Алданабыҙ, һаман ышанабыҙ08.05.2018
Алданабыҙ, һаман ышанабыҙРәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында алдаҡсылар, үҙҙәрен ҡотҡарыусы тип таныштырып, фатирҙар буйлап янғынға ҡаршы системаны тикшереп йөрөй икән. Ошондай ҡулайламаһы булмағандарға уны кисекмәҫтән ҡуйырға тәҡдим итәләр. Әлбиттә, хаҡын да түләтәләр.

Бындай осраҡтар Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында киң таралған.
“Барығыҙ ҙа иғтибар итегеҙ! Алдаҡсылар йөрөй. Әле генә йортҡа, янғын хәүефһеҙлеген тикшереүгә һылтанып, бер ир инде. Тейешле форма кеймәгән. “Ҡотҡарыусы” төбәк мәғлүмәт үҙәге (РИЦ “Спасатель”) биргән таныҡлыҡты күрһәтте. Аш-һыу бүлмәһен ҡарап сыҡты. Янғын хәүефһеҙлеге системаһы менән ҡыҙыҡһынды. “Бәй, юҡмы ни? Һеҙҙең йортҡа ҡуйғайныҡ та инде”, – тигән булды. Шунда был ойошманың стационарһыҙ сауҙа үҙәге икәнлеген белеп ҡалдым. Өлкәндәрҙе һәм күршеләрегеҙҙе иҫкәртегеҙ, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеп ҡуймаһындар”, – тип яҙа “Фейсбук”тағы сәхифәһендә Татьяна Бурова.
Интернет селтәренә күҙ һалайыҡ. Баҡтиһәң, “Ҡотҡарыусы” төбәк мәғлүмәт үҙәге вәкилдәре фатирҙар буйлап тәүгә генә йөрөмәй. Фирма бөтә Рәсәй буйынса эшләй. Тик элегерәк улар газ ҡорамалдары ҡуйырға тәҡдим иткән. Кемероволағы фажиғәнән һуң кешеләрҙе янғындан ҡотҡарырға булғандар. Датчиктарҙы ҡуйыуға ғына пенсионерҙарҙан кәмендә биш мең һум аҡса түләтәләр.
Әйткәндәй, бындай осраҡтар әленән-әле булып тора. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһендә “Янғынға ҡаршы” (“Противопожарная”) тип аталған компания фатирҙар буйлап йөрөп, 16 мең һумға янғын сигнализацияһын ҡуйырға тәҡдим итә. Асылда иһә уның хаҡы ни бары 150-300 һумға төшә.


Вернуться назад