Быйыл нимә көтөлә?08.05.2018
Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 1 августан ҡайтанан иҫәпләнә. Иң ҙур өҫтәмә 250 һум самаһы тәшкил итәсәк. Уның күләме Пенсия фондына 2017 йылға эш хаҡынан күпме һалым түләнеүгә бәйле.
2018 йылда бер нисә үҙгәреш көтөлә. Мәҫәлән, пенсионер эштән бушатылһа, өс ай көткәндән һуң ошо осор өсөн тулыһынса индексацияланған пенсия аласаҡ. Әле Дәүләт Думаһына яңы закон проекты тәҡдим ителде. Ул ҡабул ителгән осраҡта эшләгән пенсионерҙарҙың пенсияһы 1 июндән 1 600 һумға артасаҡ. Шулай уҡ был категорияға 2016 йылдан алып еткерелмәгән аҡсаны компенсацияларға ниәтләйҙәр.
Әйткәндәй, пенсионер эштән китеп, бер аҙҙан ҡайтанан эшкә төшһә, пенсияны индексацияланған килеш аласаҡ, йәғни уны кәметмәйәсәктәр. Страховка пенсиялары йылына бер тапҡыр индексацияланған осорҙа был айырыуса әһәмиәтле.