Яман шеш табылһа...08.05.2018
Американың танылған табибы, онколог Марк Хайман “Яман шеш табылған осраҡта ни эшләргә?” тигән һорауға яуап биргән. “Онкологтар иҫәпләүенсә, яман шеш организмдың энергетик системаһында тайпылыштар арҡаһында килеп сыға, — тип яҙа ул. — Ауырыу әкренләп барлыҡҡа килә, кеше күп йылдар буйы шеш менән йәшәй һәм был хаҡта белмәй. Рак — дөрөҫ йәшәмәүҙең аяныслы һөҙөмтәһе, эште уны үҙгәртеүҙән башларға кәрәк. Был кәңәштәр яман шеште киҫәтергә ярҙам итәсәк. Иммун системаһы билдәле бер шарттарҙа рак күҙәнәктәрен эҙләп табып, юҡ итә ала”.
1. Шәкәр ҡулланыуҙы туҡтатырға кәрәк. Ул яман шеш күҙәнәктәрен туҡландыра һәм уларға үҫергә булыша. Донъяла 1,7 миллиард кеше һимереүҙән интегә. Яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеү, үҫеүҙе киҫәтеү өсөн инсулин миҡдарын нормала һаҡларға ярҙам итә торған диета тоторға кәрәк, йәғни күҙәнәктәргә бай, тәбиғи ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү мөһим.
2. Үҙегеҙгә тура килмәгән ризыҡты ашамаҫҡа. Ул ниндәй аҙыҡ һуң? Әйтәйек, глютенға һиҙгер кешеләр бар, улар быға иғтибар итмәйенсә көн һайын икмәк ашай икән, иртәме-һуңмы, яман шеш йәки йөрәк ауырыуҙары ҡалҡып сыға. Күп кешенең организмы һөттө ҡабул итә алмай. Организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ. Ниндәй ҙә булһа ризыҡтан һуң үҙегеҙҙе насар хис итәһегеҙ икән, артабан һынау үткәреүҙең кәрәге юҡ.
3. Ялҡынһыныу процестарын туҡтатырға кәрәк, уның хроник ауырыуҙарға, шул уҡ ваҡытта яман шешкә килтереүе ихтимал. “Омега-3” элементына бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Мәҫәлән, ҡыҙыл балыҡ, етен орлоғо. Улар ялҡынһыныу барышын туҡтатырға ярҙам итә.
4. Эсәктәрҙе сәләмәтләндереү мөһим. Унда йәшәгән бактериялар һаулыҡты ҡаҡшата. Әсе һөт ризыҡтары (кефир, йогурт) ашағыҙ. Урман еләк-емеше, виноград эсәктәрҙәге ялҡынһыныуға ҡаршы көрәшә.
5. Организмдағы токсиндарҙы мөмкин ҡәҙәр кәметергә кәрәк. Пластик һауыттағы эсемлектәрҙе һатып алмағыҙ, ярымфабрикаттарҙан баш тартығыҙ. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәр ҙә парк, урманға сығырға тырышһын. Ҡала үҙәгендә һауа бысраҡ, атмосфераға эләккән газдар тәнде ағыулай.