АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘНЕҢ АРЫҪЛАНЫ11.05.2018
АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘНЕҢ АРЫҪЛАНЫХөрмәтле ҡан-ҡәрҙәштәр! Салауат районының Тәкәй ауылы урынында – халҡыбыҙ батыры, шағиры, сардары, хаҡ мосолман Салауат Юлаевтың яндырылған, көлгә ҡалдырылған тыуған төйәге нигеҙендә Башҡорт йәштәре ҡоролтайы, Башҡортостан Диниә назаратының йәштәр бүлеге төҙөгән таш тирмәлә хәтер ташы асылды.

Салауат – Аллаһ Тәғәләнең арыҫланы! Юлай улы Салауат рухына бағышлап доғалар ҡылайыҡ. Уның урыны Аллаһ ҡаршыһында юғары дәрәжәлә. Беҙ ахирәттә яратҡандарыбыҙ яндарында булырбыҙ, тип әйтелгән бер хәҙистә. Беҙ пәйғәмбәребеҙҙе, әүлиәләребеҙҙе, шәһит булып киткән бөйөк ата-бабаларыбыҙҙы яратабыҙ. Беҙ, башҡорт халҡы, үҙебеҙҙең Салауатыбыҙҙы яратабыҙ икән, уның янында булырбыҙ, иншаллаһ.
Ошо эштәрҙе атҡарып йөрөгән егеттәребеҙгә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте төшһөн! Халҡыбыҙҙың изге заттарына бағышлап доға ҡылайыҡ, улар халҡы өсөн Мәңгелектән доға ҡылыр. Амин.


Вернуться назад