Ҡаһарман яугир ҙә, моңло шағир ҙа ул11.05.2018
Салауат Юлаев башҡорт халҡының аңына, хәтеренә, йөрәгенә батыр яугир һәм нескә күңелле шағир булып мәңгелеккә һеңгән. Ул ырыуҙаштарының ерҙәре батша чиновниктары, урыҫ байҙары, заводсылар тарафынан тартып алынып, уларҙың йәшәгән төбәктәренән ҡыуылып, йәберләнеп, яфа сигеп йәшәүҙәрен күреп-белеп, аңлап үҫә. Шуға ла мөмкинлек сығыу менән ғәҙел тормош шарттары вәғәҙә иткән рус казагы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышына ҡушыла.
Урыҫ, башҡорт, сыуаш, мишәр, мари, удмурт, сирмеш, татар һәм башҡа милләт вәкилдәре менән бергә йәберләүҙәргә юл ҡуйған батша власына ҡаршы сая алыша. Яугирҙәрен дәртләндереп, шиғри һүҙен дә әйтә:


Алтын да биреп ҡараныҡ,
Атын да биреп ҡараныҡ,
Түрәнең тамағы туйманы,
Йәбер-золомон ҡуйманы.
Меңәрләгән малды ҡыуҙылар,
Йөҙәрләгән йәнде ҡыйҙылар,
Ил ағаһы ирҙәрҙең
Күҙенә ҡурғаш ҡойҙолар.
Аҫыл да аҫыл ҡыҙҙарҙы
Ҡол итеп ситкә ҡыуҙылар.
Ҡан һауҙы инде күҙебеҙ,
Бөттө инде түҙемебеҙ!
Бүгәсәүгә ҡушылып,
Ир-батырға ҡуш булып,
Казактарға иш булып,
Яуға сығыр көн етте,
Ирек даулар көн етте!
Ирек даулап халҡыбыҙҙы көрәшкә күтәргән ҡаһарман яугир һәм хисле шағир Салауат Юлаев музейы респуб­ликабыҙҙың Салауат районы Малаяҙ ауылында урынлашҡан. Музейҙы ойоштороу тарихына күҙ һалайыҡ. 1965 йылда Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү бүлмәһендә Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәт туплай башлайҙар. Бер нисә стенд, экспозиция эшләнә. 1975 йылда ошо мәғлүмәттәрҙе, башҡа сығанаҡтарҙы файҙаланып, район үҙәге Малаяҙҙа Салауат Юлаевтың хәрби эшмәкәрлеген сағылдырған крайҙы өйрәнеү музейы ойошторола.
1985 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Рес­публикаһының Министрҙар Советы 6-сы ҡарар ҡабул итә. Унда музейҙы айырым бинаға күсереү һәм уға Салауат Юлаев музейы статусы биреү ҡарала. 1987 йылдан ул – Башҡорт дәүләт берләштерелгән (хәҙер Башҡортостандың Милли музейы) музейы филиалы.
Салауат Юлаев музейының хәҙерге бинаһы 1991 йылда архитекторҙар Александр Васильевич Клемент, Лев Васильевич Хихлуха проекты буйынса төҙөлә. Бина башҡорт тирмәһен хәтерләтә. Ике яҡтағы аркалары шаршау рәүешендә һине ҡунаҡсыл тирмәгә әйҙәй. Аркаларҙа ҡуйылған бронза скульптураларҙы билдәле оҫта Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахманов эшләгән. Улар символик исемдәр менән аталған: Көрәш, Өндәү, Азатлыҡ, Хушлашыу, Йыр, Хәтер.
Әлбиттә, ирек һөйгән башҡорт халҡын Салауат Юлаев бер үҙе генә яуға күтәрмәгән. Петр III исемен алған Емельян Пугачев өндәмәләрен ишетеп, төрлө милләт кешеләре отрядтар ойоштороп, азатлыҡ өсөн көрәшкә ҡушыла. Уларҙың етәкселәренә полковник, баш полковник (бригадир) дәрәжәләре бирелә. Стәрле­тамаҡта йәшәгән ғалим, тарих фәндәре кандидаты Салауат Таймасов иҫәплә­үенсә, барлығы 276 яугир был юғары исемгә лайыҡ булһа, башҡорттарҙан 86 отряд етәксеһе Пугачев полковнигы дәрәжәһенә күтәрелә. Халыҡҡа киң билдәлеләре – Кинйә Арыҫланов, Ҡасҡын Һамаров, Ҡаранай Моратов, Баҙарғол Юнаев, Әбди Абдулов, Бузан Смаҡов, Батырҡай Ишкинин, Юлай Аҙналин, Һеләүһен Кинзин.
