Алыпһатарҙар байый алмаҫ11.05.2018
Рәсәй бөйөк ваҡиғаға әҙерләнә – 14 июндән 15 июлгә тиклем Футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Бындай сара илебеҙҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Уйындар Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Дондағы Ростов, Һамар, Екатеринбург, Саранск, Калининград, Волгоград, Түбәнге Новгород ҡалаларында була.
Ошондай сараларҙы файҙаланып, алыпһатарҙар аҡса эшләп ҡалыу яйын ҡарай. Сара үткән ҡалаларҙа һәм уларға яҡын урындарға торлаҡҡа хаҡ ҡырҡа артҡан. Билет менән дә мутлашыусылар бар.
Футбол матчтарына билет һатыуҙа хәйләләшеүгә юл ҡуймау маҡсатында, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына 14.15.2-се һәм 14.15.3-сө статьялар өҫтәлде. Законға ярашлы, хәҙер FIFA менән тейешле килешеү төҙөмәйенсә билеттар һатҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.
Закон боҙған осраҡта граждандарға күләме билет хаҡынан – 20-нән 25, шәхси эшҡыуарҙарға һәм етәкселәргә 25-тән 30 тапҡырға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған, ә ойошмаларға – 500 мең һумдан бер миллион һумға тиклем. Граждандарға ошондай тәртип боҙған өсөн штраф – биш мең һумдан, эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға 500 мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Эшҡыуар һәм ойошмалар өсөн эшмәкәрлектәрен 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыу ҙа ҡаралған.
Ялған билет һатҡан өсөн граждандарға – 50 – 70 мең һум, вазифалы кешеләргә – 150 – 200 мең һум, эшҡыуарҙарға 150 – 200 мең һум штраф һалыу йәки 90 тәүлеккә эштәрен туҡтатыу ҡаралған. Ойошмалар ялғанлыҡ менән булышһа, уларға 1 – 1,5 миллион һум штраф һалынасаҡ йәки 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәрен туҡтатасаҡтар.
Судья бындай административ эштәрҙе протокол алғандан һуң ун тәүлектә ҡарарға бурыслы. Ваҡытты оҙайтыу тыйыла.