Журналистың ҡуйын дәфтәренән11.05.2018
КЕШЕСӘ

Автомобиль йөрөтөүсе ни дәрәжәлә тыңлаусан? Закондар көсәйтелә, язаға һаман ҙурыраҡ һандар яҙыла һәм, дөйөм алғанда, файҙа ла бар, тигән уйҙамын. Статистика ла шуны ышаныслы раҫлай. Ләкин ҙур тәртип тураһында әйтергә нигеҙ әҙерәк. Үҙебеҙҙе яратабыҙ, әлбиттә, быны һис нисек тыйып булмай, яратыуға, киреһенсә, өндәлә, әммә был бүтәндәрҙе дошман күреү аша башҡарылырға тейеш түгел дәһә. Ә ҡағиҙәне инҡар ҡылыу – шул үҙ-үҙеңде артыҡ һөйөүҙең бер раҫламаһылыр. Эйе, бәғзеләр тарафынан мәртәбә һанала ошо. Бәләкәйҙән – мәҫәлән, юл сатында һулға тартырға ултырғанда, боролош утын йәшел төҫ тоҡанғас, ҡуҙғала башлағас ҡына тоҡандырыуҙан алып, олоға – трассала махсус юл бирмәгәнгә тиклем.
Трасса тигәндән, ағай-эненең:
– Алдымда машина барыуына түҙә алмайым, уҙғы килә, шунда уҡ газды батырам… – тип маһайғанына күптәребеҙ шаһит.
– Ҡунаҡта “ҡоро” ултырмайым, йотошторам, аҙаҡ Салауат проспекты буйлап ҡыуҙырып ҡайтып китәм… – тигәндәре лә бар.
Иғтибар ителһен: ҡатын-ҡыҙ һүҙе был. Мәйелең, тип әйтке килә, ләкин, бик теләгәс, бөтөнләй кешеһеҙ, хатта тәбиғәтһеҙ ерҙә сап: зыяның бер тереклеккә лә теймәһен. Юғиһә ни өсөн әле тәртипле башҡалар ҡупайсыҡ һинән хәүефләнеп йәшәргә тейеш? Юл поли­цияһы хеҙмәткәрҙәре менән видеока­мераларҙан да бигерәк – һинән һағайыу күберәк: төртөрһөң, сыйырһың. Туҡтал­ҡала ла шул хәтлем яҡын һылашаһың, ишегеңде нисек кенә асырһың инде… Асырһың, сығырһың да ул, миллиметр ҙа ғәйепһеҙ күршеңде мотлаҡ зыянларһың.
Тәртипте, яза арттырыуҙан тыш, нисек урынлаштырырға һуң? Ул кешелеклелек менән киләлер, тигән фекер бар миндә.
Заманында, күберәк мотоциклда йөрөлгән ваҡытта ла, юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре булды. Ауыл ерендә улар ҙа мотоциклда ине башлыса. Иң текә тип күк-һары төҫлө, яндаулы “Урал” һаналды.
Шәхси “матас”тарҙың күбеһе теркәлеү үтмәгән. Бесән мәлендә бик туҡтатмаҫҡа, ҡасҡанын баҫтырмаҫҡа, тигән йәшерен фарман бирелә торғайны. Һәм һәйбәт, кешелекле ҡарар булған – әҙәм балаһы урманға башҡа нимәгә ултырып барһын – ат тоторға пенсионерҙарға ғына рөхсәт.
Эҙәрлекләү, уның ҡарауы, яҙлы-көҙлө көсәйҙе. Ҡотолоуҙың бер ысулы – бер-береңде иҫкәртеү: матайсы һыңар ҡулын рулдән ысҡындыра ла яурынына һуға, йәнәһе – боролош аръяғында погонлы иптәштәр тора, һаҡ ҡылан. Номеры булмаһа, техник күҙәтеү үтмәһә, шлем кеймәһә, хәүеф үткәнсе көтөп ултыра шунда. Йә урман аша урай.
Кешелеклелек килһәсе, тиеберәк өмөт ителгәйне өҫтәрәк – киреһенсә, тарихта ҡаламы әллә ул? Юҡтыр, тим барыбер ҙә, сөнки автомобилселәрҙең, оло йөрәклелек күрһәтелеп юл бирелгәндә, уттарын яндырып-һүндереп алыуы – рәхмәт белдереүе бар бөгөн.
Шулай ҙа законлы кешелеклелек һәм кешелекле законлылыҡ дөрөҫөрәктер.

