Өфөләге Еңеү паркында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты. Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышының яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Төбәк Башлығы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты курсанттарын, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәрҙе сәләмләне. Улар ҡаһарман яугирҙәрҙең үлемһеҙ батырлығы иҫтәлегенә тантаналы марш менән үтте. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан мемориалының Геройҙар аллеяһындағы генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимовтың бюстарына, шулай уҡ тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскә һалды. Паркта республика Башлығы ветерандар һәм Өфө халҡы менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотланы, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләне.