Былар ҡыҙыҡлы03.12.2011
Иң “күңелле” үҫемлек Ғәрәбстан ярымутрауында үҫә. Әгәр кеше уның орлоғон ашаһа, тыйыла алмай туҡтауһыҙ көлөргә тотона икән. Бындай хәл 30 — 50 минут дауам итә. Шунан кеше йоҡоға тала. Урындағы халыҡ был орлоҡто теш һыҙлағанда ҡуллана.

* * *
Бер йыл эсендә иң күп орлоҡто (28 миллион тирәһе) тирәк ағасы бирә.

* * *
Иң ҙур ҡар бөртөктәре (арҡырыға 12 сантиметр) 1892 йылдың 4 декабрендә Саксонияла (Германия) яуа.

* * *
Донъялағы иң ҙур китап Нью-Йорк (АҠШ) китапханаһында һаҡлана. Ауырлығы 60,3 килограмм булған “Бутан” альбомын Массачусетс технология институты, “Акме Букбайндинг“ һәм “Френдли Плэнет” нәшриәттәре берләшеп сығарған. Уның оҙонлоғо — 1,52 метр, киңлеге 2,13 метрға етә.

* * *
Мәскәүҙә боулинг буйынса хайуандар араһында беренсе донъя чемпионаты үткәрелгән. Европа исеменән — айыу, Азиянан — кәзә, Африканан — маймыл, Американан — бәләкәй сусҡа, Австралиянан дикобраз сығыш яһаған. Маймыл бәйгенең еңеүсеһе булған.

* * *
Германияла йорт хайуандары яратыусылар араһында яңы мауығыу киң таралған. Эт һәм бесәйгә ҡарағанда, ҡырмыҫҡа тотоуҙы өҫтөнөрәк күрәләр. Улар күп урын алмай, тауышланмай. Тик бер кәмселектәре бар: йән эйәләренең күпмелеген иҫәпләп бөтөп булмай...

* * *
Австралия утрауында 40 төрҙән ашыу “ожмах” ҡошо бар. Уларҙың ҡаурыйҙары менән ике быуат инде ҡатын-ҡыҙ эшләпәләрен биҙәй.

* * *
Бөтә хайуандарҙы ла аҡыллы тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер ғалимдар ата күркәне иң ахмаҡ ҡош-ҡорт тип һанай. Уларҙың һауала осоп барған ҡағыҙҙан ҡурҡып үлгән осраҡтары теркәлгән. Ҡайһы берҙәре һыуыҡтан йә ямғырҙан да һәләк булған.

* * *
Күгәрсендәр 112 километр тиҙлектә көн буйы ял итмәй 1120 саҡрым ер үтә ала.

* * *
Ҡомаҡ бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп тә иҫән ҡала. Ул бер һумлыҡ аҡса ҙурлығындағы тишектән иркен үтә, үҙенән өс тапҡыр ҙурыраҡ йәнлектәрҙе һуғышып еңә, етмәһә, торба үткәргес, ағас, кирбес, бетонды еңел кимерә. Юғары токлы электр кабелен кимереп тә иҫән ҡала.


Вернуться назад