Ата-әсә мөлкәте өсөн талашып, мәңге аралашмаҫ булып айырылған туғандар бар. Ошо үтә лә нескә мәсьәләне көйләүҙә ирле-ҡатынлының бергә яҙған васыяты бәхәскә алдан уҡ нөктә ҡуйыр, тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы депутаттары.Тыуымдан ҡалмаған кеүек, үлемдән дә ҡалып булмай. Шуға ла һәр кемдең, олоғая төшкәс, мөлкәтен кемгә ҡалдырыуҙы алдан хәстәрләүе яҡшыраҡтыр. Мираҫ ҡалдырылмаған осраҡта бер туғандарҙың һәр береһе өлөшкә өмөт итеп, судлашып йөрөгән осраҡтар күп.
Ысынлап та, был – бик етди мәсьәлә. Ошо мөнәсәбәттәргә Боронғо Рим закондарында ла айырыуса иғтибар бирелгән. Башҡорттарҙа иһә мөлкәт нигеҙҙе һаҡлап йәшәйәсәк кинйә ир балаға ҡалдырыу йолаһы булған. Әле лә халҡыбыҙҙа мираҫ мәсьәләһен күп осраҡта милли ғөрөф-ғәҙәттәр күҙлегенән сығып хәл итәләр. Ҡарттар уны телдән әйтеп тә ҡалдыра. Әммә уларҙың ҡағыҙға теркәлмәгән васыятын, йоланы һанламағандар суд тупһаһын тапай. Әлбиттә, быға күп факторҙар этәрә: берәүҙәргә аҡса етмәй, икенселәр туғанынан үс ала, өсөнсөләр иһә атай йортон тәләфләгән яуапһыҙ туғанын аҡылға ултыртырға тырыша. Тормош бит, төрлө хәлдәр була...
Әле Дәүләт Думаһы ҡараған закон проектына ярашлы, ир менән ҡатындың бергә яҙған васыяты – ошо барлыҡ мәсьәләләрҙе тыныс һәм судһыҙ хәл итеүҙә яңы аҙым.
– Бындай варианттар сит илдә инде 100 йылдан ашыу уңышлы файҙаланыла. Бергә васыят, килешеү, милек фонды яҙыу мираҫ конструкцияһы булып тора. Ул беҙҙең юрисдикцияға ла яйлап индерелә, – ти Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников.
Эйе, был йәһәттән алға китеш бар. Әле үлгәндән һуң мираҫ фондтары тураһындағы закон ҡабул ителде, ул сентябрҙән көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, граждандар үҙҙәренән ҡалған мөлкәткә, компанияларға идара итеүҙе яйға һалыу өсөн фонд булдыра ала. Мираҫ фондында ул идаралыҡты кемгә тапшырыу, килемде ҡайҙа һәм ниндәй маҡсатта бүлеү ниәтен яҙып ҡалдыра.
Элек кеше вафат булһа, вариҫы юҡ икән, мөлкәте дәүләткә күсә ине. Хәҙер иһә ике форма күҙ уңында тотола: васыят йәки закон нигеҙендә. Васыят буйынса милек кемгә яҙылған, шуға ҡала, әгәр был документ юҡ икән, мираҫҡа эйә булыу хоҡуғы вариҫлыҡ сиратына ҡарап бүленә. Беҙҙә ул һигеҙ сиратты (йәмәғәте, балалары, бер туғандары һ.б) иҫәпкә алып ҡарала. Бөтөнләй дәғүәселәр булмаһа, “вариҫһыҙ” тип иҫәпләнеп, дәүләткә күсә.
Шуны ла оноторға ярамай, мөлкәтте мираҫлыҡҡа алғанда, хужаның бурыстары өсөн дә һин яуаплылыҡты ҡабул итәһең. Кредиты булһа, уны ла түләргә тура киләсәк. Был осраҡта ла уйлап эш итергә кәрәк. Яңыраҡ бер ҡыҙ әсәһенән ҡалған мираҫты ҡабул итеүҙән баш тартты, сөнки мәрхүмәнең кредит бурыстары күп ҡалған.
Яңы закон проектына килгәндә, бергә яҙылған мираҫ ир менән ҡатындың ихтыярын күрһәтә. Был документ булғанда, мөлкәтте бүлеү талап ителмәй. Шулай уҡ унда кемгә ниндәй сират буйынса, ҡайһы мөлкәт эләгеүе хаҡында тәфсирләп яҙырға ла мөмкин. Вариҫҡа мираҫ менән нисек идара итергә кәрәклеген дә күрһәтә алалар. Әммә никах тарҡалған осраҡта мираҫ килешеүенең көсө юғала.
Мираҫ килешеүенең васыятнамәнән өҫтөнлөгө лә бар. Әгәр ҙә мираҫ ҡалдырыусы васыятнамә лә, мираҫ килешеүе лә төҙөгән булһа, ул саҡта мөлкәт мираҫ килешеүе буйынса бүленәсәк. Әммә өлөшкә хоҡуғы булған граждандарҙың хоҡуғы күҙәтелергә тейеш.