Музейҙағы тарихи документтар араһында Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы берәүһен иғтибар менән уҡыйбыҙ…
“1774 йыл, 5 июнь – Петр III” – Е. И. Пугачевтың Салауат Юлаевҡа бригадир чины биреү тураһында указы.
Беҙ, Петр Өсөнсө…
Һәр кемгә мәғлүм һәм күренеп торһон: Шайтан-Күҙәй улысы старшинаһы улы Салауат Юлаев беҙгә полковник булып хеҙмәт итте. Мең дә ете йөҙ етмеш дүртенсе йылдың бишенсе июнендә хеҙмәте буйынса күрһәткән сәме һәм тырышлығы өсөн баш полковник итеп ҡуйылды… Шуға күрә… әлеге Юлаевты тәғәйен рәүештә танырға һәм ихтирам итергә бойорам…
Үрҙә әйтелгәндәрҙе раҫлар өсөн үҙ ҡулыбыҙ менән имза һалдыҡ һәм үҙебеҙҙең дәүләт мисәте менән нығытыуҙы мөмкин күрҙек.
1774 йылдың 5 июнендә бирелде. Петр III”.
(Источниковедение отечественной истории. 1975. 246-247- се биттәр).
Салауат Юлаев үҙе ҡул ҡуйған документтар ҙа уның полковник, баш полковник дәрәжәһендә булыуын раҫлай. Полковниктар Салауат Юлаев менән Ҡәнзәфәр Усаевтың пушкалар, башҡа һуғыш кәрәк-ярағы алыуы тураһында Югов заводы контораһына биргән билетты тәрән тулҡынланыу менән күҙҙән кисерәбеҙ…
“… Император ғәзими хәҙрәттәре армияһы менән килеүсе баш полковник Салауат Юлай улы менән поход полковнигы Ҡәнзәфәр Усай улының Югов заводы контораһы директоры Иван Осокинға
Билеты
Ғинуарҙың 19-сы көнөндә шул заводтан Трофим Ситников аша ике пушка, ҡырҡ йәҙрә һәм ҡырҡ ете картечь ебәрелгән ине, (улар) бында алынды, шул хаҡта ошо (билет аша) завод контораһына хәбәр итәбеҙ һәм белдерәбеҙ. Шуны раҫлап, ҡулыбыҙҙы ҡуябыҙ.
1774 йыл ғинуарҙың 19-сы көнө.
Баш полковник Салауат Юлай улы.
Поход полковнигы Ҡәнзәфәр Усай улы.
Етәксе Адил Бигашев.
Полктың поход писары Петр Лутохин”.
(Башҡорт халҡының милли ҡаһарманы һәм шағиры Салауат Юлаев. Өфө. Китап, 2004, 248-249-сы биттәр).
Эйе, Салауат Юлаев ҡорал йыя, ғәскәр туплай, көрәшә, шағир-импровизатор булараҡ, һуғыштың маҡсатын аңлатып, шиғри һүҙ менән яугирҙәренә өндәшә:
…Аңлағыҙ ошо телмәрҙән:
Ул миңә хәбәр ебәргән,
Бығаулының ҡулынан
Бығауын йолҡам, тигән ул;
Тышаулының аяғынан
Тышауын йолҡам, тигән ул;
Ерһеҙ ҡалған башҡортҡа
Ерен бирәм, тигән ул;
Һыуһыҙ ҡалған башҡортҡа
Һыуын бирәм, тигән ул;
Ҡол булып килгән башҡортҡа
Иркен бирәм, тигән ул.
Башҡорттар үҙ ерендә,
Тыуған-үҫкән илендә,
Ҡош булып күккә менһендәр,
Балыҡтай һыуҙа йөҙһөндәр,
Боландай ерҙә елһендәр, –
Ана шулай тигән ул.
