Түләүҙе арттырмаһалар...08.05.2018
Граждандарҙың барлыҡ категорияларына ла быйыл
1 апрелдән пенсия түләүҙәре артты тип әйтеп булмай. Иң элек инвалидлыҡ буйынса пенсия алған хаҡлы ялдағыларға, ҡараусыһын юғалтҡандарға, шулай уҡ үҙҙәрен хеҙмәт пенсияһы менән тәьмин итә алмағандарға түләүҙәр үҫте.

Ҡайтанан иҫәпләгәндән һуң социаль пенсия 255 һумға үҫеп, 9 062 һум тәшкил итте. Хәҙер социаль пенсияның уртаса күләме 8 742 һумға тиң. Әйткәндәй, уртаса хеҙмәт стажы кәмендә биш йыл булған, пенсионер йәшенә еткән кешеләр, инвалидтар, шулай уҡ ошо категорияға ҡараған балалар, хеҙмәттә имгәнгән хәрбиҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары пенсияның артыуына иҫәп тота ала.
Әгәр пенсия индексацияланмаһа, нимә эшләргә? Ҡағиҙә булараҡ, бындай хәлдәр дәүләт хеҙмәткәрҙәренең хаталаныуы арҡаһында тыуа. Түләүҙе арттырмаһалар, социаль пенсия алған кешегә теркәлгән ерҙәге Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итеү фарыз. Унда үҙең тураһында мәғлүмәттәр тапшырырға кәрәк. Бүлексәнең адресын Пенсия фонды сайтында табырға мөмкин.


Вернуться назад