Бәхет ғүмереңә тәм бирә09.05.2018
Бәхет ғүмереңә тәм бирә13 йәшендә генә әсәйһеҙ ҡала Светлана Тагаева. Атаһы баш ҡалаға сығып китә лә онота ҡыҙын. Баланы ҡатынының атаһы — Фәтих бабайға ҡалдыра. Олатаһы ҡарамағында ҡала ҡыҙыҡай. Әсәһенең бер туғаны — Рима әбейе менән олатаһы ҡарап үҫтерә уны. Беренсе ейәнсәр бик ҡәҙерле үҫә. Олатаһы Фәтих бабайҙы “атай” тип йөрөтә. Ауыр һуғыш юлдарын үткән Фәтих яугир ейәнсәренә Ленинград, Волхов фронттары, яуҙаштары тураһында һөйләргә ярата. Ейәнсәрен Еңеү көнөндә байрамдарға, парадтарға йөрөтә, фронтташ дуҫтары менән осрашыуҙарға алып бара.


Бала саҡтан уҡ Светлана, ҙур патриотик тәрбиә алып, тормошҡа ғашиҡ булып үҫә. Отҡор, егәрле ҡыҙыҡай мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Бөрө дәүләт педагогия институтына инеп, уны ҡыҙыл дипломға бөтөп, Әлшәй районының Раевка ҡасабаһындағы 2-се урта мәктәпкә эшкә ебәрелә һәм бөгөнгәсә, бына егерме йылдан ашыу, ошо мәктәптә балалар психологы булып эшләй.
Бик ярата эшен Светлана. “Мәктәпкә байрамға барған кеүек барам, сөнки мине унда эскерһеҙ, саф күңелле балаларым көтә”, — ти ул. “Педагогика һәм психология” факультетын тамамлаған белгес балалар күңеленә юлды таба белә. Һәр береһе менән айырым эш алып бара, ата-әсәләр менән йыш осраша. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, ата-әсәләргә ярҙам, ауыр холоҡло балалар менән эш итеү, ғаиләләге конфликтлы хәлдәрҙе көйләү, уҡыусыларҙы имтихандарға психологик яҡтан әҙерләү, үҫештәре сикләнгән балалар менән дәрестәр уҙғарыу һәм башҡалар. Эштәре һанап бөткөһөҙ Светлананың.
Өлкән класс уҡыусылары менән практик дәрестәр ҙә алып бара. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша йәш белгес. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Ломоносов уҡыуҙары”нда уның тәрбиәләнеүселәре беренсе урын алған. Бөрө ҡалаһында “Бөрө алмалары” конкурсында ла призлы урын яулап ҡайтҡандар. Эшен шулай яратып, мөкиббән китеп эшләүе матур һөҙөмтәләр бирәлер.
Тормошҡа ғашиҡ был гүзәл ҡатын үҙе лә – биш бала әсәһе. Уға ҡарап, тормошҡа ла сыҡмаған йәш ҡыҙыҡайҙыр, тигән уй үткәйне башта. “Биш балам бар минең!” – тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтеүе уға ҡарата шундай уҡ йылы тойғолар, ихтирам уятты.
Тормош иптәше Илһам Юлдаш улы менән бына инде егерме йыл матур ғүмер кисерәләр. Оло улдары Марат — Өфө финанс-иҡтисад колледжында, Альберт медуниверситеттың беренсе курсында белем ала, ҡыҙҙары Сабина — IV класс, улдары Рауил – II класс уҡыусыһы. Ә инде төпсөк Русалинаға ни бары биш йәш.
Ғаилә менән бергә ял итергә ярата Тагаевтар. Бергәләп балыҡҡа, емеш-еләк, бәшмәк йыйырға йөрөйҙәр. Йыш ҡына баш ҡалаға Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына, музейҙарға баралар. Балаларына үҙ миҫалдарында ғаилә ҡиммәттәре, тыуған йорт ҡәҙере тураһында көндәлек тормоштары, бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәре менән иҫбат итә был һоҡланғыс ғаилә.
Светлананың бәхете — уның йөҙөндә. Һәр ваҡыт асыҡ сырайлы, эстән нурланып торған был йәш ҡатын — бәхетле әсәләрҙең береһе. Балалары тураһында ул шул ҡәҙәр ҙур һөйөү, эске йылылыҡ менән һөйләй. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән Светлананың белмәгән эше юҡтыр. Балаларына кейемдәрҙе лә үҙе тегеп кейҙерә. Бәйләмгә лә, сигеүгә лә, тегеүгә лә, аш-һыуға ла оҫта был ханым, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, шиғриәткә ғашиҡ кеше. В. Высоцкий, Э. Асадов шиғырҙарын яратыуын әйтте. “И. Кобзондың, Э. Хилдең йырҙарын олатай менән бергә тыңлайбыҙ”, – тип һөйләй Светлана Рәүис ҡыҙы. Әйткәндәй, Э. Хиль эвакуацияла Раевка ҡасабаһында балалар йортонда йәшәгән. Әле лә Әлшәй районы менән бәйләнеште өҙмәй икән. Һуңғы килеүендә “Молдаванка” йыры менән күптәрҙе ҡыуандырған, балалар йортонда ҙур концерт биргән.
Ғаилә менән бергә йыйылып ултырырға ярата Тагаевтар. Ир кеше тәмле итеп былау бешерә, ҡатын тәмлекәстәр әҙерләй. Һәр береһенең уңыштары тураһында һөйләшәләр, пландар ҡоралар. Балалары ғаилә йылыһын тойоп, бында үҙҙәрен яратыуҙарын, ҡәҙерле кеше икәнен тойоп, белеп үҫһендәр тип тырыша атай менән әсәй. “Ғаиләм — ҡәлғәм” тигән әйтемдең мәғәнәһе ни ҡәҙәр тәрән икәнен белеп үҫһен һәр бала”, – ти күп балалы ғаилә усағы һағында торған, яҡтылыҡ, яҡшылыҡ таратҡан изге күңелле әсә. Ошонда шағирҙың:
“Изге әсә лә ул,
Гүзәл эшсе лә ул”, –
тигән һүҙҙәре килә күңелгә. Был мәғәнәле йыр һинең турала ла, Светлана. Сәләмәтлек, ижади уңыштар, ғаилә именлеге һиңә, замандаш.

Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.


Вернуться назад