Урман хужалары, тик...08.05.2018
Урман хужалары, тик...Һәр төбәктең кеше ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырған йыртҡыстары була. Көньяҡ Урал урмандарында йәшәгән бүре, һеләүһен, ҡабан сусҡаһы, урман хужаһы — айыу ҡоралһыҙ йөрөгәндә һәр кемде ҡурҡырға мәжбүр итә. Шуның өсөн дә ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре йәшәгән ерҙә уларҙың ғәҙәттән тыш үрсеп китеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышҡан. Малсылыҡҡа ҙур зыян килтергән айыу-бүрене аулаған һунарсылар, атыу ҡоралы булмаған саҡта уҡ, аулауҙың төрлө ысулдарын уйлап тапҡан. Үҙенә ышанған көслө, батыр һунарсылар һөңгө, бысаҡ менән айыуға һунарға йөрөгән, ә ҡайһы берәүҙәр айыу-бүрене тәпе ҡороп аулауҙы хуп күргән. Еңел генә шыуып төшмәле итеп ҡулайлаштырылған урҙаға ауыр сей ағастарҙы теҙеп сыҡҡандар ҙа, өҫтөнә сиҙәм ерҙе ҡаҙып, ҙур-ҙур кәҫтәрҙе өйгәс, урҙаның осонараҡ ҙур ғына ит киҫәге бәйләгәндәр. Айыу йә бүренең ит киҫәген тартыуы булған, бер нисә тонна ауырлығындағы өйөм емерелеп, уны баҫып үлтергән.


Ғәлиәкбәр ауылынан өҫтә, Нөгөш йылғаһы буйында Йыһангир ҡаяһы бар. Телдән телгә күсеп килгән легенда буйынса, ошо ҡаялағы өңдә Йыһангир һунарсы биш айыуҙы һөңгө менән сәнсеп үлтергән. Имеш, өңдән сыҡҡан береһен ҡоралы менән ҡаҙап, ҡая аҫтына бәреп тик торған, тигән хәбәр ауыл халҡы араһында бөгөн дә йөрөй.
Һәр дәүерҙең үҙ батыры бар. Һыҙма мылтыҡ менән һунарға йөрөгән Ҡунаҡбай Ишмөхәмәтов, Динислам Йәғәфәров олатайҙарының исемдәрен ейәндәре йыш иҫкә ала. Бигерәк тә Ҡунаҡбай олатайҙың һунарға ныҡ әүәҫ булыуы тураһында йыш һөйләнелә. Үҙ ғүмерендә йөҙләп айыу алған Байназар ауылы һунарсыһы Әшрәф Ҡарағоловтың, Исламбайҙан Низам Мырҙағоловтың, Иҫке Собханғолдан Мифтах Вәлитовтың, Кәшәләнән Айыт Мөфтә­хет­диновтың, Үрге Нөгөштән Тимерғәле Әхтәмовтың исемдәре халыҡ күңелендә оҙаҡ йәшәр. Низам бабай Мырҙағоловтың портреты Петербургта Третьяков галереяһында иҫтәлек булып тора, Әшрәф Ҡарағоловтың батырлығы күп кенә яҙыусыларҙың хикәйәләрендә һүрәтләнә.
Йәшерәк быуындарҙан Хәйрулла Йәғәфәров, ағалы-энеле Мөхәррәм, Арыҫлан, Миңнур Нәҙершиндар айыу менән алышта ата-бабаларына оҡшаған.
Борон айыу үлтергән кеше хөрмәткә лайыҡ булған. Ул айыу тиреһен киргескә сөйләп, оҙон түшәмгә беркетеп ҡуйған. Өйгә килеп инһәң, хужаның батырлығын хәтерләтеп, әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Ҡасандыр, бүре — санитар, ауырыу, зәғиф малдарҙы ғына ҡыра ул, тип үрсетеп алғандар. Аҙаҡтан, ҙур зыян килтерә башлағас, уларҙы кәметеү әмәлен таба алмай яфаланғандар.
Айыуҙар менән дә ошо уҡ хәл килеп тыуыуы бар. Айыу — урман хужаһы, тиҙәр. Уның йылына ике-өс балаһы тыуа. Әҙәм аяғы баҫмаған меңәрләгән гектар майҙандар аулаҡлап үрсергә мөмкинлек бирә. Үрге Нөгөш ауылынан алып Һәргәйгә тиклем һикһән саҡрым аралыҡта бер генә ауыл да юҡ. Шуның өсөн дә ташландыҡ утарҙарҙа дүртәр-бишәрләп иркенләп йөрөй ҙә. Яҙлы-көҙлө халыҡ хужалығына күпме зыян килтерә улар. Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, Бөрйән районы биләмәһендә генә йөҙгә яҡын һыйыр малы айыу, бүреләрҙең ҡорбандарына әйләнә. Малсылыҡ менән генә кәсеп итеп, башҡа урында эшләргә мөмкинлеге булмаған урындағы халыҡ өсөн оло ҡаза был.
