Һаҡ булығыҙ, алдайҙар!08.05.2018
Рәсәй Пенсия фонды граждандарға Viber мессенджерындағы ниндәйҙер “Паспорт өҫтәле”нән килгән белдереүҙәргә ышанмауҙы үтенеп мөрәжәғәт итте.

Баҡтиһәң, СНИЛС аша түләүҙәр тураһындағы хәбәргә асыҡлыҡ индереүҙе үтенеп, фондтың “ҡыҙыу элемтә” телефонына шылтыратыусылар байтаҡ икән. Пенсия фондында әйтеүҙәренсә, “Һеҙҙең СНИЛС буйынса ... мең һум күләмендә страховка аҡсаһы булыуы асыҡланған. Ентеклерәк мәғлүмәтте snils-dok.online сайтынан табырға мөмкин” тигән бел­дереүҙәр күптәргә килгән. Күрһәтелгән һылтанмаға баҫҡас, страховкаланыусылар базаһына инеү өсөн күпмелер аҡса күсереүҙе һорағандар.
– Был аҡса алдаҡсылар кеҫәһенә төшә. Шул уҡ ваҡытта вәғәҙә ителгән түләүҙе берәү ҙә һеҙҙең иҫәпкә күсермәйәсәк, – тип белдерҙеләр ведомствонан.
Пенсия фонды граждандарҙы иғтибарлы һәм һаҡ булырға, шикле финанс тәҡдимдәренә ышанмаҫҡа, сит-яттарға үҙегеҙ тураһындағы, шулай уҡ паспорт мәғлүмәттәрен, СНИЛС һәм банк картаһы номерҙарын хәбәр итмәҫкә саҡыра. Әйткәндәй, Фонд хеҙмәткәрҙәре аҡса кереме тураһында телефон аша белдермәй, шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк картаһы номерҙарын һорамай, граж­дандарҙың өйөнә килеп хеҙмәт күрһәтмәй, урамда “һорау – яуап” сараларын үткәрмәй.


Вернуться назад