Атайым алдында баш эйәм09.05.2018
Атайым алдында баш эйәмАтайыбыҙ Ғәлиәкбәр Ғәликарам улы 1919 йылдың 19 декабрендә Йылайыр районының Мәсетбар (халыҡ телендә Ҡаратәкә) ауылында ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Ете класс белем ала. Әсәйем Ғәфиә менән танышҡандан һуң, 1941 йылда ғаилә ҡоралар. Тик ҡәһәрле һуғыш атайымды әсәйемдән, тыуасаҡ улы Фәрғәттән айыра.
Йылайыр районы хәрби комиссариатынан әрме сафтарына саҡырылғас, 1942 йылдың 15 октябрендә хәрби ант бирә, сапер һөнәрен үҙләштерә.



Ул Сталинград трактор заводын, тимер юлдарҙы мина­ларҙан таҙар­тыуҙа ҡатнаша. Ауыр һуғыш йылдары атайымды Ялта, Севастополь яҡтарына, Польша, Чехословакия ерҙә­ренә алып китә. Ростов ҡалаһын азат иткәндә, дошман эшелонын шартлатып, ғәскәребеҙҙе боеприпас, аҙыҡ-түлек менән тәь­мин итеү, Дон, Одер йылға­ла­рын кискәндә төн­дә күпер һа­лыуҙа, Севас­тополдә Герма­нияға ҡоллоҡҡа оҙатылырға тейеш бер пароход совет кешеләрен ҡотҡарыуҙа ҡат­наша. Һуғышта күрһәткән батыр­лыҡ­тары өсөн III дәрәжә Дан ордены, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградлана.
“Батырлыҡ өсөн” миҙалы алыу тарихын Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Интернеттағы “Халыҡ хәтере” (https://pamyat-naroda.ru/) сайтында эҙләнеп асыҡланыҡ. Орденға тәҡдим ителгән (наградной лист) документта Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы мото-штурмлы инженер-сапер батальоны һуғышсыһы, комсомол, ефрейтор Ғәлиәкбәр Ғәликарам улы Шаһиәхмәтовтың һуғыштың иң алғы сафтарында һуғышыуы, оҫта минер булараҡ, дошман уты аҫтында танктарға ҡаршы 500 дана мина урынлаштырыуы, кәрәк саҡта үҙе пулемет артына ятып, алға барған взводын дошман утынан ҡаплауы тураһында яҙылған. Батальон командиры майор Зайцев уны ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим иткән булһа ла, командование Дан орденына ҡалдырған.
Һуғыш ауырлыҡтары ун туғыҙ йәшлек кенә әсәйем Ғәфиә Һиҙиәт ҡыҙы иңдәренә лә төшә. Ул бәләкәй балаһын ҡарттарға ҡалдырып, Кананикольский урманына ағас ҡырҡырға барған саҡтарын, шунда күргән аслыҡ-һыуыҡты, ирҙәр эшен башҡарып арманһыҙ булып арығандарын, тик Еңеү өсөн бар көстәрен һалып тырышыуҙарын һөйләй торғайны. Еңеү көнө хаҡында самолеттан төшөрөлгән листовкаларҙан беләләр. Кешеләрҙең шул саҡта кисергән шатлығын аңлата алмаҫлыҡ ине, ти ул.
Атайым алдында баш эйәмҺуғыш тамамланғас, атайыбыҙ армия сафынан 1946 йылдың майында ғына демобилизациялана. Һуғыштан һуң ғаиләһе менән Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылына килеп төпләнә. Икеһе лә заманында миллионер хужалыҡ булып дан алған Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡ “Октябрь” совхозында малсылыҡта тырышып эшләй. Туғыҙ балаға – өс малай менән алты ҡыҙға – ғүмер биреп, уҡытып кеше иттеләр, барыһына ла матур итеп туйҙар яһап, тормош юлына оҙаттылар. Уларҙың араһынан апайым Шәүрә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Саҡмағош районы мәктәптәрендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың “Иң яҡшы уҡытыусы” гранттарына лайыҡ булды; Әлифә апайым ғүмер буйы Өфө моторҙар заводында эшләп, “Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе” исеменә лайыҡ булды; Зәлифә апайым оҙаҡ йылдар Күгәрсен районының “Исем” совхозының алдынғы һауынсыһы булып, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Зөһрә апайым оҙаҡ йылдар төҙөүсе булып эшләне; Зилә – Күгәрсен районы “Октябрь” совхозының билдәле һәм алдынғы һауынсыһы.
Ағайым Фәрғәт, дүрт йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, ете диңгеҙ кисеп ҡайтҡас, “Салауатнефтеоргсинтез” ойошмаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Үҙем Күмертау ҡалаһында Республика политехник лицей-интернатында эшләп йөрөйөм.
Ә ике ағайым, бөгөн беҙҙең арала булмаһалар ҙа, һәр саҡ иҫтә һәм яныбыҙҙа йөрөгән кеүек. Бөгөн барыбыҙҙың да балалары һәйбәт итеп донъя көтә, атай-әсәйебеҙҙең 17 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре бар. Улар ҙа олатайҙарының хәтеренә тап төшөрмәй, тырышып, мул тормошта йәшәй. Ғаиләбеҙ татыу һәм ярҙамсыл. Ауыл халҡы атайым менән әсәйемде һаман да хөрмәтләп иҫкә ала.



Вернуться назад