Васыят яҙҙым балаларға...08.05.2018
Васыят яҙҙым балаларға...“Васыят яҙырға булғайным. Әле мираҫҡа ҡалдырырға теләгән фатирҙа буласаҡ вариҫым кескәй балаһы (ейәнсәрем) менән йәшәй. Фатирҙың бала бәлиғ булғас ҡына һатыла алыуын васыятнамәлә күрһәтергә буламы? Бынан тыш, мираҫ ҡағыҙында тағы ла ниндәй шарттарҙы билдәләргә мөмкин?” – тигән һорау борсой Өфөлә йәшәгән Мәрзиә ханымды. Әйткәндәй, был мәсьәлә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыралыр, моғайын.

Васыятнамә – бер яҡлы килешеү. Унда кеше үҙе вафат булғандан һуң милкенә, мөлкәт хоҡуҡтарына бәйле ихтыярын белдерә. Документтың бер нисә юридик үҙенсәлеге бар, шулар­ҙың иң мөһиме – ихтыяр белдереүҙең ирекле булыуы. Әммә ул мираҫтағы мотлаҡ өлөш тураһындағы ҡағиҙә менән сикләнә.
Гражданлыҡ кодексының 1119-сы статьяһына ярашлы, граждан:
закон буйынса вариҫтар даи­рәһенә ингән һәм инмәгән бер йәки бер нисә кеше файҙаһына васыятнамә төҙөй ала;
lмөлкәтте вариҫтар араһында үҙе теләгәнсә бүлә;
мираҫҡа ҡалдырылған мөлкәттә вариҫтарҙың өлөшөн үҙе теләгәнсә билдәләй;
сәбәбен күрһәтмәйенсә, закон буйынса бер йәки бер нисә вариҫты мираҫтан мәхрүм итә ала;
үҙе тәғәйенләгән вариҫ васыят­намәне белдергәнгә йәки мөлкәткә хужа булғанға тиклем вафат булһа, йә иһә уны алыуҙан баш тартһа, лайыҡлы түгел тип табылһа, алдан уҡ тағы ла бер өҫтәмә вариҫты тәғәйенләү хоҡуғына эйә;
васыят ҡағыҙында белдерелгән ихтыярҙы башҡарыусыны тәғәйенләй ала;
васыятнамә йәки закон буйынса вариҫҡа (вариҫтарға) мираҫ иҫәбенә бер йәки бер нисә кеше файҙаһына мөлкәт бурыстарын (васыят аманатын) йөкмәтә ала;
вариҫҡа (вариҫтарға) дөйөм файҙалы маҡсатҡа йүнәлтелгән мөлкәт характерындағы йәки уға ҡағылмаған ғәмәл ҡылыу бурысын ҡуя ала;
ҡануниәткә ярашлы, сәбәбен аңлатмайынса үҙе төҙөгән васыятна­мәне үҙгәртеү йәки ғәмәлдән сығарыу хоҡуғына эйә.
Васыят яҙыусы вариҫына шарт ҡуя ала. Мәҫәлән, ул автомобилде улыма юғары уҡыу йортон тамамлағас ҡына тапшырырға, тип яҙа ала. Бындай ос­раҡтарҙа уға васыятты башҡарыусыны ла тәғәйенләргә кәрәк.
Мәрзиә ханымдың һорауы “васыят аманаты” тигән төшөнсәгә ҡоролған. Йәғни бында торлаҡҡа ҡарата вариҫ­тың хоҡуғы сикләнә. Бәлиғ булмаған бала (ейәнсәре) васыят аманатын алырға ниәтләй икән, был туралағы мәғлүмәт нотариус тарафынан мираҫ­ҡа хоҡуҡ таныҡлығында сағылды­рылырға тейеш. Торлаҡ кодексының 33-сө статьяһында былай тип билдә­ләнә: “Васыят аманаты буйынса бил­дәле бер ваҡытҡа торлаҡтан файҙа­ланыу хоҡуғы бирелгән граждан был бинанан уның милексеһе менән тиң кимәлдә файҙалана. Васыят аманаты менән билдәләнгән ваҡыт үтеү менән граждандың торлаҡтан файҙаланыу хоҡуғы туҡтатыла”.


Вернуться назад