Йәмғиәттә кешенең мейеһе өлкәнәйгән һайын насар эш итә, ҡарттар һәр төрлө мәғлүмәтте хәтерендә ҡыйынлыҡ менән ҡалдыра тигән фекер йәшәй. Әммә Гарвард университетындағы ғалим-психологтар бының менән риза түгел. Улар ҡарттарҙың мейеһе йәштәрҙекенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәтте “һеңдереүен” асыҡланы. Әлбиттә, был процесс әкренерәк бара, әммә мәғлүмәт башҡа күренештәр менән бәйләп ышаныслыраҡ үҙләштерелә һәм классификациялана.Йыш ҡына кибеттә каникул осоронда ваҡытлыса эшләп торған йәш кассирға, әллә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да эш урынын ҡалдырырға ашыҡмаған өлкән йәштәге һатыусыға сиратҡа баҫырғамы, тигән һорау тыуа. Ғәмәлдә өлкән йәштәге кассирға өҫтөнлөк бирәләр, сөнки ул тиҙерәк хеҙмәтләндерә. Ә йәш һатыусы, тәү ҡарашҡа йылдам эшләгән кеүек тойолһа ла, йыш хаталана, сиратты тотҡарлай.
Күптән түгел генә бындай күренештең дөйөм таралыуы асыҡланды һәм ул фәнни яҡтан нигеҙләнде. Неврология буйынса “Мейене тикшереүҙә алға китеш” тип аталған китапта ошо турала байтаҡ мәғлүмәт бирелә. Тәжрибә үткәргән ғалимдар ике төркөмдө – 60 йәштән өлкәндәрҙе һәм студенттарҙы – тикшергән. Улар алдына бөтөнләй кәрәкмәгән артыҡ фразаларҙан һәм һүҙҙәрҙән торған тексты уҡырға тигән бурыс ҡуйғандар. Йәштәр тәҡдим ителгән тексты барыһы берҙәй уҡып сыҡҡан, ә өлкәндәр иһә “артыҡ” һүҙҙәргә баҫым яһап, улар булған ерҙә туҡталып, яҙманы әкренләп уҡып сыҡҡан. Артабан тәжрибәлә ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап биргән. Уларға яуаптар “артыҡ” һүҙҙәргә ҡоролған була. Асыҡланыуынса, өлкәндәрҙең төркөмө йәштәрҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡ яуап биргән.
Торонто университеты ғалимдары быны түбәндәгесә аңлата: айырым хәл-шарттарҙа өҫтәмә мәғлүмәтте үҙләштереп, уны икенсе ваҡиғаға күсереү һәләте өлкәндәргә ҡуйылған бурысты башҡарырға ярҙам итә, йәғни улар мөһимлек дәрәжәһенә ҡарап, өҫтөнлөктәрҙе билдәләй, мәғлүмәтте “һөҙөп ала”. Әйткәндәй, тап ошоно “тәрән аҡыл”, “аҡыл ҡеүәһе” тип йөрөтәләр, күрәһең.
Меңгә яҡын пенсионерҙың психик һәм эмоциональ хәлен өйрәнгән ғалимдар иһә өлкәндәрҙең башҡа өҫтөнлөктәрен дә билдәләй. Мәҫәлән, улар әйтеүенсә, 60 йәштән үткәндәр тормош ауырлыҡтарын еңелерәк үткәрә, йәшәүҙән йәм таба. Йәштәр менән сағыштырғанда, өлкәндәр пассив йәшәү рәүеше алып бара, һөҙөмтәлә уларҙың эмоциональ кисерештәре лә аҙыраҡ, шуға күрә һау-сәләмәт ҡарттарҙың хәтере һәм иғтибары яҡшы булыуға аптырарға ярамайҙыр.