Ғүмер оҙонлоғо артҡан08.05.2018
Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2017 йылға демографик йомғаҡ яһаны. Баҡтиһәң, илдә ғүмер оҙонлоғо арта бара. 2016 йылда ул 71,87 йәш булһа, былтыр был күрһәткес 72,7-гә еткән.

Әйткәндәй, ир-ат менән гүзәл зат араһындағы айырма ҡыҫҡара бара. Биш йыл элек ҡатын-ҡыҙ көслө енестән 13 йәшкә күберәк ғүмер итһә, хәҙер был айырма ун йыл тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәй халҡы үҙенең һаулығына иғтибар итә башлаған, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға тырыша. Шулай ҙа был донъя кимәлендәге хәлдән айырыла. Мәҫәлән, Сингапур, Япония, Австралия, Испания, Италия халҡы күптән 82 йәш сиген үткән.



Вернуться назад