“Инстаграм”дағы 50 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошондағы етди үҙгәрештәр сағылған блог Британияла йәшәгән Лин Слэйтерға танылыу яуларға ярҙам итте. Ул 64 йәшендә модель карьераһын башланы.– Йәш саҡта бигерәк алабарман инем. Әле лә бирешмәйем. Өлкәнәйгәс тормош туҡтап ҡала тип зарланып ултырырға ниәт юҡ, – ти Лин.
Әле төрлө мода йорттары уға хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Күптән түгел генә ханым Balenciaga, Valentino, Uniqlo кеүек танылған брендтарҙың реклама кампанияларында ҡатнашҡан. Mango бренды уны йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн саҡырған. Сара ҙур уңыш ҡаҙанған.
Әле “Инстаграм” селтәрендә Слэйтерҙың сәхифәһенә 500 меңгә яҡын кеше яҙылған.