Электр ҡармағы тыйылған11.05.2018
Рәсәй халҡының бөтә шарттарға ла тиҙ генә яраҡлашып, үҙенә файҙа сығарыу һәләтенә эйә булыуы хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндермәйҙер. Интернет селтәренең барлыҡҡа килеүе иһә йомро башлыларға уңайлыҡтарҙы арттырҙы ғына.

Заман сараһы беҙгә, бер яҡтан, ярҙамсы булһа, икенсе яҡтан – дошман. Виртуаль донъя селтәренең алдына-артына сығырлыҡ түгел. Уға сумһаң, сығыуҙы онотаһың. Ашарға бешерергә лә, кер йыуырға ла, баланы ҡарарға ла, эшкә нисек атлап барырға ла өйрәтә бит заман техникаһы. Хәҙер беҙгә олатай, өләсәйҙәр ҙә кәрәкмәй башланы хатта, уларҙы ла Интернет алмаштырып бара.
Икенсе күҙлектән ҡарағанда, Интернет бәйһеҙ эт кеүек. Кәрәккән-кәрәкмәгәненә лә өйрәтә, этәрә. Тәртип һаҡлау органдары ла, ниһайәт, уның кире эшмәкәрлегенә иғтибар итә башланы. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуратураһы Интернет селтәренә күҙәтеү яһағанда электр ҡармағын әҙерләүгә өйрәткән ике сайттың барлығын асыҡлай. Ҡануниәткә ярашлы, балыҡты был ҡорал менән аулау тыйыла, сөнки ул һыуҙағы тереклекте күпләп ҡырыуға килтерә. Шулай уҡ уны әҙерләү тураһындағы мәғлүмәтте таратыу ҙа закон менән тыйылған.
Прокуратура суд аша электр ҡармағы етештереү тураһындағы мәғлүмәтте таратыуҙы тыйыуға ирешә. Шулай уҡ был интернет-сығанаҡтарҙы яптырыу өсөн суд ҡарарҙары “Роскомнадзор”ға ебәрелгән.


Вернуться назад