Легендар батыр һәм хисле шағирҙың ҡомартҡылар төйәген ойоштороуҙа Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин (1927 – 1998), Әбүзәр Хәкимйән улы Сәйфуллин (1927 – 1996) ҙур тырышлыҡ һалған. Музей алты экспозиция залынан тора. Улар башҡорт халҡының һөйөклө улы, яугир һәм шағир Салауат Юлаевтың тулы биографияһын аса. Ҡаһарман батырыбыҙ 1754 йылда Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер юлы Шайтан-Көҙәй улысы Тәкәй ауылында донъяға килә. Атаһы – йөҙ башы Юлай Аҙналин. 1765 йылда улыс старшинаһы итеп тәғәйенләнә. Архив документтарында Салауаттың әсәһе тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Батырыбыҙ өс ҡатын ала. 1775 йылда ике улы, ике йәки өс ҡыҙы булғаны мәғлүм.
Юлай улы Салауат 1773 – 1775 йылғы Емельян Пугачев етәкселек иткән азатлыҡ өсөн күтәрелгән ихтилалдың 28 ҡаты һуғышында ҡатнаша, шуларҙың ун берендә етәкселек итә. Ул алыш яланында бер ваҡытта ла ғәскәрен тар-мар итергә ирек бирмәй. Һуғыштан сыҡҡас, тиҙ арала яңынан ғәскәр туплай.
Музейҙа полководецыбыҙҙың үҙ ҡулы менән яҙған бойороҡтарының күсер­мәләре, һуғыш панорамалары, ул саҡтағы Рәсәй армияһы һалдаты кейеме, Салауаттың эйәре һәм ҡылысы күсермәләре, һуғыш мәле сағылыш тапҡан картиналар, ул замандағы тирмә, башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба урын алған. Бында шулай уҡ һәр кемде шомландырған каторжандар өсөн эшләнгән йыуан тимер сылбыр бығау, ҡалыптар ҙа бар. Уларҙы күргәс, ҡурҡы­шыңдан йөрәк тибеше туҡтап ҡуя һымаҡ.
Ә тәбиғәт бында бик күркәм, хозур! Шағирҙың тыуған төйәгенең матурлығын сағылдырған картиналар Салауат Юлаев музейына йәм өҫтәй. Каторга тормошо менән танышып нәфрәтләнгән күңелде тәбиғәт күренештәре үҙ урынына ултырта һәм ирекһеҙҙән моңло шағирыбыҙҙың шиғыры иҫкә төшә:
Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,
Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.
Эй һағындым, йәнем, ер еләгем,
Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.
Таңдарымда миңә ҡояш балҡты,
Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә,
Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй, –
Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә?
Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр,
Рамазаным булыр ҡулында.
– Һаумы, улым, һаумы, Рамазаным,
Йәндәр аттым һин тип юлымда.

Лариса АБДУЛЛИНА

САЛАУАТТЫҢ ВАРИҪТАРЫНА

Яҫҡыналар минең милләтемә,
Һандалдарҙа яҙмыш – бөгөн дә.
Салауаттың ғәскәренә туплар
Ирҙәр бармы икән был илдә?
Күпме Салауаттар көн итәләр...
Кем ҡулдары икән йүгәндә?
Батырҙарҙың намыҫтарын яҡлар
Ирҙәр бөткәнме ни был илдә?
Дуҫлыҡ әләмдәрен күтәрмәйем,
Дуҫлыҡ балталары – билемдә,
Ауырлығы – илем иңендә.
Абынһа ла, ил ҡеүәтен раҫлар
Ирҙәр бар бит әле был илдә!
Һөйләшмәйҙәр, моңланалар ғына
Бик боронғо булған ҡәүемдә.
Салауаттың йөрәк телен яҡлап,
Ирҙәр һүҙен әйтер был илдә.


Вернуться назад