Яҙғы ҡояш кәйефте күтәрә08.05.2018
Оҙон ҡыштан һуң яҙғы йылы ҡояш һағындыра. Был осорҙа бар тереклек, тәбиғәт йәнләнә, халыҡтың кәйефе күтәрелә. Тап шуға ла күптәр ихатаға, урамға йүнәлә, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында ял итергә ынтыла.
Яҙғы ҡояштың организм өсөн файҙалы булыуы хаҡында һөйләй белгестәр. Ул хәл керетә, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Ҡояш нурҙары тәьҫирендә организмда нервы системаһын нығытҡан биологик әүҙем ҡушылмалар барлыҡҡа килә, ул ҡан күҙәнәктәренең һаҡлағыс үҙенсәлектәрен әүҙемләштерә, сәс һәм тиренең торошон яҡшырта, Д витамины синтезына йоғонто яһай. Әммә яҙғы ҡояш тирелә пигментлы таптар ҡалдыра. Косметологтар ҡояштан һаҡлаған кремдар ҡулланырға, күҙлек кейергә кәңәш итә. Кремды урамға сығырҙан 20 минут алда һөртөргә кәрәк. Тиренең айырым урындарында меланин тигеҙ эшләп сығарылмаһа ла, пигментлы таптар күренә башлай. Төп сәбәптәре – гормональ үҙгәрештәр, С витамины етешмәү һәм ҡояшта самаһыҙ күп йөрөү.