Күпләп үрсегән йыртҡыстарҙың малға ғына түгел, кеше ғүмеренә лә хәүеф янағанын Бөрйән районында 1950 йылғы ваҡиғалар күрһәтте.
Шуларҙы сағылдырып әҫәр яҙа башлағас, миңә урындағы халыҡ, бигерәк тә һунарсылар, аҡһаҡалдар менән осрашып һөйләшергә тура килде. Улар һуғыш осоронда урмандарҙа ҡыр кәзәһенең (илектең), мышының, айыуҙың ифрат та күп үрсеүе тураһында телгә ала. Бәлә-ҡазаны алдан һиҙемләү һәләтенә эйә булған януарҙар, һуғыш яландарында беренсе снарядтар шартлай башлау менән үк, хәүефһеҙерәк урындарға ҡасыу яғын ҡараманымы икән? Уларҙың күпләп үрсеүенә, әлбиттә, ир-аттың һуғышҡа китеүе лә булышлыҡ иткәндер, сөнки һунарсылыҡ итеү туҡталып торған. Самаһыҙ күп үрсегән айыу-бүреләрҙең ауыл эргәһенә үк килеп малдарын ҡырыуына йәне әсеп, аслы-туҡлы йәшәргә мәжбүр булған халыҡ. Күпләп үрсегән йыртҡыстарҙы һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла кәметеү мөмкинлеге булмай. Иҫән-һау ҡайтҡан ир-ат алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Илек, мышыларҙы төнөн ауларға ғына форсат таба улар. Ошо сәбәптәр арҡаһында айыу-бүре күпләп үрсей. Эш менән мәшғүл халыҡ фажиғәле ваҡиғалар башланғас ҡына һушына килә.
Юғарыла телгә алынған тәжрибәле һунарсылар, айыуҙарҙы кәметеү маҡсатында, ҡулдарына ҡорал алырға мәжбүр була. Уларға дәртле, дыуамал йәштәр ҡушыла. Ошо осорҙа һунарсылыҡ итә башлаған Иван Баляев, Шамил Вәлитов, Әҡсән Иҫәнаманов, Сабир Ғәлиев, Хәйрулла Йәғәфәровтар һуңынан данлыҡлы һунарсы булып китә.
Ҡорбандар күбәйә башлағас, район һәм республика етәкселеге лә был мәсьәләгә иғтибар итергә мәжбүр була. 1950 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә тәжрибәле һунарсыларҙан бригада төҙөлөп, Өфөнән Бөрйәнгә ебәрелә. Федор Федорович Быков етәкселегендәге төркөм, урындағы Мифтах Вәлитов, Рауил Вәлитов, Әшрәф Ҡарағолов кеүек тәжрибәле һунарсылар менән берҙәм эш итеп, һикһәнгә яҡын айыу ата. Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған яуыз айыуҙың ғүмере өҙөлгән, күрәһең, был тирәлә аяныслы ваҡиға ҡабатланмай.
– Ә теге яуыз айыуҙы мин үлтерҙем шикелле, — тип көлә Шамил ағай Вәлитов. — Һуйыр атам тип кенә, йәҙрә-яһауҙар алмай сыҡҡайным, ҡаршыма айыу килеп сыҡҡас, башта ҡаушап ҡалдым. Ни тиһәң дә, ул саҡта ун ете йәшлек малай ғына инем. Тегенең күкрәгенә мылтығымды төҙәп, тәтене баҫырға әҙерләндем. Айыу миңә табан килеүен дауам итә. Нишләргә? Беләм, дробь менән генә яһалған яһау менән атыу уны ярһытасаҡ ҡына. Билемә тағылған бысаҡты, кәрәк мәлдә тиҙ генә тартып алырлыҡ итеп йәтешләп ҡуйҙым да айыуҙы күҙәтәм. Һанаулы секундтар эсендә ул миңә яҡынлаша... Бер-ике метр ара ҡалғас, асыҡ ауыҙына төҙәп атып ебәрҙем... Айыу иҫәңгерәп ергә тәгәрәне. Бысағымды ҡынынан һура һалып сығарҙым, ләкин уның кәрәге булманы.
Үлтерелгән йыртҡыстар араһында уртаса ҙурлыҡтағы һорғолт, ҡарараҡ муйнаҡ айыу бар ине, шул булғандыр, тигән һығымта яһайҙар. Уның тураһында урындағы халыҡ араһында төрлө хәбәр бар. Йәнәһе, ул айыу ҡайҙандыр зоопарктан ҡасҡан булған, һуңынан үлемесле йәрәхәтләнгән. Беҙҙең яҡ айыуы булмаған, имеш, Гималай тауҙары яғынан килгән, тигән уйҙырмалар ҙа йөрөй.
Ҡыҫҡаһы, урмандарҙа йыртҡыстарҙың самаһыҙ артыуы хәүеф тыуҙыра. Шуның өсөн дә уларҙың ныҡлы иҫәбен алып, тейешенсә кимәлдә генә ҡалдырып, күпләп үрсеп китеүенә юл ҡуйырға ярамай.


Вернуться назад