“Пенсионерға артыҡ түләнгән аҡсаны Пенсия фонды кире ҡайтара аламы?” тигән һорау күптәрҙе борсой. Тормошта хаталарҙан берәү ҙә азат түгел, шул иҫәптән Фонд хеҙмәткәрҙәре лә. Ҡайһы саҡта пенсияның яңылыш иҫәпләнеүе, нигеҙ булмаһа ла, аҡса түләүҙәре ихтимал. Был осраҡта ул мотлаҡ кире ҡайтарылырға тейеш. Ҡайһы бер түләүҙәр билдәле бер ваҡытҡа тәғәйенләнә. Граждандар иһә хәлдең үҙгәреүе тураһында хәбәр итергә ашыҡмай, аҡса алыуын дауам итә. Пенсияны артыҡ түләүҙең түбәндәге осраҡтары айырыуса йыш осрай:
*ҡараусыһын юғалтҡан студенттарға пенсия. Бындай түләүҙе алыу өсөн нигеҙ – көндөҙгө бүлектә белем алыу. Әгәр студент вуздан ҡыуылһа йәки киске бүлеккә күсһә, пенсияға хоҡуҡ юҡҡа сыға, әммә Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә был турала шунда уҡ хәбәр итмәйҙәр, аҡса алыуҙы дауам итәләр.
*инвалид баланы, I төркөм инвалидын, өлкән йәштәге кешеләрҙе (80 йәштән олораҡтарҙы) ҡарау буйынса түләүҙәр. Пенсия эшләмәгән граждандарға ғына түләнә. Әгәр улар ярҙамға мохтаж туғандарын ҡараған осорҙа эшкә урынлашһа, пособиеға иҫәп тоторға тейеш түгел.
*йәшәү минимумына еткереү өсөн пенсияға өҫтәмә. Әгәр пенсионер минималь пенсия алһа, Пенсия фонды уны төбәктәге йәшәү минимумына еткереү өсөн өҫтәмә түләй. Бындай социаль түләүгә эшләмәгән кешеләр генә дәғүә итә ала. Эшкә урынлашҡан осраҡта ул туҡтатыла.
Әйткәндәй, граждандарҙың үрҙә телгә алынған категорияһы тейешле түләү тәғәйенләнгәндә Пенсия фондына тормошондағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итеү йөкләмәһенә ҡул ҡуя. Йөкләмәне үтәмәгән осраҡта Фонд хеҙмәткәрҙәре бурысты буласаҡ айлыҡ пенсиянан тотоп ҡалыу (20 процент, айырым осраҡтарҙа 50 процент күләмендә), шулай уҡ ошо мәсьәлә буйынса судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә. Дәғүә белдерелгән кеше лә судҡа ялыу яҙа ала. Әммә бының ҙур сығым талап итеүен иғтибарға алыу шарт. Өҫтәүенә аҡсаның артыҡ түләнеүендә үҙенең ғәйепһеҙлеген дәлилдәр менән раҫларға тура киләсәк. Граждандың башҡа килеме, мөлкәте булмаһа, эшкә һәләтен юғалтһа, дауаланыу талап ителһә, бурыс күләмен кәметеүҙәре лә мөмкин.
Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ғәйебе менән арттырып түләнгән аҡсаны кире ҡайтартыу законлымы? Эксперттар билдәләүенсә, хеҙмәткәр хаталанып, аҡсаны артыҡ түләһә, ә уны алған кешенең бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаһа, Пенсия фонды яуап тота. Пенсионер аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш түгел, ведомство хеҙмәткәрҙәренең талабы законһыҙ. Ошондай пенсияны алғандан һуң күп тә үтмәй вафат булған пенсионерҙың туғандарына ла борсолорға урын юҡ: социаль хеҙмәткәрҙәр һуңғы пенсияны кире ҡайтарыуҙы талап итергә хоҡуҡһыҙ.