Ҡан тапшырһаң...08.05.2018
1832 йылдың 20 апрелендә Петербург акушеры Андрей Вольф бала тапҡан ҡатынға ҡан тапшырыуҙы уңышлы башҡара һәм ауыр хәлдәге әсә иҫән ҡала. Шул көндән башлап был дата Рәсәйҙә Донор көнө тип билдәләнә.

Бөгөн ҡан биреү иң изге ғәмәлдәрҙең береһе һанала. Белгестәр билдәләүенсә, ҡан тапшырып бер ни юғалтмайһың, киреһенсә, яңырыу процесы башлана, яңы ҡан күҙәнәктәре барлыҡҡа килеү әүҙемләшә.
Донор булыу өсөн нимә эшләргә һуң? 18 йәше тулған һәм ауырлығы 50 килограмдан артҡан һәр сәләмәт кеше ҡан тапшыра ала.
Ҡан бирәһе көн алдынан майлы, әсе һәм тоҙло ризыҡтарҙан, банан, һөт, йомортҡа, шоколадтан тыйылыу кәрәк. Иртән еңелсә ҡапҡылап алырға, баллы сәй эсергә мөмкин. Ас ҡарынға ҡан тапшырыу ҙа насар.
Был ғәмәл өсөн аҡса ла түләнә. Ҡанды бушлай тапшырған осраҡта ул почетлы донор иҫәбенә йыйыла. Был исемгә 40 тапҡыр ҡан, тромбоцит йәки 60 мәртәбә плазма биргәндәр лайыҡ була.
Төнгө эш сменаһынан һуң ҡан тапшырырға ярамай, һигеҙ сәғәт ял кәрәк. Ҡан биреү 10 – 20 минут (плазма – 40 – 60 минут) ваҡытты ала. Бер юлы уртаса 450 миллилитр ҡан тапшырыла. Күпме ҡан алыуҙы табип һәр кемгә айырым билдәләй.
Ҡанды ике айға бер тапҡыр (60 көндән һуң) бирергә мөмкин, ләкин сикләү бар: ир-атҡа йылына – биш, ҡатын-ҡыҙға дүрт тапҡырҙан күп түгел. Был көндә рулгә ултырырға ярамай.


Вернуться назад