Еңеү алдынан ҙур бүләкЙылайыр районында “Һуғыш һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә 130 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ сертификаты алды.
Улар араһында һуғышта ҡатнашҡан һәм инвалид 28 ветеран, мәрхүм ветерандарҙың 102 ғаилә ағзаһы бар. Ветерандар өсөн торлаҡтың дөйөм хаҡы 131 миллион һум тәшкил иткән. 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә 31 кеше тора. Уларҙың күбеһе — Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары.
“Ауыл уттары”.
Донъя кимәлендә таныттыТәтешле районында йәшәүсе Тимерхан Камилйәновтың исеме республикала, илдә генә түгел, Европа һәм донъя кимәлендә лә билдәле. Уның гер күтәреү буйынса яуланған исем, миҙалдарын һанап бөтөрлөк түгел. Ошо көндәрҙә ул Архангельск ҡалаһында гер спорты мастерҙары араһында үткән сираттағы донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан.
Сарала 40-тан ашыу илдән донъя чемпиондары һәм рекордсылары, “Гиннесс китабы”на инеүселәр ҡатнашҡан. Яҡташыбыҙ йәш һәм ауырлыҡ категорияһында иң-иңе икәнен тағы бер иҫбатлаған. Ул алты тапҡыр донъя һәм бер тапҡыр Европа чемпионы титулдарын яулаған.
“Тәтешле хәбәрҙәре”.
Милләттәштәр өсөн оло байрамХәйбулла районы делегацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Оло Сурай ауылына эшлекле сәфәр менән барҙы.
Хәйбуллалар ауыл халҡына матур концерт күрһәтте, Башҡортостанда һәм Хәйбулла районында сыҡҡан баҫмаларҙы таратты. Был сара күршеләр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, Ырымбур өлкәһендә йәшәгән башҡорттар халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен, телен һаҡлап, артабан үҫешер тигән маҡсат менән ойошторолған. “Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәк. Улар башҡорт халҡының бай мираҫы менән таныштыра. Яҡын күршеләребеҙ — хәйбуллалар беҙҙең өсөн гел өлгө булып тора. Шуға ла һәр ваҡыт улар менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ”, – тип белдергән Ҡыуандыҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәбит Тайғунов.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.
Спортсылар уҡыусылар менән осраштыМишкә районының Ҡайраҡ ауылы мәктәбен тамамлаған уҡыусылар туған мәктәптәрендә йыш була. Был юлы саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса дүрт тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Кирилл Михайлов осрашыуға килде.
Мәктәп уҡыусылары спортсының тормошо, ҡаҙаныштары тураһында һорашты. Билдәле спортсы уҡыусылар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, автограф бирҙе, мәктәпкә ноутбук бүләк итте. Балалар был көслө рухлы кешенән артабан өлгө алып йәшәр, тип ышанабыҙ.
“Дружба”.
Ярыштан еңеү менән ҡайттыларШишмә районында “XXI быуат лидеры” тип аталған республика конкурсының сираттағы этабы үтте. Өс көн дауамында барған конкурста ҡатнашыусылар төрлө һынауҙа ҡатнашты.
Ҡырмыҫҡалы районынан был сараға Эдуард Ҡоломбәтов, Денис Вәлиев, Эльза Ғабдрахманова, Лоретта Мөхәмәтҡолова, Ирина Иванова барҙы. Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әлшәй, Бәләбәй, Ишембай райондарынан 89 уҡыусы көс һынашты. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Денис Вәлиев менән Эдуард Ҡоломбәтов ярыштан приз алып ҡайтты.
“Кармаскалинская новь”.
Көслөләр көс һынаштыКраснокама районының Николо-Березовка ауылында республиканың иң көслө ҡул көрәштереүселәре йыйылды. Сарала республиканың 21 районынан һәм алты ҡалаһынан 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостандың ҡул көрәштереү буйынса чемпионы А. Сәлихов ярыштың баш судьяһы итеп тәғәйенләнде.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Бишбүләк районы командаһы иң көслөһө булып танылды. Был команда 12 йыл рәттән беренселекте башҡаларға бирмәй. Краснокама районы спортсылары икенсе урынды яуланы.
“Краснокамские зори”.
Малаяҙҙа — байрам йәрминкәләре
Салауат районының Малаяҙ ауылының үҙәк баҙарында 28 апрелдән 7 майға тиклем байрам йәрминкәләре була.
Шәхси эшҡыуарҙар, фермер хужалыҡтары, халыҡ үҙе етештергән тауарҙы һатыуға сығара. Баҙар директоры Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был көндәрҙә ит, һөт, иген, картуф, орлоҡ, үҫентеләр һатып алырға мөмкин буласаҡ.
“На земле Салавата”.
Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.