ХАҠЛЫҠ ИТҺЕН ТАНТАНА

Машиналар яҙғы дәртле йылғалай ашыға. Тәҙрәләрҙә, гүйә бейек тулҡын­дарҙа, ҡояш нурҙары ялт-йолт килә.
Йәшел япма кейгән ҡаҡса егет баҫҡан. Тулҡынға, тәжрибәһеҙ балыҡсылай, баҙнатһыҙ ҡарай. Юлаҡлы таяғын, берәйһен тикшерергә тип, һонғандай итә, ләкин быны тулыһынса башҡарырға баҙнаты етмәйме... Тауышланырға ярамаған ерҙә иғтибарҙы ым менән йәлеп итергә теләгәндә шулай хәрәкәтләнәләр.
Үтеп бара ине инде – күтәрергә булды ҡулындағыһын егет. Танау төбөндә генә.
– Эй-й, эшкинмәгән… – тип баһа бирелде ҡылыҡҡа эстән. Әммә ҡушҡаны башҡарылманы, сөнки һәр нәмәнең еткереп эшләнгәненә күнеккән. – Нимә теләгәнеңде кеше алдан белергә һәм әҙерләнергә тейеш, тип өйрәтмәнеләрме ни һине? Юҡ, туҡтамайым, сөнки был – мине һанға һуҡмау, өҫтәүенә ҡағиҙәне тамсы ла боҙманым.
Бара биргәс:
– Фәләнсә маркалы, моделле, номерлы автомобилде йөрөтөүсе, юл ситенә һырығығыҙ! – тигән, рәсмилектән уғата ҡаты ишетелгән ҡысҡырыу яңғыратты ағымды.
Һырыҡты.
– Ниңә талапты үтәмәнегеҙ? – Ҡаш аҫтынан тексәйеп, шулай һоралды.
– Туҡтаным. Ултырам.
– Тегендә, – тип дөрөҫләне йәп-йәш булыуына ҡарамаҫтан самаһыҙ йомро кәүҙәле офицер.
– Ә кем ҡушты һуң әле?
– ЮХХДИ хеҙмәткәре.
– Күрмәнем ундайҙы.
– Стажер, – тип төҙәтелде.
– Шул-шул бына. – Уныһының ҡулын серәкәй ҡыуғандағылай ялҡау болғағанын өҫтәп торманы.
– Асыҡларбыҙ. Әйҙәгеҙ – минең арттан.
Боролдо.
Урында һорауҙарҙы үҙе бирергә кереште:
– Туҡтатырға ниәтләгәндә команданы күпме ара ҡалғас бирәләр? Һеҙҙең арҡала юғалтҡан ваҡытымды кем ҡайтарыр? Етәксегеҙ ҡайҙа?
Саҡырҙылар.
Уныһы, документтарға шым ғына күҙ йүгертте лә, йылмаймай ғына кире тапшырҙы:
– Fәфү итегеҙ, хәйерле юл!
Хаҡлыҡ тантана итһен шулай гел.

