҡатын-ҡыҙ тураһында, шуға уны баҫтырғым килмәй” тинем”.
– Пушкин күңелендә ныҡ йәшереп һаҡлаған әлеге мөхәббәттең үҙ символдары, шағирса әйтһәк, “талисманы” булған...
– Шағир үҙе уны мосолман традицияһы тип аңлата. Бында Исламды ҡабул иткән төрки халыҡтар таға торған бетеү тура­һын­да һүҙ бара, ләкин беҙҙең өсөн Пуш­кин­дың әлеге талис­манға ниндәй мәғә­нә һалғаны мөһимерәк. Үҙенең данлыҡлы “Талисман” шиғырындағы теләк-юрауҙар – халыҡ йолаһына эйәреү генә. Ҡыҙғаныс, Пушкин менән Анна араһындағы мөнә­сәбәт оҙаҡҡа бармай. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә та­рафынан шулай яҙылған булған. Һуңы­раҡ, белеүебеҙсә, бөйөк шағирға илһам биреүсе урынын Наталья Гончарова ала. 
– “Ҡөрьән аяттарына оҡша­тыу­ҙар”­ҙы яҙырға шағирҙы нимә этәрҙе икән?
– “Һинең һүҙҙәреңде, эштәрең­де кешеләр баһалай, ә ниәттә­реңде бер Аллаһ ҡына күрә”, – ти Пушкин “Борис Годунов” трагедияһында. Әҙиптең ни өсөн Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт иткәнен анализлау, был хаҡта фекер алышыу, бәхәсләшеү кәрәк түгелдер. Был уға юғарынан килгән. Беҙ бары бөйөк шағирҙың “эҙҙәре”нән йөрөй, уның йөрәк серҙәрен һаҡлаған лицей бүлмәләренә, Гурзуфтағы кескәй мәғәрәгә кереп ҡарай алабыҙ. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, нәҡ ошонда – Михайловск утарындағы изге лампадалы мәғәрәлә – килгән бит Пушкинға “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыуҙар”!
Эй Аллаһ ҡоло,
Уян, эй, бәндә:
Сыра яна бит
Тын мәғәрәңдә.
Иртәнгә ҡәҙәр
Шул сыра яныр,
Тынмаҫ һағыштан
Һине ҡотҡарыр...
Ҡотҡар, Хоҙайым,
Яман төштәрҙән! –
Доғалар ҡылам
Аулаҡ кистәрҙә.
Ҡояш та сығыр,
Булырһың көслө –
Таңғаса уҡы
Ҡөрьән шәрифте! 
(Зөлфәт тәржемәһе).
Пушкиндың һаҡланған ҡулъяҙ­малары ғалимдарға уның Ҡөрьән текстары менән нисек эшләгәнен асыҡларға мөмкинлек бирә. Борис Томашевский былай тип яҙа: “…шағир мосолмандарҙың изге китабына хөрмәт менән ҡарай, унан тайпылмаҫҡа ты­рыша, теүәллеккә ынтыла. Шул уҡ ва­ҡыт­та “Ҡөрьән аяттарына оҡша­тыуҙар”ҙы яҙыу өсөн авторҙың үҙ идеялары, ниәт­тәре булғанлығын да иҫтән сығармайыҡ”.
– Ниәте ниҙән ғибәрәт бул­ған икән?
– Уйлауымса, “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыуҙар” – Пушкиндың рухи эҙләнеү­ҙәрен сағылдырған тәрән мәғәнәле дини әҫәр. Бында метафоралар башҡа, Көнсы­ғыш стиленә хас. Шиғырҙың тәртибе, уның композицияһы уҡыусыны ниндәйҙер уртаҡлыҡ, оҡшашлыҡ эҙләүгә этәрә. 
Күп авторҙар “Ҡөрьән аяттарына оҡша­тыуҙар”ҙы аңлатырға, төп нөсхә менән сағыштырырға, текстың бирелешендәге үҙенсә­лек­тәрҙе барларға, тикшерергә тырышты. Минеңсә, был кәрәк­мәй. Пушкин – шундай дәрәжәлә уникаль һәм бөйөк шағир, уның рухи эҙләнеүҙәрен ваҡ анализға ҡайтарып ҡалдырыу бер ҙә дөрөҫ булмаҫ. “Парадокстар дуҫы” беҙгә ифрат бай рухи мираҫ ҡалдырҙы, Достоевский әйткәнсә, “ул – беҙҙең ҡараңғы юлыбыҙҙы яҡтыртыусы”. Һәм, әлбиттә, “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыуҙар” – шағирҙың яҡты ижадындағы иң ҙур йомаҡтың береһе. Был урында Достоевскийҙан да оҫтараҡ әйтеп булмаҫ: “Ул үҙе менән бик ҙур серҙе алып китте”.
– Тимәк, Пушкиндың рухи мираҫына бәйле бихисап һорау асыҡ ҡала әле...
– Мин Достоевскийҙың фекере менән тулыһынса килешәм: Пушкин беҙгә бик күп нәмәне асырға өлгөрмәгән. Ә шулай ҙа, шиғриәт­тең юғары үрнәге һәм Ислам­дың илаһи тәрәнлегенә төшөнөү миҫалы булараҡ, “Ҡөрьән аяттарына оҡшатыу­ҙар”ҙан ләззәтлә­неү бәхетенә эйәбеҙ. Шуға әлеге шиғырҙы төрлө аңлатмаларға бирелмәйенсә генә уҡырға кәңәш итәм. 
– Ысынлап та, Исмәғил әфәнде, һәр кеше был әҫәрҙә үҙе өсөн яҡын, изге төшөн­сәләрҙе таба. Һәм, иң мөһиме, быларҙың барыһы ла Пушкин йөрәге аша уҙған бит. Ерҙә һәм күктәрҙә хаҡлыҡ эҙләгән шағир йөрәге аша! 
– Пушкиндың Ҡөрьән хаҡын­дағы шиғыры уның замандаштары өсөн ирек юлын асҡандай:
Бисараға һаман мең сара бул,
Ялғанһыҙ һин йәшә
беҙҙең көндә.
Был урында декабристар ихтилалына һигеҙ ай ҡалғанда, 1825 йылдың апрелендә Ры­леевтың Пушкинға яҙған хатындағы һүҙҙәр иҫкә төшә: “Лев беҙгә һинең бер нисә яңы шиғырыңды уҡыны. Улар иҫ киткес. Айырыуса Ҡөрьәндән өҙөктәр килтерелгәне”.
Был шиғыр, шағирҙың башҡа бөйөк әҫәр­ҙәре кеүек үк, ваҡыт менән иҫәп­ләшмәй торған, йәғни мәңгелек мираҫ. Пушкиндың Аллаһтың мәрхәмәтлелеге, бөйөклөгө хаҡындағы юлдары бөгөн нәҡ беҙгә төбәлә кеүек:
Шәфҡәт ҡылып, Мөхәммәткә
Асты ул Ҡөрьән серен...
Хәйер, ергә төшәйек... Уның
Күтәрәйек пәрҙәләрен!

Философия фәндәре
кандидаты, журналист
Нурали ЛАТИПОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад