“Үлемһеҙ полк”тың үлемһеҙ һалдаттары11.05.2018
“Үлемһеҙ полк”тың үлемһеҙ һалдаттарыЕңеү көнөндә республика халҡы “Үлемһеҙ полк” сафында ҡала, ҡасабаларҙың төп урамдары буйлап үтте. Был илһөйәрлек акцияһы күләмле сараға әүерелде.

Өфөләр Бөтә Рәсәй акцияһына бишенсе тапҡыр ҡушылды. Өлкәндәр һәм балалар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран туғандарының фотолары сағылған транспаранттар тотҡайны. Баш ҡалабыҙҙа был сара 2014 йылда башланды. Былтыр унда 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. “Үлемһеҙ полк” башланғысын 2011 йылда Томск журналистары тәҡдим итте. Әле халыҡ хәрәкәте 64 дәүләттә һәм биләмәлә ойошторолған. Ул фронтовиктар тарихын сағылдырған электрон “Халыҡ йылъяҙма”һын алып бара.
Быйылғы акцияла республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул олатаһының портреты сағылған транспарант тотоп колоннала үтте. Сөнәғәтулла Исмәғил улы Измайлов һуғышҡа 1941 йылда киткән. Ленинград фронтындағы пехотала һуғышҡан. Миҙалдар менән бүләкләнгән. 1943 йылда яраланып, инвалид булып ҡайтҡан.


Вернуться назад