Шәп эш башҡарған егеттәр11.05.2018
Яңыраҡ Салауат районының Тәкәй ауылы урынында – халҡыбыҙҙың батыры, шағиры, сардары, хаҡ мосолман Салауат Юлаевтың яндырылған, көлгә ҡалдырылған тыуған төйәге нигеҙендә төҙөлгән таш тирмәлә хәтер ташы асылды.
Ошо уңайҙан “Салауат Юлаев вариҫтары” ойошмаһы исеменән был ташты асыуға үҙ өлөшөн индергән Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповҡа, рухлы егеттәребеҙгә, яҡташтарыбыҙға олуғ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ташты эшләгәндә матди ярҙам күрһәткән “Камнеград Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ришат Ваһаповҡа, “Башгранит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең цех начальнигы Павел Кацюбаға, коммерция бүлеге менеджеры Сергей Малкинға шулай уҡ рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ!
Был күренеш – халҡыбыҙ тормошонда ҙур ваҡиға. Бигерәк тә батырҙың исеменә тап төшөрөргә теләгән әҙәмдәрҙең телевидение эфиры аша сығыш яһаған осорҙа. Башҡортостан Республикаһының гербында һынланған, милли азатлыҡ символына әүерелгән бөйөк шәхес Салауат Юлай улының исемен тыуған ауылы нигеҙендә ҡабат ҡайтарыу – үҙе бер батырлыҡ!
Салауат Юлаевтың вариҫы булараҡ, шәхси үҙемдең ҡыуаныстарымды һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Һәр заман Салауаттың исеме кешеләрҙе диненә, милләтенә ҡарамайынса берләштереп, рухландырып торған. Киләсәктә лә ул халҡыбыҙҙы яңы еңеүҙәргә әйҙәһен!
Виктор ХӘКИМОВ,
“Салауат Юлаев вариҫтары” ойошмаһы рәйесе.