ШУНДАЙБЫҘ

Фатирҙың төҙөүселәр тапшырған йөҙө лә, килбәте лә оҡшап етмәне. Бөтәһе урынлаштырылған, буялған, йәбеш­терелгән – ин дә йәшә, тик – осһоҙло, тоноҡ, келәттә ятып иҫкергән нәмәләр һәм, унан да мөһимерәге – тамсы ла ижадилыҡ юҡ.
Инмәнем, шул ижадилыҡҡа тотондом. Ошо арауыҡта райондарҙың береһендә йәшәгән дуҫтың юлы төшкөләне. Бер тапҡыр, йөк машинаһы менән килгәнендә, магазиндан ауыр тоҡтар ҙа алып килеште.
Шул материалдарҙың төрҙәре, төҫтәре, хаҡтары тураһында һөйләп ебәрәм быға. Әйтәм бит – тәрән ижади эшләйем, бар күңелемде һалам. Әммә ул тыңлауҙан артмай, минең хәтерҙе уйлап, һорау ғына биргеләй. Хәл фатирға күскәс тә шулай уҡ дауам итте.
Күпмелер ваҡыттан иптәш бөтөнләй үҙгәрҙе. Сәй эсмәҫ борон уҡ, ян-яғын байҡай, телевизорҙа ла, минең хәбәрҙә лә эше юҡ.
– Ә-ә, быны былай иткәнһең икән, – ти. Күҙе янып тора. Материалдың индексын әйтеп ҡуя. Сәбәбе тиҙ аңлашылды – яңы өй һала башлаған һәм быны ҡалалағыса башҡара, баҡтиһәң.
Тормоштоң башҡа яҡтарында ла шулай: үҙеңдән алыҫ нәмә, ҙур булһа ла, күренмәй. Кеше ҡайғыһы – төштән һуң, тигән әйтем дә тура килә шикелле бында. Шуға күрә кемдер һинең өсөн бөйөк мөһим нәмәгә иғтибар итмәгәне өсөн үпкәләмәҫкә тейешбеҙ, сөнки үҙебеҙ ҙә шундайбыҙ.

ЙЫЛМАЙЫУҺЫҘ ЙЫЛЫЛЫҠ

– Һаумыһың! – Һағындырған яҙ ҡояшылай йылы, нурлы, ихлас өндәште яҡташым. Ҡыланыуһыҙ ғына, һөйәксел ҡулы менән ныҡ ҡыҫып, ҡушуслап күреште. Марттың иҫке ҡары ише шымалығы самалы йөҙөнә бәғзеләрҙә яһалма ла булыусан ялтлаҡ йәймәне, әммә унда эске асыҡлыҡтың, һерәйтеүһеҙ йылмайыуҙың өймәләмлеген мин үтә күрәм. Ошоноң менән халҡымдың, төйәктәштәремдең бар эскерһеҙ күңелен, саф йөрәген, тәбиғи ябайлығын күрһәтте ул. Танымайым, әйткәндәй, үҙен.
Күҙгә-күҙ осрашҡаныбыҙ, ысынлап та, юҡ булып сыҡты һәм мине уңайһыҙ хәлдән ҡотҡара ла һалды:
– Телевизорҙа күренгеләйһең бит...
Быныһын да ғәҙел белдерҙе: гел күрәм, яратып ҡарайым, тип күпертмәне – ошо урында таман әлеге “...геләү”ҙе теркәне.
Ләкин иң иреткәне, ҡолаҡты рәхәт­ләндергәне “Һаумыһың!” тиеүе булды. “Һаумы!” тип кенә тоҡос сикләнмәйенсә, ялғау бәйләүе, тап берлек ялғауын ҡушыуы ҡыуандырҙы. Ә күплекле “Һаумыһы­ғыҙ!”ҙың урыны был түгел: минән байтаҡ өлкән кешенең “һеҙ”ләүе килешһеҙ. “Урында” эшләп пенсияға сыҡҡандарҙың теле өйрәнеп китеүсән – уларға, бәлки, баралыр ҙа, ә алдымдағы уҙаман ғүмере буйы ҡул көсө менән донъя көткәнгә оҡшаған. Рәсмилек уның булмышындағы бөтә изгелеген быуыр һымаҡ хатта.
Юғиһә заманында, йәш кенә инем әле, бер райондың силсәүите менән телефон аша һөйләшкәндә, “һеҙ” тиеүе өҫтөнә “ағай” тип ололарға тотондо бит... Ә әүәлерәк, командировкала саҡта, ун ике йәшкә алдараҡ тыуғаны билдәле булғайны.
Уңайһыҙланып ултыра торғас, ошоно ҡыҫтырғайным, һис аптыраманы:
– Эйе, беләм.
– Шулай булғас...
– Ә өфөләрҙең бөтәһе лә беҙгә – “ағай”...
Бының файҙаһын иҫбатлай ҙа килә шул тормош: аҫтаныраҡ ҡарау, кәпәсте ҡулда тотоу мәсьәләләр хәл ителгәндә әһәмиәтле лә булғылай. Хәйер, ваҡиға, әллә ағайҙың йор теленән, әллә тураһын белдереүенән, хәтерҙә көҙөкһөҙ ҡалған.
“Һаумы!” тип ҡыҫҡа өндәшеү ҙә – һәй­бәт, әлбиттә, әммә был осраҡта, минеңсә, телдең шиғрилеге кәмей – тағы бер ижек талап ителә, шунһыҙ һүҙҙең бөтә йылылығы тулыһынса бөркөлмәгәндәй.
Ошо йылылыҡты урғыулы сығарыуҙың икенселәй ҙә башҡарылғанын беләбеҙ: “Һаумы-шәпме!” тиҙәр. Был да бик арыу. Артынса “ҡустым” тип тә ебәрелһә инде, тотош бер шиғри юл ярала.
Нишләйек һуң? Уңайлы мәлдәрҙә “күпһенмәйек” – ошо “Һаумыһың!” йышыраҡ ҡулланылып, телебеҙгә нығыраҡ һеңһен.

