Командировканан һуң ҡайтһам да, редакцияға һуғылып сығырға кәрәк, тигән ниндәйҙер эске тойомлау эшемә илтте. Инһәм, коридорҙа ике апай, “Кемгә мөрәжәғәт итәйек”, тип аптырап тора. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Беҙгә кем булһа ла ярай, бер мәҡәлә яҙырға ине. Үҙебеҙ яҙа алмаҫбыҙ...
– Ҡайҙан булаһығыҙ?
– Сығышыбыҙ менән Белорет районының Асы ауылынан, үҙебеҙ Өфөлә торабыҙ.
– Бәй, мин дә шул райондан бит. Ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ?
– Олатайыбыҙ Алсынбай Түлебаевтың 13 балаһы булһа ла, уларҙың ете улына ғына буй еткерергә яҙа: Мосауир, Мостафа, Мортаҙа, Мәхмүт, Мәүлит, Мөҙәрис, Иҙрис. 1914 йылғы Мостафа, бала саҡтан аяғы зәғиф булғанға, һуғышҡа алынмай. Мосауирҙы (1912 йылғы), Мәхмүтте (1925 йылғы), Мортазаны (1918) фронтҡа алып китәләр. Яуҙа әсирлеккә эләккән Мосауир бабайыбыҙ аҙаҡ Сталин репрессияһына эләгә, – тип улар туғандарының яҙмышы хаҡында туплаған мәғлүмәт менән уртаҡлаша башланы.
Рәғиҙә Мостафа ҡыҙы менән Миңнур Иҙрис ҡыҙы Түлебаеваларҙы атайҙарының бер туған ағайҙарының яҙмышы һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Әле ете ағалы-ҡустылы араһынан Иҙрис Алсынбай улы ғына иҫән.
Һуғышҡа алынғанға тиклем Мортаҙа Алсынбай улы Баймаҡ районында йәшәгән. Ул 1942 йылдың 23 февралендә Баймаҡ районының хәрби комиссариатынан фронтҡа китә. Егет артиллерия училищеһы курсанты була, Һарытау өлкәһенең Разбойщина ауылындағы 650-се часҡа ебәрелә. 1944 йылда уның менән бәйләнеш өҙөлә.
Ҡатындар үҙҙәрендә һаҡланған фронт хатын да алып килгән. Уны уҡыйбыҙ:
“Атай һәм әсәй!
Һеҙгә һағынышлы сәләмдәр ебәреп, тормошоғоҙҙа сәләмәтлек теләйем. Шул уҡ ваҡытта ҡустыларға, туғандарға ла сәләм.
Атай, мин хәҙергә Рубинский ҡалаһындамын, йәшәү һәм хеҙмәт итеү яҡшы һәм һеҙгә лә яҡшыраҡ тормош теләйем. Һеҙгә яңы адрес яҙам, ошо хатты алыу менән үҙгәрештәрҙе һәм яңылыҡтарҙы яҙығыҙ. Ярай хушығыҙ, һағынып улығыҙ М.А.Т. 28/VII – 43”.
– Ошо бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге туғандарына ҡарата күпме һөйөү һыйҙырған бит, – тип Миңнур апай күҙ йәштәрен һөрттө.
Миңнур Иҙрис ҡыҙы Мортаҙа Алсынбай улы тураһындағы мәғлүмәтте 2013 йылда эҙләй башлай. Тәүҙә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең архивына мөрәжәғәт итә. Башҡа сығанаҡтарҙан эҙләй торғас, “Донесение о безвозвратных потерях” сайтында яугир тураһында мәғлүмәткә юлыға. Унда: “Түлебаев Муртаза Алсынбаевич, 1918 г. рождения, урож. д. Ассы Белорецкого р-на, командир огневого взвода, сержант, погиб: 11.12.1944 г. похоронен: Польша, мемориал Марии”, тиелгән.
“Мортаҙа бабайҙың ҡатыны Баймаҡ районынан булған. Берәйһе уның тураһында белмәйме икән?” – ти апалы-һеңлеле Түлебаевалар. Гәзит уҡыусылар араһынан да берәй хәбәр булыр тип өмөтләнә улар.
Мәхмүт Түлебаев иһә һуғышҡа китер өсөн үҙенә йәш өҫтәп яҙҙырта һәм 1942 йылдың ғинуарында Белорет районының хәрби комиссариатынан фронтҡа алына. Уҡсы була. 1945 йылдың 15 ғинуарында Польшала үлеп ҡала. Ул Варшава ҡалаһындағы йәһүд ҡала зыяратында ерләнгән.
Бына шулай, һуғыш яралары 73 йылдан һуң да уңалмай. Ваҡыт үткән һайын дәһшәтле йылдарҙың шаһиттары кәмей барһа ла, яралар бер ҙә уңалмай, хәтер ҙә юғалмай. Илебеҙ өсөн башын һалған һәр яугирҙең яҙмышын асыҡлап, уны тарих биттәренә теркәү — беҙҙең һәм киләсәк быуындың изге бурысы.
Рәғиҙә һәм Миңнур Түлебаевалар, туғандары ерләнгән ҡәберҙәрҙе барып күрергә теләк-ниәттәре барлығын белдереп, бәйләнештә торорға һүҙ ҡуйышып хушлашты. Атайҙарының ағаларының яҙмышын йөрәк аша үткәреп, туғандарының хатын күҙ йәше аша илап уҡыуҙары “Үлмәй батыр даны” тигән һүҙҙәрҙең шул тиклем хаҡ әйтелеүе тураһында һөйләй.
Эйе, эҙләйек, табайыҡ, мәңгеләштерәйек батырҙарҙың исемен. Бер кем дә онотолмаған һәм бер кем дә онотолорға тейеш түгел!