Ике яҡҡа ла өлөш сыҡҡан11.05.2018
Бынан ике йыл элек Өфөлә Mitsubishi ASX 1,6 автомобиле иҫерек ирҙе төрттөрә. Һөҙөмтәлә йәйәүле ауыр йәрәхәтләнә.

Бер аҙҙан ир, автомобиль хужаһынан зыянды ҡаплатыуҙы талап итеп, Өфө ҡалаһының Калинин районы судына мөрәжәғәт итә. Прокуратура ла уны яҡлап сығыш яһай.
Суд, йәйәүле күргән зыянды 200 мең күләмендә баһалап, водителдән компенсацияны түләттереү хаҡында ҡарар сығара. Шулай уҡ шофер ҙа йәйәүленән үҙ өлөшөн ала: суд автомобилгә килтерелгән зыянды ҡапларға ҡуша, йәғни ул транспорт хужаһына 130 мең һум түләйәсәк.


Вернуться назад