ЭШ МЕНӘН ҺҮҘ БЕРЛЕГЕ

Ҡасан күрмә – ике ҡулы эштә апайҙың. Хаҡлы ялда булһа ла, ҡыш тимәй, көҙ тимәй, боҙ тимәй – гел һеперә, көрәй, йыя. Тәртипһеҙ һаһылдашҡандар тәмәке төпсөгөн ташлай тора – эшен, яҙмышына зарланмай ғына, башҡара бара.
– Һай, егәрлеһең! – тинем бер көн. Маҡтауҙан, ҡатын-ҡыҙ барыбер ҙә мохтаж иғтибарҙан бигерәк, үҙем ҡыйламаһам да, уның алдында кисергән күптәнге уңайһыҙлығымдан әйттем быны.
Ә ул:
– Йылҡы йылында тыуғанмын, – тип кенә ҡуйҙы. Шуға ла аттай эшләгәнен асыҡлап торманы.
Тапҡыр һүҙе һәм һуҡранып алып китмәүе менән үҙенә ихтирамды тағы ла арттырҙы булыр.

АҪТАН – ӨҪКӘ

Ниндәйҙер шөғөлдән ялҡып киткәндә аяҡ кейемен ялтыратып алыусанмын. Шулай ял итәм. Былай ҙа таҙа, әлбиттә: иртән эшкә килеү менән башҡарған ғәҙәтемә оҙаҡ йылдар тоғромон – шунһыҙ яҙырым яҙылмағандай, телем биклән­гәндәй, әммә тағы өҫтәйем. Әллә әрме хеҙмәтенән эйәргән ҡойроҡ был, әллә әсәйем, уның апайы – инәйем тәрбиәһенән, әллә ир кешенең гел юғарылыҡта, шул иҫәптән лайыҡлы ҡиәфәттә лә, булырға тейешлегенә үҙемдең ҡаты инаныуым сәбәп. Бөтәһе бергәлер.
Аҫ менән башлап өҫ менән тамамлайыҡ: йәмғиәттә ир-аттың әһәмиәте арта ла барһасы.

КҮТӘРЕП – КҮТӘРЕЛЕҮ

– Әсәйем атайымды ныҡ ҡәҙерләне. Уны күтәреп, үҙе күтәрелде, – тине боронғо танышым. Студент саҡта ла гел аҡыллы һөйләне, юҡ-барға хихылдап барманы, ҡаштары хәҙер айырыуса төйөү. – Ҡарт рейсҡа йыйынһа, унан да иртәрәк тора ине. Аяғына баҫыуына бөтә нәмә әҙер – ҡулъяулығына тиклем үтекле. Ҡыш машинаһына һыу йылытылған, биҙрәгә ҡойолоп, ишек төбөнә ҡуйылған. Үҙем нисәмә ҡатын алып ҡараным, береһе лә улай булманы...
“Нисәмә” мәсьәләһенә теймәйек, ә баштағыһы дөрөҫ икәне, әйҙәгеҙ, танылһын.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
радиожурналист һәм яҙыусы.


Вернуться назад